“Башҡорт аты” фестивален ҡаршылап
Аҡтау ҡымыҙына ихтыяж ҙур
Сер түгел, республика кимәлендә Баймаҡ районында етештерелгән ҡымыҙ иң яҡшыларҙан һанала һәм уға ихтыяж һәр саҡ ҙур. Был тәбиғи ҙә, сөнки баһадирҙар эсемлеге етештереү өсөн беҙгә еткән төбәк юҡ – был үҙ эсенә тәбиғәт шарттарын да, ҡымыҙҙы бешеү үҙенсәлеген дә, саф башҡорт тоҡомло йылҡыны ла ала. Тап бына шул факторҙар уникаль эсемлек яһау мөмкинлеге бирә.
Бөгөн ҡымыҙ һатыу менән күптәр шөғөлләнә, әммә шулар араһында бик һирәктәр генә халҡыбыҙ технологияһына ғына хас бешелгән, үҙенсәлекле тәме менән айырылып торған баһадирҙар эсемлеге етештерә. Аҡтау ауылынан шәхси эшҡыуар Миңзәлә Иҫәндәүләтованы тап шундайҙар рәтенән индерергә мөмкин.
Миңзәлә Әҙеһәм ҡыҙы Сибайҙан әсәһе янына күсеп ҡайтҡас, төрлө эштәрҙә үҙен һынап ҡарай, себер тарафтарында ла тир түгә. Бер саҡ туғандары менән йыйылғанда күптәнге хыялын уларға еткерә: үҙ эшен асыу ниәте менән уртаҡлаша. Һеңлеләре ярҙам итәсәктәрен белдерә, фекерен ҡустыһы Әғзәм менән улы Илназ да хуплай. Бына шулай, күмәк уй-ниәт менән яңы башланғысҡа нигеҙ һалына.
-Тәүҙә, әлбиттә, еңел булманы, - ти Миңзәлә Әҙеһәм ҡыҙы. - Ҡустым да себер тарафтарында эшләй, улым да янымда түгел ине. Бейәләрҙе ҡул менән һауҙым, йәш йылҡыны өйрәтеүе лә еңелдән түгел. Бер үк ваҡытта һыйырҙарҙы ла тәрбиәләп өлгөрөргә кәрәк. Әсәйемә рәхмәт, ул хәленән килгәнсә ярҙам итте. Бейәләрҙе һауғас, ҡымыҙ бешергә тотонабыҙ. Көндәлек ҡымыҙын да ваҡытында һатыу сараһын табырға кәрәк. Бына шулай башланып китте мәшәҡәттәр.
Шуныһы һөйөнөслө, ҡустым да тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтты, улым да, эргәбеҙҙән өй һатып алып, ғаиләһе менән ауылда төпләнде. Килендәрем менән ейән-ейәнсәрҙәрем, ҡустымдың балалары ла эшемдә ярҙамлаша.
Артабан ғаилә үҙҙәренең сабынлыҡ урынында ҡымыҙ етештереү йәйләүе булдыра, бейәләрҙе һауыу өсөн махсус урындар, ялан кәртә төҙөй. Тәүҙәрәк бейәләрҙе ҡул менән һауһалар, хәҙер инде бының өсөн махсус һауыу аппараты ҡулланыла. Район хакимиәте ярҙамы менән булдыҡлы эшҡыуар социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам да ала – 250 мең һум бүленә. Был иһә матди-техник базаны нығытыуға үҙ өлөшөн индерә.
Йәйләүҙә бейәләрҙе һауғас, һөттө алып ҡайталар һәм йорт янындағы махсус урында бешәләр. Миңзәлә Әҙеһәм ҡыҙының таҙалыҡ яратыуы, ҡымыҙ бешкән урынды тәртиптә тотоуы шундуҡ күҙгә ташлана. Ошонда уҡ махсус мейес эшләнгән, унда ыҫланған ҡымыҙ бешеү өсөн йүкә көбөһө ҡуйыла һәм аҫтына ерек сөрөгө яндырыла. Икенсе көбөлә иһә ябай ысул менән сөсө ҡымыҙ әҙерләнә. Һәр кем үҙенә оҡшағанына заказ бирә, килеп һатып ала. Иҫәндәүләтовтарҙа етештерелгән ҡымыҙҙың тәмле, шифалы булыуының төп сере – уның боронғо ысулдарға, халыҡ технологияһына нигеҙләнеп ағас көбөләрҙә ҡул менән бешелеүендәлер, моғайын.
Бөгөн хужалыҡта 20-нән ашыу бейә аҫрала, уларҙан көнөнә 100 литр самаһы баһадирҙар эсемлеге етештерелә. Әлбиттә, Аҡтау ҡымыҙына һорау ҙур, әммә уны һатыуҙа проблемалар ҙа юҡ түгел. “Көндәр йылы саҡта ҡымыҙҙы һатып алыусылар күп, әммә көн һыуыттымы, клиенттар кәмей, шуның өсөн районда күмәртәләп ҡымыҙ ҡабул итеү урыны булдырылһа, яҡшы булыр ине”, - ти Миңзәлә Иҫәндәүләтова. Шул уҡ ваҡытта эшҡыуар йылҡы өсөн көтөүлек ерҙәренә мохтажлыҡ кисерә. Ошо мәсьәлә хәл ителгәндә, йәйләүҙә ҡымыҙ етештереү өсөн махсус йорт-цех төҙөп булыр ине, тигән теләктә ул.
Билдәле булыуынса, 11-13 августа Граф күле буйында “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестивале үтәсәк. Сарала эшҡыуар Миңзәлә Иҫәндәүләтова Аҡтау ҡымыҙын тәҡдим итәсәк.
Азамат Мөхәмәтшин.