Бөтә яңылыҡтар
Нисек йәшәйһең, ауыл?
22 Апрель 2025, 09:30

Ауыл тормошо

Мал ҡыуғанда һөйләшәләр:- Хәлдәрең нисек, һаумы?- Аллаға шөкөр, хәлдәр шәп,Һыйырым быҙауланы! - Утын, бесәнең еттеме,Мал-тыуарың именме?- Һыйыр һауырға беләме,Ҡайҙан алдың киленде? Ауылда тормош башланаИртән ҡара таң менән.Ауыл кешеһе шул инде —Көнитмеше мал менән. Көтөү ҡыуғанда ҡатындарСәғәттәр буйы торопҺөйләшәләр, хәбәрҙәре —Әлеге шул май-ҡорот. - Кемдең күпме һыйыры бар,Ҡасҡанмы, ҡасмағанмы?- Данил һыйыр эҙләй ине,Тапҡанмы, тапмағанмы?.. Кәңәшләшәләр: һәр өйҙәнАҡса йыйырға кәрәк,Һыйырҙарҙы ҡасырырғаТоҡом үгеҙе кәрәк. Ауыл осонда йыйылып,Әңгәмә ҡора ир-ат.Һөйләшәләр: иртән кемгәКөтөү көтөргә сират. Ауылдарҙа күнегелгәнКөндәлек ығы-зығы —Ауылда ғүмер итеүҙеңТап шунда шул ҡыҙығы! Ауыл кешеләре ябай,Илгәҙәк тә, алсаҡ та(Ауылдан һөт-ит ташыйбыҙҠалаларға ҡасһаҡ та). Ҡайғы-шатлыҡ уртаҡлашып,Татыу ғүмер итәйек.Алтын бирәм тиһәләр ҙә,Ауылдарҙан китмәйек! Беҙҙең ауыл — ҙур ауыл,Урап үтһен ел-дауыл.Мал тиҙәгенә батһа ла,Йәшәһен, тием, ауыл!

Мал ҡыуғанда һөйләшәләр:
- Хәлдәрең нисек, һаумы?
- Аллаға шөкөр, хәлдәр шәп,
Һыйырым быҙауланы!

- Утын, бесәнең еттеме,
Мал-тыуарың именме?
- Һыйыр һауырға беләме,
Ҡайҙан алдың киленде?

Ауылда тормош башлана
Иртән ҡара таң менән.
Ауыл кешеһе шул инде —
Көнитмеше мал менән.

Көтөү ҡыуғанда ҡатындар
Сәғәттәр буйы тороп
Һөйләшәләр, хәбәрҙәре —
Әлеге шул май-ҡорот.

- Кемдең күпме һыйыры бар,
Ҡасҡанмы, ҡасмағанмы?
- Данил һыйыр эҙләй ине,
Тапҡанмы, тапмағанмы?..

Кәңәшләшәләр: һәр өйҙән
Аҡса йыйырға кәрәк,
Һыйырҙарҙы ҡасырырға
Тоҡом үгеҙе кәрәк.

Ауыл осонда йыйылып,
Әңгәмә ҡора ир-ат.
Һөйләшәләр: иртән кемгә
Көтөү көтөргә сират.

Ауылдарҙа күнегелгән
Көндәлек ығы-зығы —
Ауылда ғүмер итеүҙең
Тап шунда шул ҡыҙығы!

Ауыл кешеләре ябай,
Илгәҙәк тә, алсаҡ та
(Ауылдан һөт-ит ташыйбыҙ
Ҡалаларға ҡасһаҡ та).

Ҡайғы-шатлыҡ уртаҡлашып,
Татыу ғүмер итәйек.
Алтын бирәм тиһәләр ҙә,
Ауылдарҙан китмәйек!

Беҙҙең ауыл — ҙур ауыл,
Урап үтһен ел-дауыл.
Мал тиҙәгенә батһа ла,
Йәшәһен, тием, ауыл!

Тәнзилә Йәнтилина.

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас