Бөтә яңылыҡтар
Нисек йәшәйһең, ауыл?
1 Ғинуар 2021, 02:00

Баймырҙа уттары янасаҡ әле...

Юлдар... Журналист тормошон уларһыҙ күҙ алдына килтереп тә булмай. Ҡағыҙ мәшәҡәттәренә бирелеп, бөтмәҫ отчеттарға күмелгәндә юлдарһыҙ ҡалыу – сарсағанда – һыуһыҙ, асыҡҡанда икмәкһеҙ ҡалыуға тиң була. Әбйәлил районы сигендә ятҡан Баймырҙа ауылына боролғас та беҙҙе йырҙарҙа йырланған ап-аҡ ҡайындар ҡаршы алды. Ҡасандыр гөрләп торған, мәктәбе лә, магазины ла, почтаһы ла булған ауыл хәҙер үҙенә генә билдәле тормош менән йәшәгәндәй. Урамда бер кем дә юҡ. Уның ҡарауы, мөһабәт йорттар, ҡәлғәләй төҙөлгән өй-ҡуралар Баймырҙаға “бөткән ауыл” мөһөрөн һуғырға иртәрәк икәнлеген дәлилләй. Ауылда Хөснә һәм Марс Әхмәтовтар, Әлфиә һәм Ишдәүләт Абдуллиндар, Зәйтүнә һәм Илдар Әхмәтовтар, Шәүрә һәм Рәмил Шаһибаловтар, Нәзилә Латыпова, Динә Солтанова улдары Вадим, Дим менән йәшәй икән. Бынан тыш Әбйәлил районы, Магнитогорск ҡалаһынан килеп ял итеүселәр бар.

Баймырҙаларҙы иң борсоған мәсьәлә – ул юл. Оло юлға яҡын ғына йәшәһәләр ҙә, бысраҡтар башланыу менән ауылға ингән урын һаҙлыҡҡа әүерелә. Ҡышҡыһын ҡар ҡалын булһа ла, баймырҙалар оло юлдан өҙөлә.

Ишдәүләт Абдуллин “Беларусь” тракторы менән мөмкин тиклем көрттәрҙе этәрергә тырыша, әммә был ҡорос аттың да ҡеүәте һәр саҡ етмәй шул. Шуға күрә ҡар-бурандан һуң баймырҙалар пенсияһын оло юлға сығып ала. Ауылда йәшәүселәр:

“Юлды ағас ташыған ҙур йөк машиналары бөтөрә. Шәжәрә байрамы алдынан юлдарыбыҙҙы ҡырып-матурлап, таш түшәгәйнеләр – оҙаҡҡа барманы, ана шул ағас ташыусылар барыһын да юҡҡа сығарҙы”, –

ти.

Эйе, үкенескә ҡаршы, районыбыҙҙың юлдарын таш, ағасты ҡайҙалыр өҙлөкһөҙ ташыған йөк машиналары бөтөрә. Тәбиғәтебеҙҙе талап, беҙҙе юлһыҙ ҡалдырыусылар менән хоҡуҡ һаҡсылары ныҡлап шөғөлләнә башлаһын ине ул.

Ә баймырҙаларҙың күңелен бындай “ваҡ” мәшәҡәттәр менән төшөрөү мөмкин түгел. Улар күпләп мал аҫырай, бесән эшләй, юлдар ябылғанға тиклем ҡышҡа етерлек итеп аҙыҡ-түлеген хәстәрләп ҡуя. Тәбиғәт ҡосағында йәшәүселәр бер ғаилә булып йәшәй. Барыһы ла хаҡлы ялда булған ауыл халҡы рух күтәренкелеге менән айырылып тора. Бер ерҙә лә сүп-сар йәки емерелгән рәшәткәләр күрмәҫһең, һәр урында тәртип һәм таҙалыҡ.

Хөснә һәм Марс Әхмәтовтарҙың йортона аяҡ баҫыу менән урам тышынан башланған ҡот сорнап алды. Йорт хужаһы 1938 йылдың 23 апрелендә донъяға килгән. “Заманында ауыл гөрләп торҙо. Мәктәбе лә, магазины ла булды. Ситтән килгән татарҙар ҙа бар ине. Улар һуңынан арбаларына тейәлеп, Бөрйән аша тыуған яҡтарына ҡайтып киттеләр. Кешеләр һәр саҡ эш менән мәшғүл булып йәшәне”, – тип хәтерләне Марс ағай. Ул бригадир, урмансы булып намыҫлы эшләй. Һуңынан тирә-яҡтың алмаштырғыһыҙ балта оҫтаһына әүерелә. Ошо эшендә хаҡлы ялға тиклем эшләй.

Йорт хужабикәһе “Бишҡайын” совхозының фермаһын Баймырҙаға күсергәс шунда һауынсы булып эшләй. Шаян, өлгөр һауынсыларҙың тауышынан тирә-яҡ гөрләп тора. Тик тиҙҙән ферма Өмөтбайға күсерелә. Хөснә апай ғүмерен тормош иптәшенә, йортона, хужалығына бағышлай. Әхмәтовтарҙың өйө ысынлап та нурға мансылғандай. Бар ерҙә тәртип, өйгә үткәрелгән һыуҙың һыуығы ғына түгел, эҫеһе лә бар. Йортта Хөснә апай үҙе бешергән тәмле ҡомалаҡ икмәгенең хуш еҫе таралған. Өҫтәлдә ауыл һыйы – ҡаймаҡ, май, эремсек, йомортҡа, ҡатыҡ, йәшелсә-емеш. Барыһы ла ябай, әммә иҫ киткес тәмле һәм файҙалы. Үҙе айырым бер донъя булып йәшәгән ауылдың хозурлығынан күңелең күптән эҙләгән тыныслығын да, ялын да таба. Эйе, баймырҙаларҙың нигеҙе лә, рухы ла ныҡ, шуға күрә тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан ауылдың уты оҙайлы йылдар һүнмәҫ әле, тип ышанам.


Президенттан Ҡотлау хаты


95 йәшен билдәләгән Сәлимә Ирғәле ҡыҙы Абдуллина Рәсәй Президенты В.В. Путиндың Ҡотлау хатын оло тулҡынланыу менән ҡабул итте. Билал ауыл биләмәһе башлығы И.Ш. Саптаров иңенә бүләк шәлъяулыҡты һалғас, инәй донъялағы иң ҡәҙерле һәм ҡиммәтле бүләкте алғандай рәхмәтле доғаларын яңғыратты.

Бөйөк Ватан һуғышының һәм унан һуңғы йылдарҙың бар михнәттәрен кисергән Сәлимә инәй Әбйәлил районының Буҙыҡай ауылында доъяға килә. Кескәй сағынан бик зирәк була. Мәктәпте уңышлы тамамлаған ҡыҙҙы Буҙыҡайҙа балаларҙы уҡытырға ҡалдыралар. Шул уҡ ваҡытта ул ауылдың ҡатын-ҡыҙҙарын да грамотаға өйрәтә. Комсомолға ингән әүҙем ҡыҙ тәүҙә Красная Башкирияға юл һалырға, унан Ҡарағайһаҙға ашнаҡсы итеп тәғәйенләнә. Илдә барыһын да ҡан илатҡан Бөйөк Ватан һуғышы бара. Әммә йәшлек хистәренә был да ҡаршылыҡ була алмай. 1941 йылдың көҙөндә ул Баймырҙа ауылы егете Исмәғил Лотфулла улына кейәүгә сыға. Ә 1942 йылда йәш ғаилә башлығы ла яуға алына. Ирҙәр киткәс ҡатындарҙың тылда күргән михнәттәрен яҙып бөтөрөрлөк түгелдер. Шулай ҙа улар “Еңеү өсөн, фронт өсөн!” девизы менән үҙҙәрен йәлләмәй, алһыҙ-ялһыҙ эшләй.

1943 йыл. 4 ат беркетелгән Сәлимә инәй бер үҙе баҫыуҙа арыш сәсә, көнө лә, төнө лә ошонда үтә. Ҡараңғы мәлдә бүреләр бер атын һәләк итә. Йәш ҡатындың бында ни ғәйебе булһын инде – әммә был юғалтыу өсөн уға үҙ хужалығындағы быҙауҙы бирергә тура килә. Астан үлмәҫ өсөн башаҡ йыйыу, көс еткеһеҙ ағастарҙы ҡырҡыу, тракторҙар курсы – барыһы ла үтә уның башынан. 1945 йылдың июнендә тормош иптәше йортона аяҡ баҫа. Ҡаты яраланған яугир госпиталдән ҡайтарыла. Бер-бер артлы 10 бала донъяға килә. Ике бәпестәре сабый сағында уҡ вафат була. Хәҙерге ваҡытта 7 ул һәм ҡыҙҙары тырышып, матур итеп донъя көтә. Әсәйҙәрен иғтибарһыҙ ҡалдырмайҙар. Һуғыш яраларынан иртә вафат булған тормош иптәше менән бергә йәшәгән саҡтарын һағынып иҫкә ала инәй. Балалары уны алмашлап ҡарау өсөн Баймырҙанан Асҡарға алып ҡайтҡан. Беҙ барғанда кесе улы Әсләм һәм ҡыҙы Мөслимә әсәйҙәренең һағында ине. “Әсәйебеҙҙең күргән-кисергәндәре китапҡа яҙырлыҡ. Һаулығын хәстәрләп табиптар ҡарап ҡына тора. Әлбиттә, ҡәҙерле кешебеҙ мөмкин тиклем оҙағыраҡ йәшәһә ине, тип теләйбеҙ”, – тине улар.

Ә оҙон һәм ҡатмарлы тормош юлы үткән Сәлимә инәй балаларына, бар илгә именлек-бәрәкәт теләп, доғаларын уҡып ҡына ултыра. Хатта лайыҡлы рәүештә тыуған көнө менән ҡотлауҙы ла ул оло тантана итеп ҡабул итте. Хөрмәтле Сәлимә инәйгә артабан да балаларының ҡосағында, һаулыҡта ғына ғүмер итергә яҙһын.
Читайте нас