Был гүзәл затҡа булған һоҡланыуым бала саҡтан килә. Яңы ғына уҡыу йортон тамамлап, эшкә ҡайтҡан йәш белгес, Беренсе Этҡолдан Буранбайға йөрөп, беҙҙе 8-9 кластарҙа инглиз теленән уҡытты. Класташ малайҙар бер аҙ тиҫтер күреп шаярһа, беҙ ҡыҙҙар дәрес буйы уның көн һайын төрләндереп кейеп килгән матур күлдәктәренә һоҡлана инек. Үҙ дәресенә ҡыҙыҡһыныу уятҡан, белемле, дәртле уҡытыусыны барыбыҙ ҙа яратып, хөрмәт иттек...
Ул ваҡиғаларға күп йылдар үтте, күпме һыуҙар аҡты. Уҡытыусым да, мин дә, яҙмыш ҡушыуы буйынса, бер ауылға - Таулыҡайға килен булып төштөк. Бала саҡта яратҡан уҡытыусым - хәҙер ихтирамлы ауылдашым.
Һүҙ - Таулыҡай ауылының уңған ҡатын-ҡыҙарының береһе - Әнүзә Азаматова тураһында.
Ул бар яҡтан уңған, өлгөр ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙың береһе. Олоно оло, кесене кесе итә белгән Әнүзә Таһир ҡыҙын ауылдаштары ла ихтирам итә. 2023 йылда ауыл Советына депутат һайлауҙа ул күпселек тауыш йыйып, Зәки Вәлиди, Ҡаратуҡай, Татыр урамдары депутаты итеп һайлана. Халыҡ ышанысын аҡлай ул. Уға тиклем дә ауылда үткән сараларҙа, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан Әнүзә апай тағы ла дәртләнеберәк эшкә тотона: үҙ округына ҡараған урам халҡының йәшәйеше, уларҙы борсоған һорауҙар менән ҡыҙыҡһынып тора, уларға хәленән килгәнсе ярҙам итергә тырыша. Депутат булараҡ, «Таулыҡай хәбәрҙәре» гәзитен өй беренсә таратыуға ла яуаплы ҡарап, был эште үҙ округында тиҙ арала тамамлап ҡуйҙы. Бер юлы, оло йәштәгеләрҙең хәлдәрен белде. Урам байрамдары сараһында ла Әнүзә Таһир ҡыҙы үҙенә беркетелгән урам халҡы менән бик бай һәм йөкмәткеле сара күрһәтте ауылдаштарына. Был сарала һәр өйҙән тиерлек ҡатнаштылар! Бигерәк тә, ир-егеттәрҙе лә йәлеп итеп, күп кеше ҡатнашлығындағы парлы бейеү тамашасы күңеленә хуш килгәйне!
«Бар яҡтан да уңған ҡатын. Ниндәй сара, осрашыу, өмә үтһә лә, әйҙәгеҙ, минең урамдыҡылар, тип округ чатына яҙып, тиҙ генә ойоштороп ебәрә. Уның өлгөрлөгөнә аптырап ҡуяһың! Һәр саҡ беҙҙе әйҙәп йөрөүсе шундай депутатыбыҙ булғанға ҡыуанабыҙ», - ти Зәки Вәлиди урамында йәшәүсе Зәйтүнә Салихова. «Бик тырыш, әүҙем. «Айыҡ ауыл» проекты сиктәрендәге сараларҙа актив эшләй. Киләсәктә лә уңыштар теләйбеҙ. Әлеге дәрте һүнмәһен», - ти уның хаҡында «Ағинәйҙәр» ойошмаһы рәйесе Гөлнур Дәүләкәнова.
Эйе, әүҙем депутат үҙ округы менән генә эш алып барыуҙа сикләнмәй, ғөмүмән, ауыл тормошо, уның матур, яҡты киләсәге өсөн янып-көйә. «Айыҡ ауыл» конкурсы старт алғандан алып, ул һәр сараның уртаһында ҡайнай. Мәҙәни һәм спорт сараларын ойоштороуҙан тыш, конкурс талаптарына ярашлы, иҫәпһеҙ-һанһыҙ документ эштәрен тултырыуҙа уның роле баһалап бөткөһөҙ!
«Тимер ат»ты ауыҙлыҡлаған эшлекле ханым күрше Бикеш ауылы мәктәбенә 7 йыл йөрөп эшләй. Алдынғы ҡарашлы, үҙ эшенең барлыҡ нескәлектәрен яҡшы белгән педагогты коллегалары ла, ата-әсәләр ҙә, уҡыусылар ҙа ихтирам итә. Ике ауыл араһында ла өлгөргән Әнүзә Азаматова ихтирамға һәм һоҡланыуға лайыҡ!
Аллаға шөкөр, күңел һалып башҡарған эшем, ашҡынып ҡайтыр өйөм, яратҡан ғаиләм бар, ти мәҡәләм геройы. Эйе, ғаиләһе менән дә бәхетле Әнүзә Таһир ҡыҙы.
Тормош иптәше Азамат Иршат улы менән 2003 йылда ғаилә ҡороп, ике улға һәм бер ҡыҙға ғүмер бүләк итәләр. Ғәлиндарҙы ауылдаштары эшһөйәр, тырыш, дәртле ғаилә булараҡ белә. Ғаилә башлығы оҙаҡ йылдар дауамында халыҡҡа такси хеҙмәте күрһәтә: оҙон юлдарға йөрөй. Балалар ҙа ата-әсәһе һымаҡ тырыштар, яҡшы уҡыйҙар, спорт һәм сәнғәтте яраталар. Өлкән улдары Илһам әлеге ваҡытта Өфө Дәүләт медицина университеты студенты. Ул яңыраҡ ялға ҡайтҡанында ауыл йәштәре өсөн «Һаулығыңды йәштән һаҡла!» исемле фәһемле лекция үткәрҙе. Батыр Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалында уҡый, спорт яратҡан егет ауылда ла, уҡыу йортонда ла үткән һәр ярышта ҡатнашып, призлы урындар яулай. Айзилә 7-се класс уҡыусыһы. Балаларының һәләттәрен һәр яҡлап асыуҙа һәм артабан үҫтереүгә булышлыҡ иткән ата-әсә бала саҡтан бейеү һәләте булған ҡыҙҙары Айзиләне Баймаҡҡа «Саптар» бейеү түңәрәгенә йөрөтә. Мәктәптә, клубта үткән мәҙәни сараларҙа уның бейеүе-һәр сараға йәм өҫтәй.
Алсаҡ, изге күңелле, ҡунаҡсыл Ғәлиндар туғандары, яҡындары, күршеләре, ғаилә дуҫтары менән дә аралашып, ҡатышып бик татыу һәм матур йәшәй.
Мәҡәләне тамамлап, үҙенең эшмәкәрлеге, ойоштороу һәләте, кәңәше, яңынан-яңы идеялары менән ауыл тормошо үҫешенә тос өлөш индергән Әнүзә Таһир ҡыҙына ысын күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Сөнки тап уның ишеләр - ауыл йәме! Ауыл тормошон йәмләүсе. Ошо дәртегеҙ һүнмәһен, алдағы тормошоғоҙҙа ла тик уңыштар юлдаш булһын!