Бөтә яңылыҡтар

Ғаиләм - йылы усағым

Беҙ йырлайбыҙ, һеҙ тыңлағыҙ Бөгөн беҙҙә байрам бит. Бындай матур тантананы Хоҙай үҙе биргән бит, - тип йырлап ҡаршы алды ауылдаштарын Таулыҡай ауылының Гагарин округы халҡы. Улар үҙҙәренең урам байрамын быйылғы йыл темаһы - Ғаилә йылына арнаны. «Ғаиләм - йылы усағым» сараһына  күп ҡунаҡтар йыйылды. Мәҙәниәт йортона барып инеү менән халыҡты бай күргәҙмә ҡаршы алды. Ғаилә йылына арнап һәр ғаилә тиерлек үҙҙәренең  стена гәзиттәрен, фотоларын ҡуйған. Түрҙәге урындыҡ, унда эленгән сәңгелдәк тә, бәпес йоҡлауы -  матур бер күренеш ине. Ә оҫтабикәләрҙең тегелгән, сигелгән, бәйләнгән ҡул эштәре бигерәк күҙҙең яуын алырлыҡ! Улар үҙҙәре үк сараға бер йәм, биҙәк булды. «Тәбиғәттән килгән ауырыуҙар тәбиғәт тарафынан дауалана» исемле мөйөшлөктә һаулыҡ өсөн файҙалы емеш-еләктәр, йәшелсәләр, киптерелгән төрлө  дарыу үләндәре ҡуйылған. Зилә Күсәрбаева уларҙың һәр береһенең файҙаһы тураһында ентекләп таныштырҙы. «Мәтрүшкәне беҙ ,ғәҙәттә, киптерәбеҙ. Уны халыҡ медицинаһы булараҡ ҡулланабыҙ. Ҡан баҫымы юғары булғанда, һалҡын тейгәндә, баш ауыртҡанда сәйгә һалып эсәләр. Теш һыҙлағанда ла уның төнәтмәһен сәйнәйҙәр», - тине ул. Сәләмәт йәшәү рәүеше экологик яҡтан таҙа ризыҡтар менән дөрөҫ  туҡланыуға ла ҡайтып ҡалғанын да дәлилләне гагариндар. Ошо юҫыҡта әҙерләнгән талҡан, ҡорот, эремсек, буҙа, кипкән ҡорот һәм башҡа ризыҡтарҙан торған аш-һыу күргәҙмәһе лә бик бай ине. Сара тураһында ентекләберәк сайтта:

Беҙ йырлайбыҙ, һеҙ тыңлағыҙ

Бөгөн беҙҙә байрам бит.

Бындай матур тантананы

Хоҙай үҙе биргән бит, - тип йырлап ҡаршы алды ауылдаштарын Таулыҡай ауылының Гагарин округы халҡы. Улар үҙҙәренең урам байрамын быйылғы йыл темаһы - Ғаилә йылына арнаны. «Ғаиләм - йылы усағым» сараһына  күп ҡунаҡтар йыйылды.

Мәҙәниәт йортона барып инеү менән халыҡты бай күргәҙмә ҡаршы алды. Ғаилә йылына арнап һәр ғаилә тиерлек үҙҙәренең  стена гәзиттәрен, фотоларын ҡуйған. Түрҙәге урындыҡ, унда эленгән сәңгелдәк тә, бәпес йоҡлауы -  матур бер күренеш ине.

Ә оҫтабикәләрҙең тегелгән, сигелгән, бәйләнгән ҡул эштәре бигерәк күҙҙең яуын алырлыҡ! Улар үҙҙәре үк сараға бер йәм, биҙәк булды.

«Тәбиғәттән килгән ауырыуҙар тәбиғәт тарафынан дауалана» исемле мөйөшлөктә һаулыҡ өсөн файҙалы емеш-еләктәр, йәшелсәләр, киптерелгән төрлө  дарыу үләндәре ҡуйылған. Зилә Күсәрбаева уларҙың һәр береһенең файҙаһы тураһында ентекләп таныштырҙы. «Мәтрүшкәне беҙ ,ғәҙәттә, киптерәбеҙ. Уны халыҡ медицинаһы булараҡ ҡулланабыҙ. Ҡан баҫымы юғары булғанда, һалҡын тейгәндә, баш ауыртҡанда сәйгә һалып эсәләр. Теш һыҙлағанда ла уның төнәтмәһен сәйнәйҙәр», - тине ул. Сәләмәт йәшәү рәүеше экологик яҡтан таҙа ризыҡтар менән дөрөҫ  туҡланыуға ла ҡайтып ҡалғанын да дәлилләне гагариндар. Ошо юҫыҡта әҙерләнгән талҡан, ҡорот, эремсек, буҙа, кипкән ҡорот һәм башҡа ризыҡтарҙан торған аш-һыу күргәҙмәһе лә бик бай ине.

Урам байрамының төп өлөшөн концерт тәшкил итте. Уны мәғариф ветерандары Гүзәл Байегетова һәм Сәүиә Салихова бик матур итеп алып барҙы, сара башында тамашасыларҙы округ менән яҡындан   таныштырҙы.

Округҡа Бабич, Баҡса, Гагарин урамдары инә. Унда бөтәһе 32 йорт иҫәпләнеп, 108 кеше йәшәй. 15 уҡыусы мәктәп йәшендә, күбеһен урта йәштәгеләр һәм хаҡлы ялдағылар тәшкил итә. «Кеше - эше менән маҡтаулы», тиҙәр. Урам ғорурлығы булырҙай шәхестәргә лә бай гагариндар. Әғзәм Салихов - «Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе»,  «Почет билдәһе» ордены менән бүләкләнгән,  «Ленин» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең етәксеһе Ғәлим Булат улы Сәлимов - «Рәсәй агросәнәғәтенең почётлы» һәм «Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре», мәғариф ветераны Сәүиә Салихова - «Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы», Фәнүзә Байегетова - «Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре», Рамил Байегетов - «Башҡортостан Республикаһының почётлы мәғариф хеҙмәткәре» булһа, Гүзәл Байегетова - «РФ-ың дөйөм белем биреүҙең почётлы хеҙмәткәре». Хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан улар әле лә йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, ауыл тормошонда ҡайнап йәшәй.

Гагариндарҙың ғаилә йылына арналған концерт сценарийы бик ентекле уйланылған. Уҡыусы балалар, ирҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар - барыһы ла концертта бик әүҙем ҡатнашты. Дәртле бейеүҙәр, рухлы шиғырҙар, ғаилә һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарға арналған йырҙар тамашасыларҙың көслө алҡыштарына күмелде. Концертты музыкаль яҡтан Гөлназ Сәғәҙәтова һәм Айбулат Хәлилов биҙәне.

Баҡса, Гагарин, Бабич урамдарының иңгә-иң терәп, татыу, матур йәшәүсе, быйыл ғаилә юбилейҙарының 30, 35, 40 йыллығын билдәләүсе парҙар ҙа тәбрикләнде. Улар - Гөлфиә һәм Үрнәк Күсәрбаевтар, Венера һәм Ғәлим Сәлимовтар, Миңдинур һәм Камил Яхиндар, Зөбәйлә һәм Айрат Сәғәҙәтовтар, Рәмилә һәм Ишмулла Сәғәҙәтовтар, Дилә һәм Наил Байегетовтар. Шулай уҡ быйылғы йылда ғаилә ҡорған парҙар, иң оло йәштәгеләр, округтың иң бәләкәй гражданины ла телгә алынды. Урам депутаты Фуат Сәйетов уларға изге теләктәрен еткерҙе, бүләктәр тапшырҙы.

Гөлшат һәм Дилә Байегетовалар - округта килен-ҡәйнә булып бергә йәшәүсе берҙән-берҙән ғаилә.  Әбделкәрим ауылы ҡыҙы Дилә һылыу тормош иптәше Дамир менән дүрт балаға ғүмер бүләк итә. Атай нигеҙен һыуытмай, төп йортта гөрләтеп донъя көтә улар. Сарала 15 йылға яҡын бергә йәшәүсе ҡәйнә-килен дә тәбрикләнде.

 Байрамдың икенсе өлөшөндә округтың ир-егеттәре төрлө күңелле уйындар ойошторҙо. Ауыл халҡы һәр ярышта үҙен һынап ҡараны, төрлө бүләктәр алып ҡыуанды.

Матур, күңелле байрамдан һуң ҡунаҡтар Гагарин округының уңған хужабикәләре  әҙерләгән бик мул табында рәхәтләнеп сәй эсте, Гөлгөл һәм Мансур Ғәлиндар алып барған ҡорбан итенән дә ауыҙ итте.  

Шулай итеп, ауылдағы биш округтың дүртәүһе урам байрамын бик матур итеп үткәреп, эстафетаны Әнүзә Азаматова етәкселегендәге Зәки Вәлиди округына тапшырҙы.

Бындай байрамдар - ауыл халҡын көндәлек мәшәҡәттәрҙән арындырырыу, үҙ-ара аралашыу, рәхәтләнеп ял итеү яғынан әһәмиәтле.

Гагариндарҙың бик шәп сараһынан дәрт, рухи аҙыҡ алып таралышты таулыҡайҙар.

 

Альбина Байегетова.

 

      

 

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас: