Һорау - яуап
Бройлер себештәре алдыҡ. Уларҙы нисек тәрбиәләргә икән?
- Иң тәүҙә уларҙы дөрөҫ итеп һайлап алырға кәрәк. Сәләмәт себештәр әүҙем була, тауышҡа иғтибар итә. Уларҙың эсен һаҡ ҡына һыйпап ҡарарға кәрәк, ул йомшаҡ ҡына булырға, кәпәйеп тормаҫҡа тейеш. Ит өсөн сығарылған тоҡомло себештәрҙең генә эсе бер аҙ ҙурыраҡ булыуы мөмкин. Сәләмәт ҡошсоҡтарҙың ҡанаттары ҡайырылып йәки осорға әҙерләнгән кеүек тормай, уларҙың һылашып тороуы яҡшы күрһәткес. Һәйбәт себештәр һәр ваҡыт аяҡтарында ныҡ тора, ауа-түнә ҡыбырлағандарын һайламағыҙ.
Тәүге өс-биш көндә аҫтарына ҡағыҙ йәйеп, ҡош-ҡорт өсөн махсус ҡатнаш аҙыҡ, кукуруз ярмаһы һибергә кәрәк. Сипылдаҡтар бындай иҙәндә рәхәтләнеп соҡона ала, аяҡ аҫты ла ҡоро ҡала. Себештәрҙе һыуыҡ иҙәндә ашатмағыҙ, һалҡын тейәсәк. Улар бер ваҡытта ла эсәр һыуына баҫмаһын, үҙ бысрағын ашаған тауыҡтарҙың ашҡаҙаны тиҙ генә боҙола. Себештәргә ике аҙна самаһы тулып уҙғас, профилактика өсөн марганцовка иретмәһе эсерәләр.
Себештәр яҡшы үҫһен өсөн өс нәмә кәрәк – йылылыҡ, ҡоро иҙән һәм яҡтылыҡ. Шуға ла улар эсергә тейешле һыу һауытын ентекләп һайлағыҙ – түгелеп ятырлыҡ булмаһын. Һауыт эсенә себештәр инеп баҫып йөрөмәһен. Сөнки иҙән дымланасаҡ, ә дымлы иҙән – бәләкәй ҡошсоҡтарҙың дошманы. Яҡтылыҡ өсөн ҡулланылған лампа 40 вт самаһы булырға тейеш һәм металлик сағылдыртҡысы булыуы яҡшы. Себештәр тотолған иҙәнгә түшәү өсөн ағас онтағын ҡулланырға була. Торф та һалырға мөмкин, әйткәндәй, уны һуңынан баҡсала ашлама итеп ҡулланыу бишләтә файҙалы ғына. Тик онотмағыҙ – ағас онтағын да, торфты ла дымланмаһын өсөн йыш ҡына алмаштырып тороғоҙ. Себештәрҙе алыу менән уларға антибиотиктар эсереү талап ителә. Улар ампулаларҙа һатыла.
Себештәрҙе оҙаҡ бешерелгән һәм ҡабығы менән ваҡ ҡына итеп туралған йомортҡа менән һыйлай башлайҙар. Тәүҙәрәк бер йомортҡа 25 тирәһе себешкә етә. Һәм, әлбиттә, тары ярмаһын онотоп ҡуймағыҙ. Уны тоҙһоҙ, айыртылмаған һөт һалып бешерәләр. Бутҡаға кукуруз, бойҙай кеүек ярмалар ҙа бара. Бутҡа ҡуйы ғына булырға тейеш. Себештәргә ойоған һөт тә эсергә ярай, уны сынаяҡ аҫты кеүек һауыттарҙа бирәләр. Себештәргә биш көн булғас, ваҡланған аҡбур, ағас күмере һәм йылға ҡомо бирергә мөмкин. Был эште артыҡ һуңлатмай ҙа, ашыҡмай ҙа башҡарыу яҡшы. Сөнки был ваҡыт себештәрҙең үҫешендә ҙур роль уйнаған мәл. Аҙыраҡ торғас, йәш кесерткән, клевер, люцерна кеүек файҙалы үләндәр ҙә ашатыла. Был һутлы аҙыҡтарҙы ваҡ ҡына итеп турап, дымлы һауыттарға һалып ултырталар. Тыуғандан һуң тәүге ун көндә себештәрҙе ике сәғәт һайын ашаталар. Һуңынан бер айға тиклем – өс сәғәт һайын. Артабан инде себештәр дүрт сәғәттән һуң ғына асыға. Төнгөлөккә иҙелгән бойҙай һалырға мөмкин.