Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Нисек йәшәйһең, ауыл?
4 Август 2023, 20:55

Бесән мәле

Эңер көйләй ана, сөр-сөр итә, Юл буйына килә оҙатып, Бесән еҫе, урман, йылға еҫе... Ҡояш бата, шәфәҡ ҡуҙлатып...

Болон йәмләр үлән - кәбәндәрҙә,

Ҡалҡып ҡына килә йәш ҡурпы,

Сабынлыҡты ялмап томан ала –

Елбәҙәккәй генә аҡ ҡырпыу.

Киске тауыш китә әллә ҡайҙа-

Ат бышҡыра, сыңлай зыңғыры,

Кемдер кемгә хәбәр бирә буғай –

Арғы яҡта ҡуя һыҙғырып.

Эңер көйләй ана, сөр-сөр итә,

Юл буйына килә оҙатып,

Бесән еҫе, урман, йылға еҫе...

Ҡояш бата, шәфәҡ ҡуҙлатып.

Шатлыҡтар ҙа була икән моңһоу,

Бесән бөттөк, индән эш төштө,

Томандарҙың дымы ултырҙымы –

Керпегемдән өҙөлөп йәш төштө.

Томан арттарында тороп ҡалды

Иңле-иңле бакуй һалыуҙар,

Салғыларҙы сыңлатып яныуҙар,

Күбә һуғып арыу-талыуҙар...

Июль, июль...Инде малым да юҡ,

Кәрәк түгел бесән сабаһы,

Ялан күрһәм - килә салғы тотҡом,

Рәттәр күрһәм - күбә һалаһы.

Шәфәҡ кеүек алһыу төҫкә буяй

Үткәндәрҙе бөгөн һай хәтер:

Михнәте лә бесән эшләүҙәрҙең

Булған икән йәшлек рәхәте.

Һынай ине бесән һәр берәүҙе,

Әйтәм әле берҙе биш итмәй:

Иң-иң иҫтә нимә тиһегеҙме-

Сабынлыҡта элгән бишектәр...

Гүзәл Ситдыҡова.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: