Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һорау-яуап
21 Март 2021, 10:50

Һуған ҡырҡҡанда ... һағыҙ сәйнә

Әгәр һуған ҡырҡҡанда һағыҙ сәйнәп торһағыҙ күҙегеҙ йәшләнмәҫ.Бәлеш өҫтөндә иҫ киткес матур узорҙар эшләргә теләһәгеҙ шәкәр пудраһын узорҙары тишеп эшләнгән салфетка аша өҫтөнә һибегеҙ.Алебастрҙы һөт менән бутаһығыҙ ул оҙаҡ ҡатмаясаҡ, бындай ҡатнашма менән стеналағы тишектәрҙе һылау күпкә еңел буласаҡ...

Ҡайһы саҡта өйҙә бәләкәй генә батарейкалар ҡалған була, ә беҙгә ҙурырағы кәрәк. Бындай осраҡта батарейканы фольга менән ялғағыҙ.

Өс ҡатлы һауыт-һаба күп хәҙер. Улар косметиканы йыйып тотоу өсөн бик уңайлы.

Бер иш асҡыстарҙы бутайһығыҙмы? Һәр береһен төрлө төҫтәге тырнаҡ лагы менән буяғыҙ.

Әсе борос ҡулда тороп ҡалмаһын өсөн уны турап бөткәндән һуң зәйтүн майы һөрт, ә һуңынан һабынлап йыу. Әгәр әсе борос күҙгә эләкһә, һөт менән йыуығыҙ.

Ҡулдан һарымһаҡ еҫен бөтөрөү өсөн ағып торған һыу аҫтында ҡулығыҙҙы тутыҡмаҫ ҡалаҡ менән ышҡып йыуырға кәрәк.

Сүкеш менән бармағығыҙға эләктермәҫ өсөн сөйҙө кер ҡыҫтырғыс менән тотоп ҡағып ҡуйығыҙ. Шулай уҡ осо үҫемлек майына тығып алынған сөйҙө ҡағыуы еңел буласаҡ.

Ҡайнап ултырған һурпалы кәстрүл өҫтөнә ағас ҡалаҡты арҡыры ҡуйһағыҙ, ул ташмаясаҡ.

Ноутбук ҡыҙып китмәһен өсөн уны ҡатырғанан эшләнгән йомортҡалар ҡумтаһына ҡуйырға була.

Әгәр һуған ҡырҡҡанда һағыҙ сәйнәп торһағыҙ күҙегеҙ йәшләнмәҫ.

Бәлеш өҫтөндә иҫ киткес матур узорҙар эшләргә теләһәгеҙ шәкәр пудраһын узорҙары тишеп эшләнгән салфетка аша өҫтөнә һибегеҙ.

Алебастрҙы һөт менән бутаһығыҙ ул оҙаҡ ҡатмаясаҡ, бындай ҡатнашма менән стеналағы тишектәрҙе һылау күпкә еңел буласаҡ.

Таптары бөтмәгән көҙгөнө одеколон йә спиртлы сепрәк менән ышҡып таҙартырға була.

Һаламдан эшләнгән әйберҙәрҙе тоҙло һыуҙа сылатылған теш щеткаһы менән таҙартыуы еңел.

Балаҫҡа кискеһен тоҙ һибеп, иртәнсәк уны еүеш сепрәк менән таҙартып алһағыҙ, төҫтәре сағыуланып китер.

Йомшаҡ мебелде туҙандан таҙартыу өсөн уның өҫтөнә ыулы япма ябығыҙ ҙа һуҡҡылап алығыҙ.

Ванна бүлмәһендәге көҙгө боҫланмаһын өсөн уны 1 стакан һыуға эретелгән желатин менән һөртөгөҙ.

Ярылған быяланы пластилин менән йыйып алыуы еңел дә, хәүефһеҙ ҙә.

Читайте нас: