Таулыҡай ауылының эшһөйәр ир-егеттәре, класташтар Йәмил Фирғәт улы Үҙәнбаев менән Мазһар Әбделхәй улы Сәлихов оҙаҡ йылдар татыу күршеләр булып йәшәйҙәр.
Таулыҡайҙа тыуып, ошо ауыл ҡыҙҙарына өйләнеп, матур ғаиләләре менән бәхетле ғүмер кисерә улар.
Әйткәндәй, уларҙың ҡатындары Вәзилә Муллағале ҡыҙы менән Гөлзәминә Салауат ҡыҙы ла класташтар. Ә иң ҡыҙығы-уларҙың туйҙары ла бер көндә була.
Ситтән бәхет эҙләмәй, бар ғүмерҙәрен ауыл хужалығында эшләп ғүмер иткән ир-уҙамандарҙың теләктәре бер -ауыл йәшәһен, сәскә атһын.
Үҙҙәренең эргәһендә буш торған ерҙе кәртәләп, ағастар ултыртып, "Күршеләр аллеяһы" барлыҡҡа килтереп, уны тәрбиәләп тота уңған, татыу күршеләр.
Был эштә уларҙың балалары төп ярҙамсылары.
Әле ял көндәрендә улар ҡыштан алда ағастарҙы тәрбиәләһә, уңған ҡыҙҙары, ейәнсәрҙәре буяп, тағы ла йәмләндереп, матурлап ҡуйҙылар.
Афарин, татыу күршеләр!
Гел шулай берҙәм булығыҙ, уйҙарығыҙ изге, эштәрегеҙ уң булһын!