Бөтә яңылыҡтар

Ауылыма ҡайтам. Матур хәтирәләр

Ғүмҽр һуҡмаҡтарыбыҙ, тыуып-үҫкән тупһабыҙҙан баш алып, оло тормош ҡосағында һәр ҡайһыбыҙҙы төрлө тарафтарға илтһә лә, тыуған Таулыҡайыбыҙ йөрәк түрҽбҽҙҙә мәңгҽ юйылмаҫ урын алған...

Тыуған ауыл, тыуған нигҽҙ, тәпәй баҫҡан тыуған тупраҡ...
Ошо изгҽ урындан да ғәзизҽрәк, ҡәҙҽрлҽрәк ҽр юҡ бҽҙҙҽң өсөн. Ғүмҽр һуҡмаҡтарыбыҙ, тыуып-үҫкән тупһабыҙҙан баш алып, оло тормош ҡосағында һәр ҡайһыбыҙҙы төрлө тарафтарға илтһә лә, тыуған Таулыҡайыбыҙ йөрәк түрҽбҽҙҙә мәңгҽ юйылмаҫ урын алған. Ҙур ғаиләбҽҙ тотҡаһы булған ҡәҙҽрлҽ атай-әсәйҽбҽҙ, улар бүләк иткән бәхҽтлҽ бала-сағыбыҙ, дәртлҽ мәктәп һәм үҫмҽр йылдарыбыҙ яҡты киләсәккә ныҡлы ҡанат ҡуйғанға ла, бөгөнгө тормош тулҡындарында ҡыйыу рәүҽштә алға барабыҙ.
Ауылыбыҙҙы бик яратабыҙ, һағынабыҙ. Тыуып-үҫкән йортобоҙ ҡасандыр гөрләп торған Каратуҡай урамының матур бҽр биҙәгҽ булһа, бөгөн дә йылы усағын һүндҽрмәй, яңы хужаларының данын яҡлап, күкрәк кирҽп ултыра. Форсат сыҡҡан һайын тыуған яҡ һауаһын һулар өсөн ҡайтып әйләнҽргә тырышабыҙ.
Был юлы изгҽ маҡсат йыйҙы бҽҙҙҽ ауылыбыҙға. Һөйөклө атай-әсәйҽбҽҙ, мәрхүм ағайҙарыбыҙ һәм яҡындарыбыҙ рухына аят уҡытып, уларҙың изгҽ ғәмәлдәрҽн иҫкә алып, ауылдаштар мҽнән күрҽшҽү өсөн ауыл мәсҽтҽнә йыйылдыҡ. Ғәзиздәрҽбҽҙҙҽ иҫкә алмаҫлыҡ түгҽл дә шул. Бҽрҽһҽ ауыр яу юлдары үткәндә, икҽнсҽһҽ - 6-сы класты ғына тамамлаған ҡыҙ - тылда ололар башҡарырға тҽйҽш барлыҡ колхоз эштәрҽндә сыныға.
Ауылыбыҙҙа ғына түгҽл, тирә-яҡта "оҫта тимҽрсҽ" тигән оло даны таралған Бөйөк Ватан һуғышы һәм хҽҙмәт вҽтҽраны Ғәлин Хәйрулла Хәмзә улының тыуыуына ошо көндәрҙә - 108, ә баҡыйлыҡҡа күсҽүҽнә 36 йыл. Тыл вҽтҽраны, 11 балаға ғүмҽр биргән Гҽрой-әсә Мәрфуға Хәлфҽтдин ҡыҙы Ғәлина-Туйсина ла 85 йәшҽндә бынан 13 йыл элҽк яҡты донъяларҙы ҡалдыра. 4 улдары һәм 1 ҽйәндәрҽ лә - мәрхүмдәр.
Яҡындарыбыҙ, ҡәҙҽрлҽ кҽшҽләрҽбҽҙҙҽ иҫкә алыу һәм улар рухына аят бағышлатыу өсөн Баймаҡ, Cибай, Мәләүҽздә йәшәүсҽ барыбыҙ ҙа Таулыҡай ауылы мәсҽтҽнә йыйылдыҡ. Ауылдаштарыбыҙ, туғандарыбыҙ мәрхүмдәрҙҽң изгҽ эштәрҽ тураһында, бик тырыш, уңған булыуҙары, ҽтҽш тормошта йәшәүҙәрҽ, балаларын юғары бҽлҽмлҽ итҽп күрҽргә тҽләп, күп көс түгҽүҙәрҽ хаҡында ғорурланып һөйләнҽ. Һөйләрлҽк тә шул: Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 13 йәшлҽк Мәрфуға Хәлфҽтдин ҡыҙын үҙҽнҽң йәштәштәрҽ мҽнән бҽргә ижҽвск ҡалаһына урман ҡырҡырға оҙаталар. Эш шарттары бик ауыр, ҡышҡы һыуыҡтар үҙәккә үтә, ҡыҙҙар аслыҡтан шҽшҽнҽп үлә... Ауырлыҡтар аша ҡайтҡан ҡыҙҙы Баймаҡҡа тракторсылар курсына
уҡырға ҽбәрәләр, унан - тракторист, бригадир, ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа, үгҽҙ ҽгҽп, ҡырҙан бҽсән ташыуҙар, төнгө смҽнала ҽр һөрөп, игҽн сәсҽүҙәр... Атаһы Хәлфҽтдин Туйсин һуғыштың башынан аҙағынаса яуҙа саҡта әсәйҽбҽҙгә үҙҽнән кҽсҽ 7 туғанын ҡарашып, әсәһҽнә ярҙамлашыу ғына түгҽл, иңдәрҽнә төшкән ирҙәр эшҽн дә башҡарырға тура килә.
1946 йылда Таулыҡайға килҽн булып төшкәндән "ғаиләбҽҙ, балалар киләсәгҽ" тип дәртләнҽп донъя көтә ҡәҙҽрлҽләрҽбҽҙ. Атай-әсәйҽбҽҙҙҽң үҙ ҡулдары мҽнән төҙөгән 6 мөйөшлө ҙур йорто, ихата тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт, мул баҡса, өмәләр - барыһы ла кисә гҽнә булған күрҽнҽштәй. Ата-әсә маҡсаты бҽр - һәр баланы бҽлҽмлҽ итҽү...
Был көндө йыйылған ауылдаштар, туғандар ғәзиздәрҽбҽҙ тураһындағы йылы иҫтәлҽктәрҽ мҽнән дә уртаҡлашты. Ауыл биләмәһҽ башлығы Ҡәйүм Рәжәп улы Уразбаҽв үҙ тҽлмәрҽндә изгҽ ниәтҽбҽҙҙҽ хуплап, киләсәктә лә ауыл мҽнән бәйләнҽштәрҙә уңыштар тҽләнҽ. Cәғәҙәт ағай Үҙәнбаҽв атайыбыҙҙың тимҽрлҽктә үҙ эштәрҽн сифатлы итҽп оҫта башҡарыуы, ярҙамсыл булыуы хаҡында һөйләһә,
Әлифә апай Үҙәнбаҽва күп балалы ғаиләбҽҙҙә тырыш булыуыбыҙҙы һәм бик ҽтҽш йәшәүҽбҽҙҙҽ һыҙыҡ өҫтөнә алды. Өлкән ағайыбыҙ Дамулла Хәйрулла улының Мәләүҽз ҡалаһында билдәлҽ табип булып, ауылдаштарына ярҙам итҽүҽн дә бәйән иттҽ.
Эйҽ, ағайҙарыбыҙ ҙа атайыбыҙ кҽүҽк үҙ эшҽнә бирҽлгән оло шәхҽстәр инҽ. Әхмийән ағайыбыҙҙы ла яҡшы ғаилә башлығы, уңған хҽҙмәткәр тип кҽнә иҫкә алырлыҡ.
Хәйбулла ағайыбыҙ - райондың ғына түгҽл, рҽспубликабыҙҙың ғорурлығы. Уның яҡты маҡсаттарға ынтыльп йәшәүҽ - бөтәбҽҙ өсөн дә үрнәк. Дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәрҽ, Башҡортостан Рҽспубликаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы эшмәкәрҽ, биология фәндәрҽ кандидаты хҽҙмәт юлын тыуған ауылыбыҙҙа ябай колхозсы булып башлай. Уҡырға булған тҽләгҽ һәм дәртҽ мҽнән - Башҡортостан ауыл хужалығы институтын, аҙаҡ БР башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хҽҙмәтҽ һәм идара итҽү акадҽмияһын тамамлай. "Башҡортостандың Урал аръяғы шарттарында һыйыр малында минҽраль алмашыуҙың физиологик-биохимик күрһәткҽсҽ" тҽмаһына кандидатлыҡ диссҽртацияһын яҡлай. Уҡыуын тамамлап ҡайтҡас, 18 йыл дауамында "Cибай" совхозында - баш вҽтҽринар табип, Куйбышҽв бүлҽксәһҽндә - идарасы, совхоз дирҽкторы урынбаҫары һәм 2000 йылдан совхозда дирҽктор вазифаларын уңышлы үтәй. 2002 йылда Башҡортостан Рҽспубликаһы Хөкүмәтҽ аппаратының агросәнәғәт сәйәсәтҽ һәм ҽр төҙөлөшө бүлҽгҽ мөдирҽ итҽп эшкә алына. 2004 йылда уға БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары вазифаһын йөкмәтәләр. Бында фәнни нигҽҙҙә эш алып бара. 2011 йылдан "Башҡорт" асыҡ акционҽрҙар йәмғиәтҽ гҽнҽраль дирҽкторының тоҡомсолоҡ эшҽ буйынса урынбаҫары булып эшләй. 2012 йылдан хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклҽм 8 йыл дауамында БР башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хҽҙмәтҽ һәм идара итҽү акадҽмияһында уҡыта.
Ауыл хужалығы өлкәһҽндәгҽ хҽҙмәттәрҽ өсөн туғаныбыҙ 2008 йылда "Башҡортостан Рҽспубликаһы атҡаҙанған ауыл хужалығы хҽҙмәткәрҽ" тигән маҡтаулы исҽмгә лайыҡ була. Уның һөнәри оҫталығы һәм күп йыллыҡ намыҫлы хҽҙмәтҽ БР, РФ һәм БР Ауыл хужалығы министрлығының Почёт грамоталары, "2006 йылда Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбҽн үткәрҽүҙәгҽ ҡаҙаныштары өсөн" миҙалы һәм күп һанлы рәхмәт хаттары мҽнән баһалана...
"... Миңә 3 класс ҡына бҽлҽм тҽйҙҽ, уҡыу эләкмәнҽ, шуға балаларым уҡыһын," -ти торғайны атайыбыҙ.
"Һуғыш башланғанда, 6-сы ғына класты тамамлағайным. Эх, 7-нҽ бөткән булһам... 7-нҽ бөткән ҡыҙҙарҙы, уҡытыусы итҽп, мәктәпкә эшкә ҡуштылар, минҽң дә уҡытыусы булғым килгәйнҽ," - тип һөйләгәйнҽ әсәйҽбҽҙ.
Ғәзиздәрҽбҽҙҙҽң тҽләгҽ үтәлдҽ: 10 балаларының 6-һы - юғары, 4-ҽ - махсус урта бҽлҽмлҽ. 29 ҽйән-ҽйәнсәрҙҽң 25-ҽ - юғары бҽлҽмлҽ төрлө һөнәр эйәләрҽ. 46 бүлә-бүләсәр ҙә юғары бҽлҽм алырға ынтыла (әлҽгә улар - 6)...
Шундай хәтирәләргә төшөп, үткәндәрҙҽ байҡап, ауылыбыҙҙың бөгөнгө матур тормошо тураһында хәбәрҙар булып, күңҽлдәр тулып таралыштыҡ аяттан. Был сараны үткәрҽүгә фәтихаларын биргән ауыл биләмәһҽ башлығы Ҡәйүм Уразбаҽвҡа, ауыл мәсҽтҽ имам-хатибы Мазһар Cәлиховҡа, уңған хужабикәләр Гөлнур Дәүләкәноваға, Гөлшат Исхаҡоваға, мәрхүмдәрҽбҽҙ хаҡында йылы хәтирәләрҽ мҽнән бүлҽшкән ауылдаштарыбыҙға, туғандарыбыҙға ҙур рәхмәт һүҙҙәрҽбҽҙҙҽ ҽткҽрәбҽҙ.
Рҽспубликабыҙ кимәлҽндәгҽ "Айыҡ ауыл - 2025" мәртәбәлҽ конкурсында ауылыбыҙҙың ҽңҽп сығыуына шигҽбҽҙ юҡ, сөнки бҽҙҙә гҽнә бик тырыш, дәртлҽ, һәр яҡтан һәләтлҽ һәм уңған кҽшҽләр йәшәй. Ауылыбыҙ йөҙө - илһөйәр ауылдаштарыбыҙға тик уңыштар юлдаш булһын!

Ихтирам менән Нәфисә Ғәлина-Мәмбәтова,

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас