Бөтә яңылыҡтар
Нисек йәшәйһең, ауыл?
19 Сентябрь 2025, 11:32

Матурлыҡҡа ғына ынтылам

Ошо көндәрҙә интернет селтәрендә иҫ китмәле матур баҡса үҫтергән бер уңған ғаиләнең фотоһы күҙгә ташланды. Үҙ ҡулдары менән ниндәй матурлыҡ, ниндәй мөғжизә тыуҙырғандар, тинем һоҡланып һәм уңған баҡсасылар менән яҡындан танышыу теләге тыуҙы. Баҡтиһәң, улар Түбәнге Яйыҡбай ауылында йәшәүсе Земфира һәм Рәил Хәсәновтар икән!  Тулыраҡ сайтта:

Ошо көндәрҙә интернет селтәрендә иҫ китмәле матур баҡса үҫтергән бер уңған ғаиләнең фотоһы күҙгә ташланды. Үҙ ҡулдары менән ниндәй матурлыҡ, ниндәй мөғжизә тыуҙырғандар, тинем һоҡланып һәм уңған баҡсасылар менән яҡындан танышыу теләге тыуҙы.

Баҡтиһәң, улар Түбәнге Яйыҡбай ауылында йәшәүсе Земфира һәм Рәил Хәсәновтар икән!

Уларҙың күркәм йорто әллә ҡайҙан ауылға йәм биреп, был ҡотло өйҙә уңған ғаилә йәшәгәне тураһында һөйләй.

Хәсәновтарҙың урамына барып инеү менән һәр төрлө сәскәләрҙең күплегенән күҙҙәр ҡамашты. Унда бер нисә төҫлө георгиндар, флокса, хризантема, мимоза, астра, петунья, цинния, сальвиялар һәм башҡа бик күп сәскәләр үҫә.

Уңған хужабикә уларҙың күбеһен өйҙә махсус һауыттарға март айында уҡ сәсә.

«Сәскән орлоҡтарҙың сыҡҡанын көтөп кенә торам. Ҡайһы осраҡта уларҙың яртыһы ғына шытып сыға. Сыҡҡандарын бәпәй кеүек ҡәҙерләп «өфф» итеп, һаҡлап ҡына торам. Ҡыштан һуң һәр бер йәшел үҫенте  ҡәҙерле була. Көндәр йылынғас, урамға алып сығам. Ҡайһыларын тура сәсәм. Сәскә үҫтереү - иң яратҡан шөғөлөм. Сөнки уларҙан матурлыҡ, наҙ бөркөлә.  Берәй ерҙән ҡайтып, урамға инеү менән аллы-гөллө сәскәләремде күреп, күңелем күтәрелә. Улар менән аралашырға яратам», -  тине уңған хужабикә.

Хәсәновтарҙың баҡсаһы төрлө емеш ағастарына ла бик бай. Унда слива, абрикос, крыжовник, ҡарағат, алма ағастары үҫә. Земфира Әнүәр ҡыҙы уларҙан һәр төрлө татлы  ризыҡ әҙерләп, яҡындарын ҡыуандыра.

«Баҡса шаулап үҫһен өсөн көс, тырышлыҡ талап ителә. Сәскәләрҙе, йәшелсә-емештәрҙе мин сәсәм. Ә уларҙы тәрбиәләү, һыу ҡойоу , ҡыйҙан таҙартыуҙы тормош иптәшем Рәил үҙ ҡарамағына алды. Шулай уҡ балалар ҙа хужалыҡта төп ярҙамсылар», - тип бәхетле йылмая уңған хужабикә. Эйе, төп эштәренән тыш, баҡсасылыҡ менән ныҡлап шөғөлләнергә ваҡыт тапҡан Земфира Әнүәр ҡыҙы менән Рәил Сәфәрғәле улына һоҡланырлыҡ. Әйткәндәй, ғаилә башлығы 25 йылдан ашыу уҡытыусы булып эшләһә, Земфира ханым - Ниғәмәттә һалма ҡырҡыу цехында һатыусы. Биш балаға ғүмер бүләк итеп, матур итеп тәрбиәләйҙәр. Уларҙың ғаиләһе районда ғына түгел, республикала ла ижади ғаилә булараҡ билдәле.

«Килен менән ҡустыбыҙ атай, әсәй менән егерме ике йыл йәшәнеләр, ун өс йыл төп йортта, аҙаҡ үҙҙәре айырым сыҡһалар ҙа, ҡалған туғыҙ йылды күрше булып йәшәп, бергә ғүмер кисерҙеләр. Бик матур, татыу йәшәнеләр, әсәй килендәрен ҡыҙҙарылай яҡын күрҙе. Улар ҙа ҡәйнәгә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтте.

Киленебеҙ аш-һыуға ныҡ оҫта. Ҡулы ҡотло. Эше лә, ашы ла бергә. Ниндәй орлоҡ сәсһә лә, сәскәме ул, гөлмө шаулап үҫеп китә. Ризығы ла шулай, уңып, күпереп бешеп сыға. Килен булып төшкән сағында ҡайны, ҡәйнә, балалар, етмәһә ете ҡайынбикә, ҡайнағалар, кемдер килә, кемдер китә, уның бер генә тапҡыр ҙа беҙгә ҡарата асыуын, ризаһыҙлығын ишетмәнем дә, күрмәнем дә. Ҡайтһаң өҫтәле тулы ризыҡ, самауыры борлап ултыра, атай менән әсәйҙең кәйефе күтәренке, көр, тамаҡтары туҡ, өҫтәре таҙа. Әле лә беҙ төп йорт бушап торғас, тура килендәргә барабыҙ, уларға тик рәхмәтлемен. Беҙ уны унынсы класты яңы ғына тамамлағас килен итеп алған инек, хәҙер бына утыҙ ике йыл бер һүҙгә тап булманым, бер ҡырын ҡарашын тойманым. Ҡустым менән артабан да татыу, парлы, бәрәкәтле мул тормошта йәшәүҙәрен теләйем», - тине ҡайынбикәһе Рәүилә.

Земфира менән Рәил Хәсәновтар бәхетле өләсәй менән ҡартатай ҙа. 

"Өс балабыҙ ҡырҙа, улар ял, байрам көндәрен түҙемһеҙлек менән көтөп, шау сәскәле, тәрбиәле, йылы, ҡот уйнап торған йортто һағынып ҡайталар, ял итеп, беҙҙең менән аралышып, тыуған яҡтан, тыуған йорттан көс-дәрт, илһам алалар", - тине Земфира Әнүәр ҡыҙы.

Тормош былай ҙа ҡыҫҡа. Бер-береңә яҡшы мөнәсәбәттә булып, башҡаларҙы ихтирам итеп, матурлыҡты күреп, уға ынтылып йәшәргә тырышабыҙ, тине мәҡәләм геройҙары. Балаларын матур итеп тәрбиәләгән, гөрләтеп донъя көткән, эшлекле, изге күңелле, тырыш, ауыл тормошонда, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан Земфира һәм Рәил Хәсәновтар менән танышып-аралашыу миндә матур ғаиләгә ҡарата тик ихтирам һәм һоҡланыу тойғоһо тыуҙырҙы.

Альбина БАЙЕГЕТОВА.

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас