Бөтә яңылыҡтар

МАЛДЫ СИРАТЛАП КӨТӨҮ - ЭШ ТҮГЕЛ!

Ә инде сиратлап көтөү көтһәң, закон алдында яуапты кем тота? Мал ҡазаланһа, үлһә, батһа – кем суд алдына баҫырға тейеш? Бындай осраҡта бер кем яуап бирмәйәсәк! “Нишләп малығыҙҙы миңә көсләп тапшырҙығыҙ. Мин ялланған көтөүсе түгел, эш хаҡы алманым, хеҙмәт килешеүе юҡ”,-тиәсәк...

Райондаштар, ауылдаштар, етәкселәр, йәмәғәтселәр, әйҙәгеҙ күмәкләшеп берләшәйек һәм бер-беребеҙҙе аңлайыҡ! Дөрөҫлөктө өҫтөн ҡуйып, бер-беребеҙҙе алдамай, закон алдында яуап тотайыҡ. Былтыр матбуғат биттәрендә мал сәбәпсе булған юл фажиғәләре тураһында күп яҙылды. Әммә етди бер генә лә ҡарар ҡабул ителмәне. Һүҙ юл ситендә йөрөгән эйәһеҙ мал тураһында бара. Әммә уларҙың хужалары бар бит! Юғала ҡалһа, шунда уҡ полицияға йүгереп барып етәбеҙ бит!

Минеңсә, ғәйептең төп башы – ауыл биләмәһе башлыҡтарында. Урындарҙа көтөүҙе дөрөҫ, заманға ярашлы яуаплылыҡ йөкмәтеп ойошторорға кәрәк. Ауыл биләмәһе башлығы ҡулы аҫтында депутаттар, ветеринарҙар, фермерҙар, бөтә йәмәғәтселәр, йәғни староста, ҡоролтай рәйесе, ағинәйҙәр, ветерандар советы һ.б. бар. Шул иҫәптән халыҡ та ауыл етәксеһенә генә ҡарап тора. Малдың аҙып-туҙып, проблемалар тыуҙырыуында кем ғәйепле? Беренсенән, уларҙың эйәләре. Мал дөрөҫ яҙҙырылмай, ауыл хакимиәте секретарында теркәлмәй. Теркәлмәгән һыйыр-быҙауҙарға ялған белешмә биреү, һөҙөмтәлә урындағы ветеринарҙың алған мал иҫәбе ауыл хакимиәтенеке тап килмәүе күҙәтелә бит. Кем алдаша был осраҡта? Ауыл хакимиәтеме әллә ветеринармы? Шуға күрә һатыуға ҡуйылған быҙауҙарға белешмә дөрөҫ бирелгәнме икәнлеген участка уполномоченныйы мотлаҡ тикшерһен!

Икенсенән, көтөүҙе законға ярашлы дөрөҫ итеп ойоштороу мөһим. Юғиһә көнө килеп еткәс, минән киткәнсе – эйәһенә еткәнсе тигәндәй, ауыл биләмәһе башлығы 10-15 кешене йыйып йыйылыш үткәрә лә, “иртәгә сиратлап көтөү ойоштороғоҙ” тип бер һөйләм әйтә. Йыйылыш түгел был, ә ғәйбәт һөйләү, талаш сығарыу урыны. Йыйылыштың протоколы була, шикелле, рәйесе, сәркәтибе. Көтөүсенең исем-шәрифе, яуаплылығы күрһәтелергә тейеш. Ә инде сиратлап көтөү көтһәң, закон алдында яуапты кем тота? Мал ҡазаланһа, үлһә, батһа – кем суд алдына баҫырға тейеш? Бындай осраҡта бер кем яуап бирмәйәсәк! “Нишләп малығыҙҙы миңә көсләп тапшырҙығыҙ. Мин ялланған көтөүсе түгел, эш хаҡы алманым, хеҙмәт килешеүе юҡ”,-тиәсәк сиратлап мал көткәндәр һәм улар хаҡлы буласаҡ.

Район етәкселегенә, прокуратураһына мөрәжәғәт итеп, һуңғы ике-өс йылда ниндәй ауылдарҙа көтөү ойошторолмағанын, мал көтөү буйынса нисә йыйылыш үткәрелеп, уның протоколдарын тикшереүҙәрен һорайым. Ауылдарҙа тәртип урынлаштыра алмаған, кеше менән эшләй белмәгән биләмә башлыҡтарын эштән бушатығыҙ! Бушҡа аҡса алып йөрөмәһендәр! Закон халыҡ өсөн эшләргә тейеш. Шуға күрә бындай етешһеҙлектәрҙе республика Башлығына ла еткереп барырға кәрәк. Районыбыҙҙа һәр йүнәлештә ғәҙеллек булһын!

Рамазан Ураҙғолов.

Читайте нас: