Ғәлим Булат улы Сәлимов етәкселегендәге "Ленин" ЯСЙ-һын районда ғына түгел, республикала ла алдынғы хужалыҡ булараҡ беләләр.
Бында заман талаптарына яуап биргән фермала алты һауынсы Айгөл Сәғәҙәтова, Фәниә Әхмәтова, Тәслимә Ғәлина, Рәхилә Дәүләкәнова, Мөслимә Имамбаева, Рәзилә Туйсина һәм ял иттереүселәр Фәнүзә Байегетова, Вилүрә Гөлбәйетова эшләй. Уларҙың барыһы ла был өлкәлә оҙаҡ йылдар һәм намыҫлы хеҙмәт итә.
Һауынсы эше оло ихтирам һәм хөрмәткә лайыҡ. Сөнки уңған апайҙар көнөнә 36 -42 баш һыйыр һауа! Һоҡланырлыҡ! Арыу белмәгән эшсән ҡулдарығыҙға күҙҙәр теймәһен! Ул ғына ла түгел, уларҙың эш графигы ла үҙенсәлекле: бөтөн халыҡтың тәмле йоҡоһонда, таңғы 5.00-тә йәйен улар бер нисә км.алыҫлыҡтағы йәйләүгә, ҡышын фермаға, көнөнә ике тапҡыр- иртәнге һәм киске һауынға эшкә бара.
Уларҙы өйҙәренән эш урынына алып барып - кире алып ҡайтыусы тәжрибәле водительдәр Йәмил Үтәғоловҡа һәм Урал Күсәрбаевтарға ла һауынсылар тик рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.
Хужалыҡ алдынғы малсылары менән дә ғорурлана. Рамил Сәғитов, Рәис Ишкинин, Тимерйән Атанғолов, Ислам Абдуллин үҙ эштәренә һәр ваҡыт яуаплы ҡарай.
Әсәләренән айырылған, яңы тыуған безәүкәйҙәрҙе ҡарап, ваҡытында ашатып, аяҡҡа баҫтырыуҙа - быҙау ҡараусының өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Был өлкәлә хужалыҡ етәкселегенең күңеле тыныс. Сөнки Мәрйәм Мөхәмәтова үҙ иңенә тапшырылған бурысҡа яуаплы ҡарай. Ем ярҙырыусы Самат Сәйетовты, Шамил Үҙәнбаевты ла маҡтап телгә ала коллегалары. Ҡыҫҡаһы, хужалыҡ эше ыңғай барһын өсөн һәр кем үҙ өлөшөн индерә.
"Эшселәргә ай һайын эш хаҡы ваҡытында түләнә. Шулай уҡ дәртләндереү премиялары ла ҡаралған. Алдынғылар район кимәлендә ауыл хужалығы буйынса үткән сараларҙа ла тәбрикләнә",- ти ферма мөдире Йәмил Фитрат улы Үҙәнбаев.
Йылдың ниндәй килеүенә ҡарамаҫтан, йыл һайын мал аҙығын да етерлек туплай хужалыҡ. Былтыр улар 13120 ц.бесән, 41300 ц.фураж әҙерләүгә өлгәшә. Иген культуралары ла, йыл ямғырлы булһа ла мул уңышы менән һөйөндөрә.
Алда - яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек бара. Техникалар төҙөклөгө тикшерелә, яғыулыҡ - майлау материалдары туплана, запас частар теүәлләнә.
Һуңғы йылдарҙа күп ерҙәрҙә колхоз - совхоздар тарҡалған осорҙа ла, тарҡалыуға юл ҡуймай, ауылдаштарына ғына түгел, күрше ауыл халҡына ла эш урыны булдырған хужалыҡ етәкселегенә һәм ауыл хужалығы эшсәндәренә "афарин", тиергә генә ҡала!