Өмөт шәмдәрегеҙ һүнмәһен!
Быйыл - халыҡ-ара мөмкинлектәре сикләнгәндәр йылы. Ошо уңайҙан районда төрлө саралар үтте. Шуларҙың береһе - декабрь башында халыҡ ижады үҙәгендә ойошторолған «Берҙәмлектә - көс сараһы». Унда район хакимиәте етәкселеге, ауыл биләмәһе башлыҡтары, райондың инвалидтар йәмғиәте ағзалары ҡатнашты.
Районда Луиза Иванова етәкселегендәге инвалидтар ойошмаһы уңышлы эшләп килә. 4 меңгә яҡын кешенең 800-ҙән ашыуы унда иҫәптә тора. Бында даими рәүештә төрлө темаға ҡағылышлы саралар, күргәҙмәләр, осрашыуҙар үтә. «Ойошмалағы яҡташтар менән беҙ бөтөн бер ғаилә кеүекбеҙ. Бергәләп алдыбыҙға төрлө маҡсаттар ҡуябыҙ, һәм уларҙы тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләйбеҙ», - тине Луиза Салауат ҡыҙы.
Сарала физик мөмкинлектәре сиклелеләр өсөн ҡаланың төрлө ойошма, учреждениеларында эшләүсе белгестәр ҡабул итеүҙәр ойошторҙо. Райондың Пенсия фонды идаралығы, мәшғүллек, «Ғаилә» үҙәктәре, халыҡты социаль яҡлау ойошмаһы, «Ватанды һаҡлаусылар» фонды, Йәмғәғәт палатаһы, психологтар, район үҙәк дауаханаһы һәм башҡалар сараның төп сәбәпселәрен тыңлап, борсоған һорауҙарын ыңғай хәл итеү юлдарын табырға тырышты, кәңәштәрен бирҙе.
«Беҙ инвалидтарға, әгәр ҙә уларҙың эшкә урынлашыу теләге бар икән, ярҙам итәбеҙ. Улар үҙҙәренең хәлдәренән килерҙәй, шул уҡ ваҡытта күңелдәренә ятҡандай һөнәр буйынса эш эҙләп беҙгә мәрәжәғәт итһә, эш урыны табыуҙа булышлыҡ итәбеҙ. Мәшғүллек үҙәгендә шулай уҡ АСПК, йәғни адреслы социаль ярҙам программаһы уңышлы эшләй. Мәҫәлән,бер егет социаль ярҙам алып, мебель ремонтлау буйынса үҙ эшен асты. Үкенескә ҡаршы, ул ишетеү һәләтенән мәхрүм. Шуға ла алтын ҡуллы егеткә был эшендә ағаһы ярҙам итә», - тине мәшғүллек үҙәге директоры Гөлнара Сирусина.
Һаулыҡ буйынса физик мөмкинлектәре сикле булһа ла, улар тормоштоң матурлығын күреп, күңелдәренә яҡын шөғөлдәр менән булыша. Быны беҙ фойела урынлашҡан күҙ яуын алырҙай күргәҙмәлә күрҙек. Унда Нурия Атанғолованың, Гөлгөнә Раскилдинаның, Венер Исламғоловтың ҡул эштәре урын алды. Сыңғыҙ ауылынан Фәнисә Әхмәтова эшләгән төрлө картиналар ҡунаҡтарға рәссам оҫталығына ҡарата һоҡланыу уятты.
Был көн бөҙрәхана буйынса мәрхәмәтлек акцияһы ла үтте. Уңған ҡыҙҙар Гөлгенә Солтангилдина һәм Әлфиә Байбаҡтина сәскә бушлай прическа эшләү, бөҙрәләтеү, киҫеү буйынса ҡабул итте. Уларға мөрәжәғәт итеүселәр күп булды.
Сараның төп өлөшө концерт прораммаһы һәм мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе, уларға ярҙам итеүселәрҙе тәбрикләүҙе үҙ эсенә алды.
«Районда һаулыҡ буйынса мөмкинлектәрҙе сиклеләрҙе иғтибар үҙәгенән ысҡындырмаҫҡа, уларға һәр яҡлап терәк булырға, ярҙам итергә кәрәк», - тине район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов.
Сарала инвалидтар тормошонда әүҙем ҡатнашҡандарға Рәхмәт хаттары тапшырылды. Улар араһында Ҡуянтау ауылынан Әҡлимә Үтәмешева ла бар. Ярҙамға мохтаждар яҙмышына битараф булмаған Әҡлимә Нурәхмәт ҡыҙына Мәскәү ҡалаһы инвалидтар ойошмаһы рәйесе М. Терентьевтың Рәхмәт хаты тапшырылды. «Ҡуянтауҙа 18 инвалид бар. Шуларҙың 15-е өлкән йәштәгеләр булһа, 3-һе - балалар. Улар менән даими бәйләнештә булырға тырышам. Хәлдәрен белешеп торам, районда үткән сараларға алып киләм. Шулай уҡ бассейн, китапханаларға йөрөтәм, оло йәштәгеләргә төрлө документ эштәре буйынса ярҙамлашам. Ололар көнө, Яңы йыл байрамдары менән ҡотлап, күстәнәстәр алып барабыҙ», - тине Ә. Н. Утәмешева.
Сараны халыҡ ижады үҙәге артистары, йыр-бейеү буйынса төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнеүселәр һәм мөмкинлектәре сиклеләр тарафынан әҙерләнгән сығыштар биҙәне.
Инвалидтарҙың физик яҡтан мөмкинлектәре сикле булһа ла, уларҙың күбеһе ижади эшкә, йыр-бейеүгә, шиғыр һөйләүгә оҫта. Тап шундайҙар өсөн ноябрь аҙағында халыҡ ижады үҙәге «Сиктәрҙе асып» тип исемләнгән конкурс иғлан иткәйне. Унда барлығы 30-ға яҡын ҡатнашыусы үҙен һынап ҡараны. Халыҡ ижады үҙәгендә эшләүсе Илнур Аслаев, Наил Шәйәхмәтов, Ләйсән Солтангилдина, инвалидтар ойошмаһы ағзаһы Павел Пуликовтан торған баһалама ағзалары барлыҡ сығыштарҙы тыңлап, иң-иңдәрен асыҡланы.
Конкурс финалистары ла ошо көндө бер сәхнәгә йыйылды. Иң-иң яҡшы тип табылған номерҙар тамашасы хөкөмөнә сығарылды. Концертты Ғәлинур Хәмитов һәм Ләйсән Солтанғолова бик матур итеп алып барҙы. Сығыш яһаусы ҡыҙҙарҙың күңелгә ятырлыҡ итеп шиғыр һөйләүҙәрен, йырҙарын күҙ йәштәрһеҙ тыңлау мөмкин түгел ине...
Концерт һуңында смотр еңеүселәренә төрлө номинациялар бирелде, урындар билдәләнде. Диана Хисаметдинова һәм Йәсминә Байымова- «Йәш йондоҙсоҡ», Влада Новикова - «Эмоциональ һәм сағыу сығыш өсөн», Салауат Салауатов - «Башҡарыу оҫталығы өсөн», Рушан Хәлилов - «Халыҡ бейеүҙәренә һөйөү өсөн», Марат Иҙрисов - «Үҙенсәлекле сығыш һәм артистизм өсөн», Алина Йосопова - «Ихлас башҡарыуы өсөн», Айгиз Танһыҡҡужин «Еңеүгә ынтылыш өсөн» номинацияларында билдәләнде. Ә урындарға килгәндә, III дәрәжә диплом менән Лилиә Баймырҙина һәм Лилияна Сарина, II дәрәжә диплом менән - Миңзифа Хәмитова һәм Айҙар Сәйфуллин бүләкләнде. 1-се урынды иң оло конкурсант Ҡуянтау ауылынан 89 йәшлек Әхмәдиә Хәмитов һәм Баймаҡ ҡалаһынан Нәркәс Сирбаева яуланы. Мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлназ Йыһаншина барлыҡ ҡатнашыусыларҙы ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе, финалистарға диплом һәм аҡсалата бүләк тапшырҙы.
Был көн һаулыҡ мөмкинлектәре сиклеләр төп иғтибар үҙәгендә булды. Әммә тормошта ошондай яҙмышҡа дусар булып, һәр яҡлап ярҙамға мохтаждарҙы беҙ һаулыҡ мөмкинлектәре сиклеләр көнөндә генә түгел, ә йыл дауамында иғтибарҙан өҙмәҫкә, рухи яҡтан да терәк булырға тейешбеҙҙер.
Альбина Байегетова.