Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ойошмаларҙа
7 Апрель 2018, 17:32

Ҡотҡарыусыларҙың юлын киҫмәгеҙ!

Кемерово ҡалаһындағы фажиғә әле лә йөрәктәрҙе өтә.

Ҡотҡарыусыларҙың юлын киҫмәгеҙ!


Кемерово ҡалаһындағы фажиғә әле лә йөрәктәрҙе өтә. Күңел асыу үҙәгендә 70-кә яҡын кеше һәләк булды. Уларҙың күптәрен ҡотҡарып ҡалырға мөмкин булыр ине лә бит. Әгәр ҙә... Әгәр ҙә хәүефһеҙлек саралары теүәл үтәлгән булһа. Шуға күрә лә РФ Президенты Владимир Путин илдәге бөтә сауҙа нөктәләрендә, күңел асыу үҙәктәрендә, халыҡ күпләп йыйылған урындарҙа хәүефһеҙлек сараларының үтәлешенә етди тикшереү уҙғарыу, халыҡты эвакуациялау буйынса күнекмәләр ойоштороу тураһындағы махсус бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Ошондай уҡ саралар 18 апрелгә тиклем Баймаҡта ла барасаҡ.


3 апрель. Иртәнге сәғәт 11. Универмагта “янғын сыҡҡан”. Сиреналар уйнатып ике янғын һүндереү машинаһы килә. Бына светофор. Юл-транспорт ҡағиҙәһенә ярашлы, сирена менән килгән махсус машиналарға водителдәр ҙә, йәйәүлеләр ҙә юл бирергә тейеш. Ләкин был юлы беҙ уның киреһен күҙәттек: машиналар ҙа, йәйәүлеләр ҙә өҫтөнлөктө бирмәне. Был осраҡта янғын һүндереү машиналары уларҙы төкөп китергә хаҡлы булһа ла, ҡәҙерле минуттарҙы юғалтып, юлдың асылғанын көтөргә мәжбүр булды.

Янғын һүндереүселәр сауҙа йортона килеп туҡтау менән “янғын сыҡҡан” урынды һүндерергә кереште. Әйтергә кәрәк, улар үҙ алдына ҡуйылған бурысты яҡшы атҡарып сыҡты.

– Ошондай күнекмәләр беҙҙә даими үтә, ләкин быныһы пландан тыш уҙған сара, – тине 114-се янғын һүндереү часы начальнигы Вилүр Абайҙуллин. – Өйҙә, эш урынында, күңел асыу үҙәктәрендә һәр кем хәүефһеҙлек сараһын теүәл күҙәтергә һәм үтәргә тейеш. Һаҡһыҙлыҡ һәм вайымһыҙлыҡ кеше ғүмерен өҙә лә инде.

Ошондай уҡ күнекмәләр ҡаланың башҡа объекттарында ла үтәсәк.

Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуа ҡалһа, янғын һүндереүселәр үҙҙәренә беркеткән бурысты теүәл атҡарып сыға. Бындай күнекмәләр бары тик белгән алымдарҙы нығытырға ғына мөмкинлек бирә.

Ә бына беҙ, ябай халыҡ, бәлә килә ҡалһа (Хоҙайым үҙе генә һаҡлаһын инде!), үҙебеҙҙе нисек тоторға, башҡаларға нисек ярҙам күрһәтергә беләбеҙме? Дөрөҫ, бындай саҡта белгәнеңде лә оноторһоң. Ә шулай ҙа ҡыйыу йөрәктәр батырлыҡҡа барып, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарырға һәләтле. Ҡайҙа ғына булһаҡ та, ҡайҙа ғына барһаҡ та хәүефһеҙлек сараларын күҙәтергә өйрәнәйек. Тәү сиратта балаларыбыҙҙы хәүеф-хәтәрҙән ҡурсалайыҡ.

Лилиә Такаева.

Автор фотоһы.
Читайте нас: