Һәр ауыл үҙенең тырыш, уңған ғаиләләре менән ныҡ.
Таулыҡай ауылында ла ундай ғаиләләр бихисап. Шуларҙың береһе - Гөлфиә һәм Үрнәк Күсәрбаевтар.
Буранбай ауылы һылыуы менән Таулыҡай егетен уртаҡ дуҫтарының туйы таныштыра. Ике йәш йөрәк бер- береһенә тәү күреүҙән ғашиҡ була. Оҙаҡламай гөрләтеп туй ҙа үткәрә улар.
Матур ғаиләне тулыландырып ҡыҙҙары Гүзәл, Илзирә, Алтынай, Нуралиә тыуа.
Икең тырыш булып, йөктө бергә тартҡанда ғына донъя алға киткәнен яҡшы аңлай Күсәрбаевтар. Туғандарын, ауылдаштарын һоҡландырып, матур донъя көтә улар: кәртә тултырып һыйыр малы, һарыҡтар, йәйҙәрен йөҙләп ҡош- ҡорт аҫрай.
Бынан тыш, баҡса үҫтерергә лә ярата хужалар. Картуф, һәр төрлө йәшелсә йыл да мул уңышы менән һөйөндөрә. Хужабикә ҡыҙҙары менән йәшелсә- емештәрҙән ҡышҡылыҡҡа бик күп салаттар һәм ҡайнатмалар әҙерләй.
Матур, һөйкөмлө ҡыҙҙар үҫтергән Күсәрбаевтар хәҙер бәхетле өләсәй һәм ҡартатай.
Ҡыҙҙары Гүзәл ошо ауыл егете Илнур Хажин менән ғаилә ҡороп, Себер тарафтарында йәшәй, Илзирә Түбәнге Иҙрис егете Марат менән сәстәрен- сәскә бәйләй. Улар Екатеринбург ҡалаһына төпләнгән. Алтынай - Сибай медицина колледжының 3-сө курсында белем алһа, Нуралия урындағы мәктәп уҡыусыһы. Тырыш ҡыҙыҡай Баймаҡ ҡалаһындағы "Саптар" бейеү ансамбле ағзаһы. Ҡыҙҙар ҙа ата- әсәләре кеүек эшһөйәр, тырыш.
Ғаилә башлығы Үрнәк Ишбулды улы оҙаҡ йылдар, йәғни 17 йыл дауамында, Баймаҡ ҡойоу-механика заводында токарь булып эшләй. Үҙ эшенә яуаплы ҡараған хеҙмәткәр коллегалары араһында абруй ҡаҙанған. Гөлфиә Абдулла ҡыҙы мәҙәниәт йорто, ауыл биләмәһе хеҙмәткәре. Дәртле ханым "Ынйылар" ансамблендә шөғөлләнергә лә ваҡыт таба.
Гөлфиә апай менән Үрнәк ағайҙы тәүгә күргәндә миндә "ҡалай бер-береһенә ныҡ оҡшаған парҙар!" тигән уй барлыҡҡа килгәйне. Был турала үҙҙәренә лә әйткәс, "Эйе, беҙҙе күптәр оҡшағанһығыҙ тейҙәр, ә таныш булмаған кешеләрҙең бер туғандар, тип уйлаған осраҡтары йыш булды" ,- тип йылмая мәҡәләм геройы.
Эйе, бер-береһенә оҡшаған парҙар бәхетле була, тиҙәр халыҡта. Гөлфиә һәм Үрнәк Күсәрбаевтар ҙа бер уйлы, бер һүҙле булып, матур итеп донъя көтөп, балаларының һәр уңышына ҡыуанып йәшәй. Афариндар! Ошо бәхетегеҙ һеҙҙе ғүмер буйына оҙата барһын!