Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ойошмаларҙа
17 Июнь 2022, 16:35

Күнекмә генә булып ҡалһын

-

Бөгөн Баймаҡ районының биш ауылынан ирекле янғын һүндереү командалары һөнәри оҫталыҡта көс һынашты. Йомаштан Рәил Килдеғошов, Нур Солтангәрәев, Мерәҫтән Ғилман Нәҙербаев, Әҙел Хәсәнов, Ниғәмәттән Азат Фәйзуллин, Илфат Кәримов, Билалдан Рәмил Аманов, Радмир Мәһәҙиев, Беренсе Этҡолдан Руслан Ямғуров, Мансур Азаматовтар алдарына ҡуйылған бурысты билдәләнгән ваҡытта атҡарып сығыу өсөн бар тырышлыҡтарын һалды. Уларҙың һөнәри оҫталығын 15-се янғын һүндереү отряды начальнигы Д.А. Пинашин етәкселегендәге абруйлы комиссия баһаланы.

Дөйөм мәрәйҙәр буйынса Ниғәмәт ауылы ирекле янғын һүндереү командаһы беренсе урынды яуланы. Ҡуйылған бурысты үтәү өсөн уларға 2, 49 минут талап ителде. Билал – икенсе, Беренсе Этҡол – өсөнсө, Мерәҫ – дүртенсе, Йомаш командалары – бишенсе урынды алды. Еңеү яулаған Ниғәмәт командаһы республика кимәлендә уҙасаҡ ярышта көс һынашасаҡ.

Артабан Дмитрий Пинашин янғын хәүефен булдырмау, профилактик эш алып барыу һәм ошо өлкәлә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн бер төркөм янғын һүндереүселәргә БР-ҙың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Лилиә ТАКАЕВА.

Автор фотоһы.

Күнекмә генә булып ҡалһын
Күнекмә генә булып ҡалһын
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: