Һаҡмар
+10 °С
Облачно
Антитеррор
Фотогалереи
21 Апреля 2022, 01:43

Хәйерле иртә!

Хәйерле иртәләр теләп Яңы көн тыуыр. Нурҙарында күстәнәскә Өр - яңы шиғыр!

Хәйерле иртә!Хәйерле иртә!
Хәйерле иртә!

Гөлзифа Исрафилова

ТАҢДАҒЫ ШИҒЫР

Иртән торһам донъя миңә

Шыбыр-шыбыр,

Ҡолағыма көн дә һөйләй

Яңы шиғыр.

Япраҡ, гөлдәр хәбәр һала

Шыпырт ҡына:

"Күрәһеңме, донъя бит шау

Шиғыр ғына!"

Йылғаларҙың ағышы ла

Тик йыр ғына.

Үҙ яҙмышын көйләп һөйләй

Сабыр ғына.

Аяҡ аҫтында ла ҡарҙар

Шығыр - шығыр...

Ер өҫтөнә ҡарҙар яҙған

Моңло шиғыр.

Хәйерле иртәләр теләп

Яңы көн тыуыр.

Нурҙарында күстәнәскә

Өр - яңы шиғыр!

Һайыҫҡандың бар хәбәре -

Шыҡыр-р - шыҡыр-р.

Һөйөнсөләй: "Бөгөн таңда

Тыуҙы шиғыр!"

Гөлзифа Исрафилова.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас