-Ниһайәт, Бөйөк Ватан һуғышы осоро балаларына айырым статус тураһында һүҙ сығып ҡуйҙы. Ошо мәлде ул осорҙағы быуын ғүмер буйы көттө бит. Был закон тормошҡа ашыр микән?
-Эйе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға “Һуғыш балалары” тигән закон проекты тәҡдим ителде. Был тәҡдимде беҙҙең республикалағы “Берҙәм Рәсәй” депутаттары индерҙе. Яңы закон проектына ярашлы, 1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябренә ҡәҙәр тыуған кешеләр “Һуғыш осоро балалары” тип һанала һәм уларға республика бюджеты тарафынан дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк. Атап әйткәндә, бер тапҡыр түләнә торған аҡсалата ярҙам күрһәтеү, медицина уңайлыҡтары менән сираттан тыш файҙаланыу һәм социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә сираттан тыш юллама биреү ҡарала. Әйткәндәй, тәҡдимде БР Башлығы Р.Хәбиров хупланы һәм, яңы законды ҡабул итеү күптән кәрәк ине һәм ул ошо йылдың майынан ғәмәлгә ашырыласаҡ, тип белдерҙе.