Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һорау-яуап
7 Октябрь 2019, 18:09

Хоҡуҡты ҡайтарып буламы?

Социаль хеҙмәтләндереү йыйылмаһынан (НСУ) баш тартҡайным. Был хоҡуғымды яңынан ҡайтарып буламы?Данир.Һорауға социаль страховкалау фондының баш белгесе Ғ.Ә. Әхмәтов яуап бирә: (яуапты сайттан уҡығыҙ)

– Социаль хеҙмәтләндереү йыйылмаһына рецепт буйынса дарыуҙар, инвалид балалар өсөн махсус дауалау аҙыҡ-түлеге, санатор-курорт дауалауына путевка, дауаланыу урынына барып ҡайтыу өсөн тимер юл һәм ҡала-ара транспортына бушлай барып ҡайтыу инә. Закон тарафынан шифаханаға үҙегеҙ барып ҡайтҡан өсөн компенсация ҡаралмаған. Шулай уҡ санатор-курорт дауалауын ҡайҙа алырға икәнлеген һайлау хоҡуғы ла бирелмәй.
Социаль хеҙмәтләндереү йыйылмаһын ҡулланырға йәки уны аҡсалата алырға мөмкин. Әгәр һеҙ йыйылманан баш тартҡан икәнһегеҙ, 1 октябргә тиклем пенсия фонды идаралығына барып ғариза яҙырға кәрәк. Унан алда табиптан консультация алырға онотмағыҙ. Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн Баймаҡ ҡалаһы, С.Юлаев проспекты, 11 (кинотеатр бинаһы) адресы буйынса дүшәмбе, шишәмбе көндәрендә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Белешмәләр өсөн телефон: 3-15-85.
Читайте нас: