#ППМИ2024
#СәләмәтауылЙәрмөхәмәт
Йәрмөхәмәт ауылында "Ағинәйҙәр" ойошмаһы тарафынан «Яулыҡ ябынған ҡатын һөйкөмлө » тигән матур сара үтте. "Ағинәйҙәр" ойошмаһы етәксеһе Ғәйшә Мөхәрләм ҡыҙы һәм ойошмаһының иң әүҙем ағзаһы Байымова Гөлйемеш яулыҡ тарихына байҡау яһанылар. Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары үҙҙәре менән сараға алып килгән яулыҡ тарихы менән таныштырҙылар. Һәр яулыҡ үҙенсә иҫтәлекле,ҡәҙерле булып байрам биҙәге булды. Мәҫәлән: Йосопова Сулпан бикәме, Миңлегөл апай, кейәүгә сыҡҡанда һырға һабағына һалған яулыҡ менән таныштырҙы. Ғәйшә апай ҙа бата туйында, ҡәйнәһе Нәбирә Ибраһим ҡыҙы һырға һабағына һалған кизе яулыҡты әле лә ҡәҙерләп тотоуо тураһында һөйләне: «Ул ваҡытта кизе яулыҡ иң ҡиммәтлеләрҙән һанала ине.Уны бай ҡатындары ғына ябынған. Килен булып йәшәй башлағас та, шул яулыҡты ҡунаҡтарға, байрамдарға ябынып йөрөнөм. Хәҙер ҡәйнәмдең төҫө, ҡомартҡы итеп, һаҡлайым.Ҡәйнәм мәрхүмә биргән яулыҡҡа 41 йыл да булып китте » тине ағинәй үҙенең иҫтәлектәре менән бүлешеп. Йәрмөхәмәтова Лилиә апай әсәһенең бүләге тип, сәсәкле шәл, Ишҡыуатова Гөлниса ла әсәһенең бүләһе тип һаҡлаған яулыҡ менән таныштырҙылыр.Сарала иң өлкән ҡатнашыусы Мөъминова Тәнзилә апай әсәһе Зәйнәп бүләк иткән яулыҡ туаһында бәйән итте. Артабан яулыҡты өлкән ҡатындар, урта йәштәгеләр, йәштәр нисек бәйләп йөрөгәндәрен күрһәттеләр.
Сараның икенсе өлөшөндә ҡатындар ике командаға бүленеп төрлө ярыштар ҡатнаштылар. Улар яулыҡ тураһында йырҙар, мәҡәлдәр, уйындар, йомаҡтар систеләр. "Йәшерәм яулыҡ" уйынын уйнап, яулыҡ һүҙе булған йырҙы танып белделәр, ярмаларҙы бергә бутап бер-беренән айырырҙылар.Ә иң ҡыҙығы боронғо аҡсаларҙы һанау булғандыр.
Гөлйемеш Байымова.