Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һорау-яуап
21 Октябрь 2019, 13:15

Ҡыйға өҫтәмә ... аҡса

Ҡый өсөн аҡса түләүгә күнегеп тә бөтмәнек, тағы бер яңылыҡ аптыратты. Хәҙер инде почта ла был хеҙмәтләндереү өсөн 20 һум комиссия ала башланы. Ҡый өсөн ауылдарҙа 35 һум түләйбеҙ, өҫтәүенә 20 һум комиссия. Был ауыл ерендә йәшәгәндәр өсөн һиҙелерлек аҡса. Ни өсөн комиссия тотола башланы? (яуапты сайттан уҡығыҙ)


Һорауҙы БР федераль почта элемтәһе идаралығына йүнәлттек. Беҙгә баш белгес Борис Слуцкий яуап бирҙе:

- Башҡортостан Республикаһы федераль почта элемтәһе идаралығы клиенттарына түләүҙәрҙе ҡабул итеү буйынса хеҙмәтләндереү күрһәткәндә был хеҙмәтләндереүгә үҙ тарифтарын ҡуя ала. Был хоҡуҡ 2009 йылдың 3 июнендә ҡабул ителгән 103-сө федераль законда күрһәтелгән. Шуға күрә ҡый өсөн түләгәндә алынған комиссия федераль законға ярашлы эшләнә һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын боҙмай.


“Эко-Сити” ЯСЙ-һы идарасы директоры Артем Киреев иһә былай тип белдерҙе:

- Ҡый өсөн түләүгә комиссия индереү тураһында беҙҙең менән килешелмәне лә. Күп кенә ауылда түләүҙәрҙе тик почта аша ғына эшләп була. Почта хеҙмәте ошоноң менән файҙалана. Шулай итеп, почтаға банк комиссияһын “Эко-Сити” ла, абоненттар ҙа түләй. Ауыл ерендә кешеләр ҡый өсөн 35 һум түләй, ә комиссия менән ул тағы ла артып китте. Был тотош “ҡый реформаһына” өҫтәмә ризаһыҙлыҡтар тыуҙыра.


“Эко-Сити” ЯСЙ-һының Баймаҡ районы һәм ҡалаһындағы вәкиле Ә.Ш. Мостафин:

- Эйе, почтаның ҡый өсөн түләүгә комиссия индереүе – көтөлмәгән хәл булды һәм халыҡтың ризаһыҙлығын тыуҙырҙы. Был хәлдән сығыуҙың бер юлы бар – ул ҡый өсөн һаҡлыҡ банкы аша (онлайн да була) түләү. Сөнки һаҡлыҡ банкы аша түләгәндә комиссия тотолмай.

Гүзәл Иҫәнгилдина әҙерләне.
Читайте нас: