Таулыҡай ауылы мәсетендә балалар өсөн «Бәрәкәт» исемле лагерь ойошторолдо. Унда ошо ауылда йәшәүсе һәм ҡырҙан туғандарына ҡунаҡҡа килеүсе ҡыҙҙар һәм малайҙар йөрөнө. Улар һаны көн һайын 25-40 тирәһен тәшкил итте. Бындай лагерь мәсеттә быйыл тәүге тапҡыр ойошторолоп, ул биш көн дауамында барҙы.
«Уҙған көндәрҙә Ярат ауылы мәсетендә райондың имам-хатиптарының йыйылышы үткәйне. Шунда, балаларҙың йәйге ялдары ваҡытында мәсеттә берәй сара үткәрергә кәрәк, тигән тәҡдим дә индерелде. Алдан да шул турала уйлап йөрөй инем, был йыйылыштан һуң, ысынлап та, берәй сара үткәрергә кәрәк, тигән ныҡлы ҡарарға килдем. Йома намаҙынан һуң мәсеткә йөрөүселәр менән кәңәшләшеп, йәйге лагерь ойошторорға булдыҡ. Иң тәүҙә программа төҙөнөк. Тәүге көндә 21 бала булһа, артабан улар һаны артты. Ниндәй сара үткәрһәң дә, иң беренсе ул аҡсаға барып тоташа. Беҙ ҙә ошоно уйлап бер аҙ баҙап ҡалғайныҡ. Әммә лагерь буласағын ишетеп, бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеүселәр күп булды. Кемдер аҡсалата, кемдер тәмлекәстәр алып килде. Барыһына ла ҙур рәхмәт», - тине ауылдың имам-хатибы, лагерҙы ойоштороусы Рауил Салихов.
Лагерҙың һәр көнө билдәле бер темаға арналып, уға яуаплылар билдәләнде. Ойоштороусылар ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың ялдарын файҙалы, күңелле үткәреү өсөн бар тырышлығын һалды.
«Бөйөк дин әһеле Ризаитдин Фәхретдиндең: «Балаларға ҡалдыра торған мираҫтың иң ҡиммәтлеһе - динде өйрәтеп ҡалдырыу», - тигән фәһемле һүҙҙәре бар. Ошо йәһәттән йәш быуында динебеҙгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу, ислам ҡанундарын өйрәтеү маҡсатында лагерь ойошторолдо. Унда ҡыҙҙар һәм малайҙарға намаҙ уҡыу серҙәрен өйрәттек, ислам, иман, тәҡүәлек, ашап-эсеү, үҙеңде тотоу әҙәбе кеүек күркәм сифаттарға эйә булыу ысулдары хаҡында әңгәмәләр, «түңәрәк өҫтәл», хажиәләр менән осрашыу кеүек фәһемле саралар үткәрҙек. «Иман нуры» конкурсы, дини викториналар ойоштороп, балаларҙың аят-сүрәләрҙе яҡшы белеүҙәренә ҡыуандыҡ. Бөгөнгө ябай булмаған заманда ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы насар ғәҙәттәрҙән аралау, хаҡ юлға баҫтырыу маҡсатынан үткәрелгән лагерь фәһемле, файҙалы булғандыр, тип уйлайым. Балалар - беҙҙең ҡанатлы фәрештәләр. Улар менән эшләү беҙгә, ауылдың өлкән быуын кешеләренә, оло ҡыуаныс бирҙе», - тине ауылдың «Ағинәйҙәр» ойошмаһы ағзаһы Рәйсә Хәсәнова-Яҡупова.
Йома лагерҙың аҙаҡҡы көнө һәм йомғаҡлау сараһы булды. Был көндө лә кескәйҙәр ҙур теләк менән мәсеткә ашҡынды. Лагерь программаһы ла сараларға бай булды. Сәләм намаҙын уҡығандан һуң, ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың дини тема буйынса белемдәре тикшерелде. Улар өсөн «Иман нуры» конкурсы ойошторолдо. Унда Батыр һәм Мөхәмәт Сәғәҙәтовтар, Әмир Йәноҙаҡов, Нурмөхәмәт Салихов, Заһир Байегетов, Мәҙинә Йәноҙаҡова, Мәҙинә һәм Гөлбикә Салиховалар, Мәликә һәм Динә Байегетовалар, Юлиә Абҙаҡова, Лилиә Солтанова тиңдәштәренә һәм мәсет ҡунаҡтарына бер нисә сүрә ятлап, аят уҡып ишеттерҙе. Уларҙың барыһы ла Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.
Артабан сара асыҡ һауала дауам итте. Балаларға йүгереү ярышы ойошторолдо. Өлкәндәр төркөмөндәге ҡыҙҙар араһында Мәликә Байегетова - беренсе, Динә Салихова - икенсе, Юлиә Абҙаҡова өсөнсө урын яуланы. Уртансы төркөмдән Мәҙинә Салиховаға беренсе, Әзизә Ташбулатоваға икенсе, Нәргизә Бүкәнбаеваға өсөнсө урын бирелде. Малайҙарҙан Заһир Байегетов еңеүсе булһа, икенсе урынға Батыр Сәғәҙәтов, өсөнсөгә Данир Байегетов лайыҡ булды. Уларға миҙалдар тапшырылды.
«Лагерҙы ойоштороу - яңғыҙ башҡарыла торған эш түгел. Аллаға шөкөр, күмәк көс, берҙәмлек менән матур итеп үткәреп ебәрҙек. Көн һайын мәсеткә килеп, балалар менән бергә булыусы әүҙем ауылдаштар ҡыуандырҙы. Кемдер дини дәрестәр ойошторҙо, кемдер спорт уйындары үткәрҙе. Уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ балаларға тәмле аш-һыу әҙерләп ҡыуандырҙы. Барыһына ла ҙур рәхмәт», - тине Рауил Салихов һәм ойоштороу эшендә иң әүҙемдәрҙән һаналған Ләлә Буранбаеваға, Зөбәйлә Сәғәҙәтоваға, Рәйсә Хәсәнова-Яҡуповаға, Зилә Күсәрбаеваға, Сәүиә Салиховаға, Мәрүәр Әсмәндиәроваға, Рәсимә Сәғәҙәтоваға, Фәүзиә Кейекбаеваға, Мөнирә Байегетоваға, Хафиза Кейекҡужинаға, Әнисә Дәрминеваға, физкультура уҡытыусылары Рәшит Буранбаев менән Сәлим Иҫәновҡа, ауылда үткән һәр сараға тиерлек бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән Айҙар Исхаҡовҡа Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Һәр көн мәсеткә ҙур теләк менән йөрөгән ҡыҙҙар һәм малайҙар лагерь тамамланыуын бер аҙ күңелһеҙләнде.
«Мин Баймаҡта йәшәйем. Ауылға ҡартәсәйем менән ҡартатайымдарға ҡунаҡҡа килдем. Миңә лагерҙа оҡшаны. Бигерәк тә намаҙ уҡырға өйрәтеүҙәре оҡшаны. Баймаҡта ла мәсеткә бара торғайным. Мин «Аятел-көрси», «Фатиха», «Нәс» сүрәләрен беләм. Лагерҙағы «Иман нуры» конкурсында шуларҙы һөйләнем. Тиҫтерҙәремдең һәм кескәй балаларҙың аят-сүрәләрҙе яттан белеүҙәренә һоҡландым, - тине Нурмөхәмәт Салихов. Таулыҡайҙан Гөлбикә Салихова ла матур тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
«Түбәнге Таулыҡайҙа йәшәһәк тә, юл алыҫыраҡ тип ҡарап тормай, әхирәттәрем менән лагерға йөрөнөк. Һәр көнө күңелле үтте. Төрлө ҡыҙыҡлы уйындар уйнаныҡ, спорт ярыштарында ҡатнаштыҡ. Иң оҡшағаны Баймаҡҡа экскурсияға барыу булды. Унда беҙҙе имам-хатип Рауил Салихов, хажиә Фәүзиә Кейекбаева, ауылдашыбыҙ Айҙар Исхаҡов алып килде. Беҙ унда тыуған яҡты өйрәнеү музейында булдыҡ. Музейҙа райондың үткән тарихы, бөгөнгөһө, арҙаҡлы шәхестәре менән таныштыҡ. Музей экспонаттары ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Беҙҙе шулай уҡ «Нәсихәт» мәсетенә алып барҙылар. Ҙур, матур, иркен иман йорто беҙгә оҡшаны. Ҡайтыр алдынан балалар майҙансығында рәхәтләнеп уйнаныҡ. Район үҙәгенә экскурсияға алып килеүсе водителдәр Зәбир Ишкинин менән Рәфҡәт Уразбаевҡа ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә», - тине Гөлбикә һылыу.
Биш көнлөк лагерь ҡыҙҙар һәм малайҙарға бик оҡшаны. Быны йомғаҡлау сараһындағы линейкала ойоштороусыларҙың «лагерь оҡшанымы?» тигән һорауҙарына уларҙың береһенән-береһе уҙҙырып, «эйе, оҡшаны», тип күңелле тауыштар менән яуап биреүҙәре лә дәлилләй ине. Лагерҙа йөрөүсе 40 баланың иң бәләкәсенә - 3, иң ҙурына 15 йәш ине. Ҡыҙҙар һәм малайҙарға матур ял көндәренең иҫтәлеге итеп дини китаптар, тәмлекәстәр йыйылмаһы, сумкалар таратылды.
Мәсет тарафынан ойошторолған лагерь тәрбиәүи һәм балаларҙың йәйге оҙон ялдарын файҙалы һәм күңелле итеп үткәреү яғынан ғына түгел, ә ололар тарафынан ҡарауыллы йөрөп, хәүефһеҙлек яғынан да әһәмиәтле булды.
Альбина БАЙЕГЕТОВА.