Һаҡмар
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һорау-яуап
2 Сентябрь 2020, 18:10

БУРЫС ҠЫНА БУЛМАҺЫН!

- Торлаҡ-коммуналь хеҙмәтләндереүе өсөн бирелгән аҡсалата компенсация ваҡытында түләнмәйәсәк йәки бөтөнләй бирелмәйәсәк, тиҙәр. Был ысын хәбәрме?

Һорау – яуап

Бурыслыларға түләнмәйәсәк

- Торлаҡ-коммуналь хеҙмәтләндереүе өсөн бирелгән аҡсалата компенсация ваҡытында түләнмәйәсәк йәки бөтөнләй бирелмәйәсәк, тиҙәр. Был ысын хәбәрме?

Һеҙҙең һорау буйынса БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванованың аңлатмаһын килтерәбеҙ.

- 1 июлдән, федераль закон буйынса, ташламаға эйә булыусылар торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә сығымдар өсөн айлыҡ аҡсалата компенсацияны (ЕДК) ысынбарлыҡтағы сығымы күләменә ҡарап алыуға күсте. Был социаль түләүҙе алырға хоҡуғы булған граждандар - Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, инвалидтар һәм инвалид балалары булған ғаиләләр, радиация алған граждандар, хеҙмәт ветерандары, тыл хеҙмәткәрҙәре, күп балалы ғаиләләр. Быға тиклем уларға Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы тарафынан һәр муниципаль берәмек өсөн аныҡ билдәләнгән сумма түләнеп килде.

Сентябрҙә компенсация алыр өсөн торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрен 10 авгусҡа тиклем түләп ҡуйырға кәрәк. Әгәр кешенең бурыстары бар икән, компенсация түләнмәйәсәк. Сөнки был социаль түләү – торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн тотонолған сығымды ҡаплау өсөн бирелә. ЕДК иҫәпләү хеҙмәттәрҙе күрһәтеүселәрҙән алынған түләү ҡағыҙы нигеҙендә иҫәпләнәсәк. Уның күләмен билдәләү өсөн торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн яҙылған сумма һәм льгота алыусының уны айҙың 10-на тиклем түләүе ҡараласаҡ (тимәк, август өсөн түләүҙе 10 сентябргә тиклем түләргә кәрәк).

Читайте нас: