

Таң нурҙары һирпеп уятҡанда,
Шөкөр, тиең: иҫән уяндым!
Көн артынан шашып йүгерәһең,
Ҡысҡырып бара алдан хыялың.
Маҡсат ала ҡулдарыңдан ҡыҫып:
Ашыҡ бер аҙ, бер үк һуңлама!
Быныһы ла кәрәк, тегенеһе лә,
Ниҙәр генә килмәй уйҙарға.
Берәү һиңә һорау менән килә,
Икенсенән тама кәңәше.
Өсөнсөһө хәлең һорап ҡуя -
Кемдә кемдең булмаҫ ни эше!?
Телефоның сыңлай бер өҙлөкһөҙ:
«Ни хәл дуҫым, һин һуң ҡайҙарҙа?»
Ҡалҡыр саҡтар була Ҡояшына,
Батмай ҡай саҡ Айы ла...
Заманаһы шундай...
Көн тыуыуға
Мәшәҡәте килә иң элек.
Һин белгәнсе үҙ хәлеңдең хәлен,
Ситтәр белә уны иң элек...
Кеше күрмәҫ мәлең, берәү һиңә,
Өндәшә наҙлы һыуһау ҡарашта.
Абынып та китә аяҡтарың,
Ни хикмәттер нәҡ шул тарафҡа.
Йүгерәһең һаман, абайламай,
Теләгәнең, өмөт артынан.
Минут, сәғәт үҙенекен итә,
Өҫтөн булып барыһы, барыһынан.
Бына шулай ғүмере лә үтә,
Көн артынан тағы көн ҡыуып.
Аңлар инем ғүмер фәлсәфәсен,
Донъяһына бер аҙ һуң тыуып.
Тик мөмкинлек биреләлер беҙгә
Бер тыуырға, тик бер йәшнәргә.
Хоҙай күпме яҙған яҙмыштарға -
Яҙһын беҙгә матур йәшәргә!
В. Фәтихов.