Ҡолсора ауылында тыуып үҫкән Зәйнулла Сыңғыҙов та үҙенең тиҫтерҙәре кеүек үк бәләкәстән шофер булырға хыяллана. Урындағы мәктәпте тамамлағас, 1981-1983 йылдарҙа хәрби хеҙмәттә булып ҡайта. Һуңынан Баймаҡтағы 105–се һөнәрселек училищеһында механизатор һөнәрен үҙләштерә. Бының менән күңеле ҡәнәғәтлек тапмай. Һөҙөмтәлә баласаҡ хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында 1984 йылда Йылайыр районының Юлдыбай ауылындағы һөнәрселек училищеһына уҡырға килә һәм водитель һөнәрен ала. Шул ваҡыттан алып 42 йыл инде ул водитель булып эшләй.
Хеҙмәт юлын ул урындағы Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхозда водитель булараҡ башлай. Хужалыҡ тарҡалғас, төрлө урындарҙа эшләй. Ниндәй генә үҙгәрештәр булмаһын, ул үҙенең яратып башҡарған һөнәрен ташламай. 2006 йылда Ҡолсора мәктәбенә автобус водителе булып килә. Шул ваҡыттан алып ул үҙ өҫтөнә мәктәп уҡыусыларына атайҙарса хәстәрлек күрһәтеү бурысын йөкмәгән.
- Зәйнулла Һибәт улы үҙ эшенә бик яуаплы ҡарай, тырыш, талапсан, - тине Ҡолсора мәктәбе директоры Лилиә Латыпова. – Һәр уҡыусы өсөн яуаплылыҡ алып, улар өсөн борсолоп тора. Билдәләнгән ваҡытта таҙа һәм йылы автобусында балаларҙы көтә, дәрестәр тамамланғас, кире алып барып ҡуя. Ниндәй генә эш килеп сыҡмаһын, ул һәр ваҡыт ҙур яуаплылыҡ менән башҡара. Шуның менән коллективтың, ата-әсәләрҙең һәм уҡыусыларҙың абруйын яулаған. Зәйнулла Һибәт улына бигерәк тә “Йәншишмә”, “Йәшлек” бейеү ансамблдәре менән йыш ҡына юлға сығырға тура килә. Бынан тыш, ул уҡыусыларҙы ауылда ғына түгел, ә район, республика кимәлендә уҙған төрлө ярыштарға, конкурстарға ла алып йөрөй. Ҡыҫҡаһы, Зәйнулла Һибәт улы - һыналған, ышаныслы водитель. Ул - беҙҙең мәктәптең ғорурлығы.
Зәйнулла Һибәт улы уңған ғаилә башлығы ла. Тормош иптәше Вәкилә Ғабдулла ҡыҙы менән өс бала тәрбиәләп үҫтергән: ике ҡыҙ һәм ул. Бөгөн улар дүрт ейән-ейәнсәргә бәхетле өләсәй һәм ҡартатай.
Хеҙмәт ветераны булып танылған Зәйнулла Сыңғыҙов фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн район хакимиәтенән, мәғариф бүлегенән Маҡтау Грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.
- Иң ҙур бүләк – балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең рәхмәт һүҙҙәре, - тине Зәйнулла Сыңғыҙов.
Был уның эшенә иң юғары баһа.
Лилиә ТАКАЕВА.
Фото: