21 апрель – Урындағы үҙидара көнө
Халыҡ өсөн - халыҡ менән бергә
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2012 йылдың 10 июнендә ҡул ҡуйған Бойороғона ярашлы, 21 апрель – Урындағы үҙидара көнө булараҡ билдәләнә. Был дата осраҡлы һайланмаған. 1785 йылдың 21 апрелендә Екатерина II ҡалаларға Хоҡуҡ Грамотаһы булдырған. Ул урындағы үҙидара органдарына Рәсәй ҡануниәттәрен үҫтереүгә булышлыҡ иткән.
Башҡортостан Республикаһында 895 муниципаль берәмек бар, шул иҫәптән 9 ҡала округы, 54 муниципаль район һәм 818 ауыл биләмәһе иҫәпләнә. Улар араһында Баймаҡ районы айырым урын биләй. Урындағы үҙидара көнө уңайы менән Ишбирҙе ауыл биләмәһе башлығы Гөлшат Иҫәндәүләтова менән әңгәмәләштек.
- Гөлшат Рәмзин ҡыҙы, һеҙ етәкләгән ауыл биләмәһе райондың иң төпкөлөндә урынлашҡан. Шунлыҡтан кисекмәҫтән хәл итәһе көнүҙәк мәсьәләләр ҙә барҙыр, моғайын?
- Ҙур ауылға ни кәрәк – бәләкәйенә лә шул кәрәк, тиҙәр. Дөрөҫ, һәр төбәктең үҙенә генә хас проблемаһы бар. Беҙҙә лә улар юҡ түгел. Ләкин уларҙы әкренләп булһа ла хәл итеп киләбеҙ. Мәҫәлән, былтыр кәрәҙле бәйләнеш булдырыуға өлгәштек. Интернет селтәре яҡшы эшләй. Бөгөн ауылға тәбиғи газ индереү мәсьәләһе буйынса һөйләшеү алып барыла. Киләсәктә юл мәсьәләһен дә хәл итеү талап ителә.
- Ауыл биләмәһе башлығы власть һәм халыҡ араһында бәйләнеш булдырыусы орган. Тап һеҙҙең иңдә ҙур яуаплылыҡ ята...
- Ысынлап та, урындағы үҙидара күптән инде мөһим дәүләт институты булараҡ танылған. Беҙҙең алда халыҡ өсөн яуаплылыҡ һәр ваҡыт беренсе урында килә. Тап ауыл биләмәһе башлыҡтары власть органдары менән халыҡ араһында булған күперҙе тоташтырыусы булып тора. Муниципаль кимәлдә мөһим мәсьәләләр хәл ителә, кешеләр һорауҙары менән урындағы власҡа күҙ терәп бара. Шунлыҡтан үҙидара органдарының һөҙөмтәле эшләүе дәүләт власы органдары, сәйәси партиялар, граждандар берекмәләре, ижтимағи ойошмалар менән тығыҙ бәйләнештә булыуҙы талап итә. Бөгөн 131-се федераль закон талаптарына ярашлы, урындағы проблемаларҙы халыҡ менән бергә хәл итеүгә йүнәлтергә тейешбеҙ.
- Ишбирҙе ауыл биләмәһе башҡаларҙан нимәһе менән айырыла?
- Һәр төбәктең үҙенә генә хас үҙенсәлеге бар. Йәшәйештәре, ғөрөф-ғәҙәттәре менән айырыла. Ә шулай ҙа ерле халыҡ йәшәгән төбәк көслөләрҙән һанала. Шуның менән дә беҙ берҙәм. Ишбирҙе ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙа йәшәүселәрҙең барыһының да тамырҙары быуаттар төпкөлөнә барып тоташа. Бөгөн беҙҙең ауыл биләмәһенә ҡараған 4 ауылда: Ишбирҙе, Йылым, Бөрйәнйылға һәм Крепостной Йылайырҙа 324 хужалыҡ бар. Уларҙа даими теркәлгән 1100 кеше йәшәй. Ишбирҙелә - 625, Йылымда – 243, Бөрйәнйылғала – 125, Крепостной Йылайырҙа 107 кеше иҫәпләнә. Мәктәптә 92 уҡыусы уҡый, 16 бала интернатта йәшәй. Балалар баҡсаһында 23 тәрбиәләнеүсе бар. Бөтә ауылдарҙа ла фельдшер-акушерлыҡ пункттары эшләй. Клубтар, китапханалар, почта бүлексәһе бар.
- Һеҙҙең төбәктәрҙә шундай дәртле һәм уңған халыҡ йәшәй.
- Был ысынлап та шулай. Ниндәй генә сара булмаһын, ауыл халҡы дәррәү күтәрелеп сыға. Ауыл Советы депутаттары, бюджет учреждениелары, ир-егеттәр ҡоро, “Ағинәйҙәр” ойошмаһы, ҡатын-ҡыҙҙар советы, ҡоролтай ағзалары һәр башланғыста ла башлап йөрөүсе. “Таҙа яр”, “Таҙа урман”, “Йәшел Башҡортостан”, “Таҙа кесаҙна”, “Еңеү баҡсаһы” кеүек экологик өмәләр даими уҙа. Был сараларға халыҡты өгөтләү ҙә кәрәкмәй. Һәр кем ҙур теләк менән ҡатнаша.
- Дәүләт программалары нисек тормошҡа ашырыла?
- “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы буйынса Ишбирҙе мәктәбенең ишек-тәҙрәләрен яңыртыуға өлгәштек. Быйыл уның спорт залын ремонтларға иҫәп тотабыҙ. Былтыр “Аныҡ эштәр” проекты ярҙамында Йылым ауылының Раш шишмәһе төҙөкләндерелде. Шуныһы ҡыуандыра, Хөкүмәт яғынан саҡ ҡына ярҙам булһа, ауыл халҡы уны дауам итеп алып китергә әҙер тора. Халыҡ хәҙер бындай дәүләт ярҙамдарына ышаныс белдерә. Күмәк көс менән Ишбирҙеләге ФАП биләмәһенең тирә-яғы кәртәләп алдыҡ. Ташландыҡ биләмәләрҙе, аллея һәм скверҙарҙың ҡоймаларын төҙөкләндерҙек һәм буяныҡ. Урындағы зыяраттарҙы, иман йорто – мәсетте тәртиптә тотоуға халыҡ ҙур иғтибар бүлә. “Ҡый” реформаһы сиктәрендә, ауылдарҙа ҡый-һай йыйыу өсөн контейнерҙар ҡуйылды. Ләкин ҡайһы берәүҙәр әле булһа ихатаһындағы ҡыйҙы ситкә сығарып ташларға маташа. Бөгөн улар менән көрәш алып барабыҙ. Был бигерәк тә Ишбирҙе һәм Крепостной Йылайыр ауылдары халҡына ҡағыла.
Ауылдарҙы төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бирелә. Урамдарға юл тамғалары ҡуйылды, иҫкәртеүсе һәм профилактик йүнәлештә баннерҙар эленде. Ишбирҙе ауылындағы аҫылмалы күпер ремонтланды. Урамдарҙы яҡтыртыу буйынса эштәр башҡарылды. Бөгөн 65 электр лампаһы яна, шуларҙың 14-е шәхси йортҡа тоташтырылған. Йылым һәм Крепостной Йылайыр ауылдары урамдарын яҡтыртыу буйынса эштәрҙе атҡарып сығыу бурысы “Каширин” шәхси предприятиеһына йөкмәтелгән. Йылым ауылы активы урамда спорт майҙансығын урындаштырыу өҫтөндә эш башланырға тора.
Бөйөк Еңеүҙе ҡаршыларға әҙерләнәбеҙ. Бөрйәнйылғала яңы Еңеү аллеяһы барлыҡҡа килде. Йылым ауылы халҡы былтыр “Айыҡ ауыл” республика конкурсында икенсе урынды яулап, 250 мең һум күләмендә алған приз фонды иҫәбенә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һәм Еңеү менән ҡайтҡандарҙың иҫтәлегенә яңы стела ултыртты.
- Гөлшат Рәмзин ҡыҙы, һеҙҙе ниндәй проблемалар борсой?
- Беҙҙең төбәк өсөн иң ҙур проблемаларҙың береһе булып юл мәсьәләһе тора. Урамдарҙы төҙөкләндереү өсөн биләмәнең үҙ карьеры булмауы был эшкә тотҡарлыҡ яһай. Был мәсьәләне быйыл хәл итергә тырышасаҡбыҙ.
- Һанап үтелгәндәр, әлбиттә, башҡарылған эштәрҙең бик аҙы ғына...
- Эйе, күренмәгәндәре лә бихисап. Ауыр хәлдә, социаль хәүеф тыуҙырған һәм яңғыҙ йәшәгәндәр беҙҙең айырым контролдә тора. Даими рейдтар үтеп тора. Янғын хәүефһеҙлеге талаптарын күҙәтеү буйынса эш алып барыла.
Сәләмәт тормош алып барыуға айырым иғтибар бирелә. Был тәңгәлдә йәмәғәт ойошмалары әүҙем эш алып бара. Пандемия ваҡытында ла халыҡ араһында бәйләнеш өҙөлмәне, төрлө онлайн-конкурстар ойошторолдо. Уларҙа ситтә йәшәгән ауылдаштарыбыҙ ҙа ихлас ҡатнашты. Бөтә ауылдарҙа ла халыҡ йолаларын тергеҙеү һәм һаҡлау буйынса ҙур саралар үтә. Төрлө спорт ярыштары даими уҙып тора. “Сәләмәт ауыл” район конкурсында 2-се дәрәжә Диплом һәм 20 меңлек сертификат, “Айыҡ ауыл” конкурстары һөҙөмтәләре буйынса Ишбирҙе ауыл биләмәһе Диплом менән бүләкләнде. Был да бит беҙҙең эш һөҙөмтәһе булып тора. Киләсәктә иһә өлгәшелгәндәр менән туҡталып ҡалмаҫҡа, артабан да халыҡ менән бергә эшләргә, килеп тыуған мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итергә иҫәп тотабыҙ.
Лилиә ТАКАЕВА әңгәмәләште.