-3 °С
Болотло
Эсмә! Юғиһә, машинаңды тартып алырҙар
-Эскән килеш руль артына ултырған, авария яһаған водителдәрҙең машинаһын тартып алыу тураһында һүҙҙәр сығып ҡуя. Күптән кәрәк бындай сара!
-Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары март айында яңы закон проекты менән РФ Дәүләт Думаһына мөрәжәғәт итте. Был документ машина йөрөткәндә бер йыл эсендә ике тапҡыр иҫерек килеш тотолған, ошо арҡала етди юл-транспорт ваҡиғаларына сәбәпсе булған водителдәргә ҡаты яза ҡулланыуҙы күҙ уңында тота. Әгәр ҙә Дәүләт Думаһы яңы проектты яҡлаһа, бындай кешеләрҙең машиналары тартып алынасаҡ.