Бөтә яңылыҡтар
Һорау-яуап
24 Октябрь 2022, 10:42

Һалым түләү буйынса һорауҙар килеп тыуһа

1. Мин оло йәштәге атайым өсөн ер һалымын түләй аламмы? Эйе, һеҙ атайығыҙ өсөн һалым түләй алаһығыҙ. Һалымды һалым түләүсе өсөн башҡа кеше түләй ала. Мәҫәлән, балалар - ата-әсәһе, ә ире ҡатыны өсөн түләй ала. Быны һалым белдереүендә урынлашҡан документтың индексы буйынса йәки онлайн аша банк йәки түләү терминалдары аша эшләргә мөмкин. Быны QR-код йәки һалым бедереүе яҙылған документтың индексы ярҙамында онлайн-банк йәки түләү терминалы аша эшләргә була. Әгәр инде түләү өсөн тултырылған махсус ҡағыҙ документ ярҙамында түләргә уйлаһағыҙ, «ИНН плательщика» тигән юлға атайығыҙҙың ИНН-ын яҙығыҙ.  Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йыл өсөн физик берәмектәрҙең мөлкәт һалымын 2022 йылдың 1 декабренән дә һуңға ҡалмайынса түләргә кәрәк. 2. Һалым белдереүе тураһындағы ҡағыҙҙы ҡайҙан һәм нисек алырға була?  «Физик берәмектәр өсөн шәхси кабинет» интернет-сервисынан файҙаланыусыларға 2021 йыл өсөн физик берәмектәрҙең мөлкәтенә, ер һәм транспорт һалымына һалым түләү өсөн белдереү ҡағыҙҙары әҙерләнеп, шәхси кабинетҡа электрон ебәрелә. Шәхси кабинетҡа инмәгән һалым түләүселәргә белдереү ҡағыҙҙары 2022 йылдың 1 ноябренә тиклем почта аша заказлы хат менән килә. Әгәр...

Һалым түләү буйынса һорауҙар килеп тыуһа
Һалым түләү буйынса һорауҙар килеп тыуһа

1. Мин оло йәштәге атайым өсөн ер һалымын түләй аламмы? (Ғәлиева М.Ф., Ауырғазы районы).

Эйе, һеҙ атайығыҙ өсөн һалым түләй алаһығыҙ. Һалымды һалым түләүсе өсөн башҡа кеше түләй ала. Мәҫәлән, балалар - ата-әсәһе, ә ире ҡатыны өсөн түләй ала. Быны һалым белдереүендә урынлашҡан документтың индексы буйынса йәки онлайн аша банк йәки түләү терминалдары аша эшләргә мөмкин. Быны QR-код йәки һалым бедереүе яҙылған документтың индексы ярҙамында онлайн-банк йәки түләү терминалы аша эшләргә була. Әгәр инде түләү өсөн тултырылған махсус ҡағыҙ документ ярҙамында түләргә уйлаһағыҙ, «ИНН плательщика» тигән юлға атайығыҙҙың ИНН-ын яҙығыҙ. 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йыл өсөн физик берәмектәрҙең мөлкәт һалымын 2022 йылдың 1 декабренән дә һуңға ҡалмайынса түләргә кәрәк.

 

2. Һалым белдереүе тураһындағы ҡағыҙҙы ҡайҙан һәм нисек алырға була? (Ахтарьнова Л.Т., с.Малаяҙ).

 

«Физик берәмектәр өсөн шәхси кабинет» интернет-сервисынан файҙаланыусыларға 2021 йыл өсөн физик берәмектәрҙең мөлкәтенә, ер һәм транспорт һалымына һалым түләү өсөн белдереү ҡағыҙҙары әҙерләнеп, шәхси кабинетҡа электрон ебәрелә. Шәхси кабинетҡа инмәгән һалым түләүселәргә белдереү ҡағыҙҙары 2022 йылдың 1 ноябренә тиклем почта аша заказлы хат менән килә.

Әгәр ниндәйҙер сәбәптәр буйынса белдереү ҡағыҙы килмәһә, һеҙ теләһә ҡайһы һалым органына йәки Күп функциялы үҙәк бүлексәһенә мөрәжәғәт итә һәм һалым тураһында белдереү ҡағыҙы ала алаһығыҙ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йыл өсөн физик берәмектәрҙең мөлкәт һалымын 2022 йылдың 1 декабренән дә һуңға ҡалмайынса түләргә кәрәк.

 

3. Һалым белдереүен алдым һәм бының буйынса минең һорауҙарым бар. Әммә беҙҙең ауылда һалым инсекцияһы юҡ. Мин ҡайҙа мөрәжәғәт итә алам? (Ахтәмова З.Х., Языково ауылы).

 

Мөлкәт һалымын иҫәпләү буйынса һорауҙар, шул иҫәптән алынған һалым белдереүендә күрһәтелгән мәғлүмәт буйынса ла, килеп тыуғанда һалым органдарына түбәндә көрһәтелгән бер ысулды һайлап мөрәжәғәт итә алаһығыҙ:

- «Һалым түләүсенең шәхси кабинеты» («Личный кабинет налогоплательщика») аша;

- «Рәсәйҙең федераль һалым хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә» («Обратиться в ФНС России») сервисы аша;

- яҙма мөрәжәғәт ебәрергә;

- Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Бәйләнеш үҙәгенә 8−800-222-22-22 (бушлай) номеры йәки 8 (347) 226-38-00 телефоны буйынса шылтыратырға.

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: