Бөтә яңылыҡтар
Һорау-яуап
10 Ноябрь 2022, 15:10

Өйөм күптән юҡ, әммә һалым түләйем...

- Әллә ҡасан емереп ташланған өй өсөн әле булһа ла һалым түләү ҡағыҙы килә. Был осраҡта миңә нимә эшләргә була?  - Мин крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы. Әммә миңә мөлкәткә һалым килә. Ни өсөн? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты сайттан табырға була. 

Өйөм күптән юҡ, әммә һалым түләйем...
Өйөм күптән юҡ, әммә һалым түләйем...

- Әллә ҡасан емереп ташланған өй өсөн әле булһа ла һалым түләү ҡағыҙы килә. Был осраҡта миңә нимә эшләргә була? 

- Һалым органы һеҙ һалым һалыу объектының юҡ ителеүе тураһында ғариза менән һалым инспекцияһына мөрәжәғәт итмәйенсә йәки Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына ошо объектты алдырып ташлау һәм уға ҡарата үҙ хоҡуҡтарығыҙҙы туҡтатыу тураһында мәғлүмәттәр индермәйенсә, ошо йортҡа физик шәхестәрҙең милкенә һалымды иҫәпләүҙе дауам итәсәк. Ғариза менән бергә мөлкәттең юҡ ителеүен раҫлаған документтарҙы (торлаҡ фондының техник иҫәбен алыусы органдар биргән документтар, тикшереү акттары, капиталь төҙөлөш объектын һүтеп бөтөү тураһында белдереү ҡағыҙҙары һ.б.) тапшырырға кәрәк. Мәғлүмәттәр раҫланғас, һалым органы һалым һалыу объектының юҡ ителеүе менән бәйле һалым түләүҙе туҡтатыу тураһында Һеҙгә белдереү ҡағыҙы ебәрәсәк. Мәғлүмәттәр раҫланмаған осраҡта Һеҙгә һалым һалыу объектының һәләк булыуы йәки юҡҡа сығыуы менән бәйле һалым түләүҙе туҡтатыу өсөн нигеҙ юҡлығы тураһында хәбәр ебәреләсәк.

Һалым ҡануниәте тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының ҡыҙыу линия телефоны буйынса шылтыратып белешә алаһығыҙ: (347) 226-38-00.


- Мин крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы. Әммә миңә мөлкәткә һалым килә. Ни өсөн?

- Крәҫтиән-фермер хужалығы башлығына күсемһеҙ милек объекттарына ҡарата физик берәмектәрҙең мөлкәтенә һалым һалына һәм ул түләргә бурыслы. Физик берәмектәрҙең милкенә һалым буйынса ташлама махсус һалым режимдарын ҡулланған шәхси эшҡыуарҙарға ғына бирелә. Мәҫәлән, һалым һалыуҙың ябайлаштырылған йәки патент йәки ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр өсөн һалым һалыу системаһы.

Һалым ҡануниәте тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының ҡыҙыу линия телефоны буйынса шылтыратып белешә алаһығыҙ: (347) 226-38-00.

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: