Татлыбай – тарихы бай, арҙаҡлы шәхестәре менән билдәле төбәк. Ошоғаса ауылдың тотҡаһы һәм терәге булған “Сибай” совхозының Татлыбай бүлексәһенең тарҡалыуы, әлбиттә, үҙенең кире эҙемтәләрен бирмәй ҡалманы. Эш булмау сәбәпле йәштәр ҡырға юлланды, күптәре Сибай ҡалаһына йөрөп эшләүгә күсте. Ауылда йәшәгән 370 кешенең 251-е иһә өлкән йәштә. Тыуған төйәгендә ҡалғандар шәхси хужалығын үҫтереүен дауам итте, бөтмөрҙәр иһә фермерлыҡҡа тотондо. Һәр хәлдә, заман ҡуйған ҡаты һынауҙарға ҡарамаҫтан, татлыбайҙар баҙап ҡалманы.
-Бөгөн ауыл халҡы нигеҙҙә шәхси хужалыҡтарындағы мал көсө менән йәшәй, етештерелгән продукцияһын Сибайға алып барып һата, - ти Руслан Әхтәм улы. -Шул уҡ ваҡытта беҙҙең төбәктә фермерлыҡ йүнәлеше әүҙем үҫешә. Татлыбайҙан Радик Ишмуллин етәкләгән КФХ ауылдың ҡото һәм терәге булып тора. Радик Исҡужа улының тырышлығы менән малсылыҡ базалары һаҡлап ҡалынды, бөгөн уларҙа мал үрсетелә, баҫыуҙарҙа төрлө культуралар үҫтерелә. Уның базаһы эргәһендә йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән тағы бер фермер хужалығы - “Фирҙәүес Хәлимов” КФХ-һы урынлашҡан. Беҙҙең биләмәгә ҡараған башҡа ауылдарҙа ла фермерҙар яҡшы үҫеш ала, уларҙың барыһы ла ауыл Советы ойошторған сараларҙа әүҙем ҡатнаша, һәр яҡлап ярҙам күрһәтә.Былтыр йәш егет Ильяс Бигилдин үҙенең фермер хужалығын асып, өмөтлө аҙымдар яһауға иреште. Ул һыйыр малы һәм йылҡы үрсетеү менән шөғөлләнә.
Татлыбайҙа йәмәғәт ойошмалары бик әүҙем эшләй. Ҡатын-ҡыҙҙар советы (рәйесе Ләйсән Әхмәҙуллина), “Ағинәйҙәр” ойошмаһы (Фирүзә Йосопова), ветерандар советы һәм ҡоролтай (Мөбәрәк Сибаев), ир-егеттәр ҡоро (Шәһит Әбделкәримов һәм Илдус Муллағәләмов) ауыл тормошонда ҙур роль уйнай, төрлө саралар ойоштора. Староста Иҙрис Вәлиуллин ауылда төҙөкләндереү, мал көтөүен ойоштороу, өмәләр үткәреү, башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ал-ял белмәй эшләй. Мәсеттең имам-хатибы Морат Ниғәмәтов халыҡты иманға һәм дингә әйҙәү буйынса ҙур эш алып бара.
Һуңғы йылдарҙа төрлө программаларҙы тормошҡа ашырыу, төбәкте төҙөкләндереү, йәмәғәт ойошмалары менән берлектә ауыл тормошон йәнләндереү, эскелеккә ҡаршы көрәшеү, халыҡты сәләмәт тормошҡа әйҙәү һәм спортҡа йәлеп итеү буйынса хәтһеҙ эштәр бойомға ашырылды һәм ашырыла. Ир-егеттәр ҡороноң тырышлығы һәм ситтә йәшәүсе ир-егеттәр ярҙамы менән Татлыбайҙа “Аырҫлан” исемле спорт залы асылды, ул көслө заттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар тырышлығы менән ремонтланды, кәрәкле спорт инвентарҙары менән тәьмин ителде. Ауыл Советы иһә бинаны йылытыуҙы үҙ өҫтөнә алды. Бөгөн был бинала төрлө ярыштар гөрләп үтеп тора. Ир-егеттәр көсө менән мәктәп янында балалар уйын майҙансығы лә эшләнде.
Ир-егеттәр ҡоро, ауыл Советы, йәмәғәт ойошмалары һәм участка уполномоченныйы менән берлектә эскелеккә ҡаршы көрәш әүҙем алып барыла. Спиртлы эсемлек һатыусылар, “йәшел йылан”ды үҙ итеүселәр менән даими эш алып барыу үҙ һөҙөмтәләрен бирҙе – бөгөн был тәңгәлдә ҡыуанырлыҡ уңыштарыбыҙ бар.
Татлыбай ауыл биләмәһе “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында әүҙем ҡатнаша. 2018 йылда ошо проект ярҙамында МТЗ-82.1 тракторы алыуға ирештек, ул бөгөн ауыл биләмәһендәге төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә, айырыуса янғынды һүндереүҙә, ныҡлы терәк булып тора. Янғын һүндереү өсөн тағылмалы ҡоролма һатып алдыҡ, уны ҡуйыу өсөн өмә менән йылы бокс та эшләнек. Әйткәндәй, быйыл атап үтелгән программа буйынса мәктәптең ҡыйығын алмаштырыу күҙ уңында тотола, бының өсөн халыҡтан аҡса йыйылған да инде.
“Аныҡ эштәр” проекты буйынса урамдарҙы яҡтыртыу проблемаһы ыңғай хәл ителде, был тәңгәлдә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Денис Назаровтың да ярҙамы ҙур булды. Шул уҡ ваҡытта ошо программа ярҙамында мәктәптең тәҙрәләре өлөшләтә яңыртылды.
Ғөмүмән, булған ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, татлыбайҙар киләсәккә аныҡ маҡсаттар ҡуйып йәшәй, тыуған төйәген үҫтереүгә бар көсөн һала. Был иһә уларҙың көндәлек эштәрендә сағылыш таба.
Татлыбайҙар “Сәләмәт ауыл” район конкурсы сиктәрендә маҡсатлы эш алып бара. Ир-егеттәр ҡороноң тырышлығы менән асылған спорт залында ярыштар даими ойошторола, һәр кис йәштәр “Арыҫлан” клубына йыйыла. Ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм “Ағинәйҙәр” ойошмаһы скандинав йөрөшөн әүҙем пропагандалай, ошо спорт менән әүҙем шөғөлләнә, башҡаларҙы ла йәлеп итә. Төҙөкләндереү мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүленә, тирә-яҡ мөхитте, һыу объекттарын һаҡлауға иғтиьар арта. Былтыр, мәҫәлән, Шөгөрләк һәм Ҡаранйыла буйҙарын тәртипкә килтереү буйынса күп эш башҡарылған.
Эскелеккә ҡаршы көрәш, ауыл биләмәһе башлығы әйтеүенсә, даими алып барыла, һәм был яуаплы эшкә йәмәғәт ойошмалары, депутаттар йәлеп ителә.
Фирүзә Йосопова етәкләгән “Ағинәйҙәр” ойошмаһы милли йолаларҙы, уйындарҙы тергеҙеү, уларҙы халыҡҡа, йәш быуынға еткереүҙе төп маҡсат итеп алған. “Килен ҡаршылау”, “Ҡыҙҙы кейәүгә оҙатыу” йолалары, “Кис ултырыу” сараһы, егеттәрҙе Ватан һағына оҙатыу, башҡа күп саралар ойошторола. Мәктәп уҡыусыларына милли кейемебеҙҙең үҙенсәлектәре тураһында дәрес күрһәтеү, уларҙы ҡул эштәренә өйрәтеү, “Кем иң күп китап уҡыған?” конкурсы ойоштороу Фирүзә Азат ҡыҙының матур башланғысы булып тора.
Ләйсән Тәфтизан ҡыҙы етәкләгән ҡатын-ҡыҙҙар советы ауыл тормошонда ҡайнап йәшәй, барлыҡ сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша, “Сәләмәт ауыл” конкурсы сиктәрендә ғәйәт ҙур эштәр алып бара.
Татлыбай ауыл биләмәһе хакимиәтенең, йәмәғәт ойошмаларының, ауыл активының урындағы мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итеүҙәре, шуның нигеҙендә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеүҙәре маҡтауға лайыҡ. Берҙәмлек булғанда барыһына ла өлгәшергә мөмкин. Татлыбайҙар тап шуныһы менән көслө лә инде.
Азамат Мөхәмәтшин.