Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы тарафынан төрлө проекттар уңышлы тормошҡа ашырыла. «Сәләмәт ауыл» - тап шундай конкурстарҙың береһе. Сыңғыҙ ауыл мәҙәниәт йортонда үткән балан байрамы ла тап ошо проект сиктәрендә ойошторолдо.
Мәҙәниәт йортона барып инеү менән үҙеңде балан баҡсаһында кеүек хис итәһең! Сөнки сәхнә түрен ҡып-ҡыҙыл тәлгәшле балан ағасы биҙәй ине. Ә уның хуш еҫтәре бөтә ергә таралған! Байрамды ауылдың мәҙәни ойоштороусыһы Айгөл Уразбаева бик матур итеп алып барҙы. Урындағы «Йәнтөйәк» фольклор ансамбле һәм мәктәп уҡыусыларының «Еҙ үксә» өлгөлө бейеү ансамбле тамашасыларға сара темаһына ҡағылышлы йырҙарын һәм күңелле бейеүҙәрен бүләк итте.
Сыңғыҙҙарҙың нәҡ был емеш байрамы үткәреүҙәре юҡҡа түгел. Сөнки балан емешенең сәләмәтлек өсөн файҙаһы бик күп. Ул ниндәй сирҙәрҙән ярҙам итә һуң? Йөрәк сиренән йонсоғанда ярты стакан баланға бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 4-5 сәғәткә өҫтөн ябып ултыртып, һыуынған төнәтмәне көнөнә 3-4 тапҡыр эсергә. Ҡан баҫымы юғары булғанда, ас ҡарынға өс бөртөк кенә балан емеше ашағандар, япрағы менән сәйгә һалып та эскәндәр. Шулай уҡ ул иммунитетты нығыта, нервыны тынысландыра, холестеринды кәметә, рак күҙәнәктәре барлыҡҡа килеүенә ҡаршы тора.
Сарала ағинәйҙәр балан емешенә ҡаҫылышлы ошо һәм башҡа файҙалы кәңәштәрен дә еткерҙе. Әммә халыҡ медицинаһының организмға кире тәьҫире булыуы мөмкинлеген дә онотмауҙы, кемдең ҡан баҫымы түбән, кемдә юғары кислоталы гастрит, бөйөрөндә таш бар, шуларға баланды һаҡ ҡулланырға кәңәш итте. Ғөмүмән, тәбиғи дарыуҙарҙы - шифалы үлән һәм йәшелсә-емеште белеп файҙаланырға кәрәклеген дә иҫкәртте.
Баландан бәлеш, ҡоймаҡ, баланлы май, бал, ҡорот , десерт, эремсек... Ағинәйҙәр тарафынан әҙерләнгән өҫтәл балан ҡушылып эшләнгән ризыҡтарҙан һығылып торҙо. Күңел йылыһы һалып өй шарттарында әҙерләнгән ризыҡтар бик тәмле ине. Ә Айгөл Уразбаева сарала ҡатнашыусыларҙы баланлы ҡатыҡ эшләү серҙәренә өйрәтте. «Иң тәүҙә 1 стакан балан, 1 стакан һыу, 1 стакан шәкәрҙе ҡайнатабыҙ. Һәм ҡайнап сыҡҡас, ситкә ҡуйып торабыҙ. 1 стакандай ондо ҡаймаҡ ҡуйылығындай итеп һыуыҡ һыуҙа болғатабыҙ һәм әҙләп-әҙләп үрҙә әҙерләнгән ҡайнатмаға ҡушабыҙ. Бер массаға әйләнгәнсе яҡшылап туҡығандан һуң йылы мейес төбөнә төнгөлөккә ултыртабыҙ. Иртәнсәккә бик тәмле лә, туҡлыҡлы ла ризыҡ әҙер була», тине ул һәм балан ҡатығынан тамашасыларға ла ауыҙ иттерҙе.
Балан, шифалы ризыҡ булыуынан тыш , ырым буйынса ниндәйҙер сихри көскә эйә, тип әйтергә булалыр. Халыҡта уның менән бәйләнешле риүәйәттәр, мәҡәлдәр йәшәй. Мәҫәлән, өй алдына ултыртылған балан йортҡа именлек, ғаиләгә бәрәкәт илтә, тип юрағандар. Баландың ҙур ботаҡтарын һындырырға ярамай, ул кешегә бәлә булып ҡайтыуы ла мөмкин, тигәндәр. Ҡыҫҡаһы, сыңғыҙҙар был көндө балан ағасы, емеше тураһында күберәк белделәр, уға дан йырлаған йырҙар тыңлап, бейеүҙәр ҡарап кинәнделәр. «Сәләмәт ауыл» конкурсы сиктәрендә үткән байрамдан һәр кем рухи аҙыҡ алды.