Бөтә яңылыҡтар
Нисек йәшәйһең, ауыл?
21 Сентябрь 2020, 18:11

Милләт киләсәге – айыҡ, рухлы, иманлы быуында

Илдар Саптаров етәкләгән Билал ауыл биләмәһе районда иң һөҙөмтәле эшләүсе хакимиәттәрҙән һанала. Илдар Шәһәрғәзе улының оҫта ойоштороуында бында дәүләт программалары уңышлы тормошҡа ашырыла, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ҙур иғтибар бүленә, ауылдарҙы төҙөкләндереү, район кимәлендәге проекттарҙы урындарҙа бойомға атҡарыу буйынса ғәйәт ҙур эштәр башҡарыла.

Илдар Саптаров етәкләгән Билал ауыл биләмәһе районда иң һөҙөмтәле эшләүсе хакимиәттәрҙән һанала. Илдар Шәһәрғәзе улының оҫта ойоштороуында бында дәүләт программалары уңышлы тормошҡа ашырыла, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ҙур иғтибар бүленә, ауылдарҙы төҙөкләндереү, район кимәлендәге проекттарҙы урындарҙа бойомға атҡарыу буйынса ғәйәт ҙур эштәр башҡарыла.
Илдар Шәһәрғәзе улы – тәжрибәле етәксе. Барлыҡ ғүмерен ауыл хужалығы производствоһын һәм урындағы үҙидара органдарын үҫтереүгә арнай ул. Йылайыр һәм Баймаҡ райондарындағы эре хужалыҡтарҙа агроном, бүлексә идарасыһы, профком рәйесе, ауыл Советы рәйесе урынбаҫары булып бай тәжрибә туплаған етәксе бына ике йыл инде Билал ауыл хакимиәте башлығы булып эшләй. Ошо ваҡыт эсендә биләмә байтаҡ эштәрҙе атҡарып өлгөрҙө. “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы һәм халыҡ ярҙамы менән биләмәгә яңы МТЗ-82.1 тракторы алынды, Билал ауыл мәҙәниәт йорто “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырылды, ғәйәт ҙур күләмдә төҙөкләндереү эштәре атҡарылды. Атап әйткәндә, Һәмән, Билал ауылдарында урамдарҙы яҡтыртыу буйынса ҙур эштәр башҡарылды, Күгиҙел, Билал, Өмөтбай юлдарына таш түшәлде, Билал, Өмөтбай, Күгиҙел ауылдарында “Аныҡ эштәр” проекты буйынса клубтарҙың ҡыйыҡтары яңыртылды. Ошоғаса онотолған Баймырҙа тураһында етди хәстәрлек күрелде: трассанан ауылға ҡәҙәр юл һалынды, уның күпере яңыртылды, урамдар яҡтыртылды. Был тәңгәлдә район хакимиәте башлығы Ф.Ғ. Әминевтың ярҙамы ҙур булды. Өмөтбайҙа Һаҡмар, Бүреле йылғалары аша һалынған күперҙәр һәм баҫма ремонтланды, Һәмәндә Туҡмаҡ урамындағы күпер йүнәтелде, Күгиҙелдә быуа эшләнде.
Мәктәптәр биләмәһен яҡтыртыу, Билалда ауыл биләмәһе көсө менән балалар уйын майҙансығы төҙөү, ауылдарҙа юл билдәләре урынлаштырыу, контейнер майҙансыҡтары булдырыу буйынса эштәр атҡарып сығылды. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан “Аныҡ эштәр” программаһы ярҙамында обелискылар яңынан кәртәләп алынды. Ҡыйлыҡтар тәртипкә килтерелде. Халыҡтың ярҙамы менән Өмөтбай зыяраты яңынан кәртәләнде, әле ошондай эштәр Һәмәндә башланып тора.
Билал ауыл биләмәһе “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау”, район Ҡоролтайы иғлан иткән “Сәләмәт ауыл”, “Бөтә ауыл менән - “Һаҡмар”ға!”, “Мул һыулы Һаҡмар” конкурстарында йыл да әүҙем ҡатнаша һәм еңеүҙәр яулай. Ауылдарҙа экологик өмәләр даими ойошторола, уларҙа халыҡ әүҙем ҡатнаша. Төбәктә скверҙарҙы яңыртыуға, “Ҡоролтай” аллеялары булдырыуға ҙур иғтибар бүленә. Бына ошо башҡарылған дөйөм һәм маҡсатлы эш һөҙөмтәһендә һуңғы йылдарҙа Билал ауыл биләмәһе иң матур һәм һөҙөмтәле эшләүсе төбәктәр рәтенә баҫты.
Айыҡ ауыл-2020” республика бәйгеһенә лә бында иң тәүгеләрҙән булып ҡушылдылар һәм конкурста Һәмән менән Билал ауылдары ҡатнашырға теләк белдерҙе. Үткән аҙнала һәмәндәр “Милләт киләсәге – айыҡ, рухлы, иманлы быуында” исемле бик тә әһәмиәтле һәм күптәргә өлгө булырлыҡ шәп сара ойошторҙо. Унда Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары һәм Билал ауыл биләмәһе хакимиәте етәкселеге ҡатнашты.
Шуныһы үҙенсәлекле, Һәмән ауылы халҡы бөгөнгө көндә бик тә актуаль теманы күтәреп сыҡты һәм уны өлгөлө ғаиләләр, дини һәм әхлаҡи тәрбиә миҫалында ойошторҙо. Дуҫлыҡ урамында йәшәүсе Рәйлә менән Әхтәм Йәнгилдиндар, Фәимә менән Кәбир Һибәтуллиндар, Нурзиә менән Сөләймән Йәнгилдиндарҙың өлгөлө йорт-ихаталарында булып, сарала ҡатнашыусылар уларҙың бөгөнгө көнитмеше менән яҡындан танышты, үҙҙәренә тәжрибә тупланы, ысын мәғәнәһендә ҡот һәм ырыҫ бөркөлөп торған донъяларына һоҡланыуҙарын йәшермәне.
Әхтәм Хәйритдин улы менән Рәйлә Әхмәҙи ҡыҙы маҡтаулы тормош юлы үткән иң абруйлы ғаиләләрҙең береһе. Ғаилә башлығы барлыҡ ғүмерен урындағы хужалыҡты үҫтереүгә арнай, механизатор, звено етәксеһе, бүлексә идарасыһы булып эшләй. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн “Дан” ордены менән бүләкләнә. Тормош иптәше иһә бар ғүмерен ғаилә, балалар бағыуға, шәхси хужалыҡты үҫтереүгә арнай. Хаҡлы ялға сыҡҡас, Әхтәм Йәнгилдин баҡсасылыҡҡа тотона, ҡатыны менән күпләп емеш-еләк, йәшелсә үҫтерә. Ауыл биләмәһендә иғлан ителгән конкурста “Иң шәп баҡсасы” номинацияһында еңеү яулағандар.
Һибәтуллиндарҙы ауылда өлгөлө ғаилә булараҡ яҡшы беләләр. Кәбир Рәшит улы байтаҡ йылдар урындағы хужалыҡта баш энергетик булып намыҫлы эшләй, совхоз тарҡалғас, шәхси хужалығын үҫтереүгә тотона. Бөгөн улар күпләп һыйыр малы, йылҡы аҫрай, малсылыҡтан яҡшы табыш ала. Ҡатыны Фәимә Зәки ҡыҙы иһә медпунктта, клубта, аҙаҡ социаль хеҙмәткәр булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Һибәтулиндарҙың йорт-ихатаһының балҡып ултырыуында хужабикәнең роле ҙур. Ул ҡул эштәре менән шөғөлләнә, ҡорамалар эшләй, күргәҙмәләрҙә әүҙем ҡатнаша. Сәскә үҫтерә, баҡсалары һәр кемдең иғтибарын үҙенә йәлеп итә. Йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, ауылдың “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе булып ҙур эштәр алып бара. Һибәтуллиндар үҙҙәре кеүек уңған биш бала тәрбиәләп үҫтергән, уларға юғары белем биргән.
Биш бала тәрбиәләгән Нурзиә менән Сөләймән Йәнгилдиндар ҙа заман менән бергә атлаған һәм күптәргә үрнәк булған ғаилә. Ғаилә башлығы әле вахта ысулы менән ҡырҙа эшләһә, хужабикә һыйыр малы үрсетеү, малсылыҡ продукцияһы етештереү һәм уны һатыу менән уңышлы шөғөлләнә. Балаларының тәрбиәле, тәртипле, уңған һәм эшһөйәр булыуҙарын айырыуса маҡтап телгә алды һәмәндәр. “Өлгөлө йорт” исемен алған был йорт-ихата, ысынлап та, һоҡланыу тойғолары уята, унда уңған һәм бөтмөр ғаилә йәшәүе тураһында һөйләй.
Дуҫлыҡ урамындағы Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре хөрмәтенә төҙөлгән обелиск янында ойошторолған күргәҙмә берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Рәфис Сирусиндың ағастан үҙе яһаған әйберҙәре: ҡоҙоҡ, семәрләп эшләнгән көҙгөләр, ултырғыстар, тәҙрә яҡтауҙары уның ысын оҫта булыуы тураһында һөйләй. Шәхси эшҡыуар Зөлфирә Кейекбирҙина иһә үҙенең икмәк цехында етештерелгән икмәк ризыҡтарын, бәлеш-пирогтарын тәҡдим итте. Әлфиә Һибәтуллина ҡул эштәре: бәйләнгән пальто, шәл, плед һәм диван япмалары, бейәләй һәм башҡаларын алып килгән. Әлфиә Һибәтуллинаның ҡул эштәре лә ихтирамға лайыҡ ине.
-Башҡортостанда “Айыҡ ауыл-2020” конкурсы иғлан ителгәс, беҙ ауыл сходында был бәйгелә ҡатнашырға ҡарар иттек, - тине үҙенең сығышында ауылдың старостаһы, билдәле ауыл хужалығы производствоһы ветераны Зәйнулла Хәсән улы Әминев. - Сөнки беҙҙең төбәктә һәр яҡтан да уңған халыҡ йәшәй, ауылыбыҙ бай тарихҡа һәм арҙаҡлы шәхестәргә бай. Бөгөн 92 хужалыҡ иҫәпләнеп, барлығы 359 кеше йәшәй. 63 уҡыусы Билал урта мәктәбенә йөрөп уҡый, 20-ләп студент төрлө уҡыу йорттарында белем ала. Мәктәпкәсә йәштәге балалар һаны – 47. Йәштәребеҙ ҙә гөрләтеп донъя көтә: кемдер вахта ысулы менән эшләй, кемдер шәхси хужалығын үҫтерә, башҡа шөғөл менән булыша.
Һәмәндәр - берҙәм, татыу халыҡ, шунлыҡтан төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша, ауылдың бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн янып йәшәй. Өмәләр ҙә үткәрәбеҙ, тиҙҙән зыяратты яңынан кәртәләп алыуға бөтөн ауыл менән сығасаҡбыҙ. “Айыҡ ауыл” конкурсында әүҙем ҡатнашайыҡ, уға ярашлы төрлө саралар үткәрәйек, айыҡ тормошҡа ынтылайыҡ! Берҙәмлектә – көс!
-Беҙ ауылда айыҡ тормошто пропагандалау, хәмер һатыусылар менән көрәште әллә ҡасан уҡ башлағайныҡ, - тип билдәләне имам-хатип Рауил Йәнгилдин. -Әммә беҙҙе ул саҡта аңлап етмәнеләр, ваһһабитлыҡта ла ғәйепләнеләр. Шуныһы һөйөнөслө, һуңғы йылдарҙа айыҡ һәм сәләмәт тормош алып барыу йәмғиәтебеҙҙә киң тарала бара, халҡыбыҙ яйлап иманға ҡайта. Ләкин шул уҡ ваҡытта “беҙ күп эсмәйбеҙ, мәҙәниле эсәбеҙ” тигәндәр күп әле. Әйҙәгеҙ, ауылдаштар, хәмерҙән бөтөнләй баш тартайыҡ, эште үҙебеҙҙән башлайыҡ. Шул саҡта беҙҙең артыбыҙҙан башҡалар ҙа эйәрер, сәләмәт һәм айыҡ быуын үҫеп сығыр. Мәсеткә йөрөйөк, балаларыбыҙҙы ла алып киләйек. Динле һәм иманлы милләттең киләсәге лә яҡты була.
Әйткәндәй, сарала ҡатнашыусылар, шул иҫәптән балалар ҙа, һуңынан мәсеткә барып, имам-хатиптың бик тә фәһемле һәм тәрбиәүи вәғәзен тыңланы, йома намаҙына баҫты.
Билал ауыл биләмәһе башлығы Илдар Шәһәрғәзе улы Саптаров үҙенең телмәрендә конкурс шарттарына туҡталып, ауыл халҡын бәйгелә әүҙем ҡатнашырға, һөҙөмтәле саралар үткәрергә саҡырҙы.
Абруйлы мәғариф ветераны Ишһылыу Йомағужа ҡыҙы Әминева үҙенең сығышында эскелекте “ысын мәғәнәһендәге афәт” тип атаны һәм уның ниндәй ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтереүен бәйән итте. “Әлбиттә, ауылыбыҙҙа хәмер эскән кешеләр бик һирәк, әммә беҙ эскелекте бөтөнләй бөтөрөргә, бының өсөн даими рәүештә аңлатыу эштәре алып барырға тейешбеҙ, -тине ул. -Ил төкөрһә,күл була, тип юҡҡа ғына әйтмәгән халҡыбыҙ. Бергәләшеп кенә еңә аласаҡбыҙ беҙ был афәтте. Әйҙәгеҙ, хөрмәтле ауылдаштар, изге эшкә күмәкләп тотонайыҡ, рухлы, белемле, иманлы һәм динде быуын тәрбиәләйек!
Шуныһы үҙенсәлекле, һәмәндәр һуңғы йылдарҙа ҙур популярлыҡ яулаған спорт төрө – скандинав йөрөшө менән әүҙем шөғөлләнә. Был тәңгәлдә Әлфиә Йәрмөхәмәтова сығыш яһап, уның һаулыҡ өсөн бик файҙалы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, ауылдаштарын да был спорт төрө менән шөғөлләнергә саҡырҙы.
Айыҡ ауыл-2020” конкурсы сиктәрендә Билалда ла, Һәмәндә лә икешәр ҙур сара үткәрелде, уларҙың һәр береһе маҡсатҡа ярашлы булыуы менән айырылып торҙо. Бер үк ваҡытта ауыл биләмәһе һәм “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә ойошторолған махсус комиссия иң төп мәсьәләне лә онотмай – хәмер һатыусылар менән аяуһыҙ көрәш алып бара. Ошо маҡсатта яуыз кәсеп менән шөғөлләнеүселәр ауыл биләмәһенә һөйләшеүгә саҡырыла, өйҙәренә барып та аңлатыу эштәре алып барыла. Был, әлбиттә, үҙенең һөҙөмтәләрен бирәсәк.
Азамат Мөхәмәтшин.
Читайте нас: