Яраттан фермер Айҙар Мырҙаҡаев өсөн һәр яңы көн иртә таңдан тороп зарядка яһауҙан башлана. Күңеленә дәрт, яңы көнгә ышаныс өҫтәгән был шөғөлдө ул күптән үҙ иткән. Бәләкәйҙән спорт менән дуҫ булған, мәктәп йылдарында ла, Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында уҡығанда ла, армияла хеҙмәт иткәндә лә йүгереү һәм гер күтәреү буйынса бер кемгә лә алдынғылыҡты бирмәгән кеше өсөн был ниндәйҙер кимәлдә күңел талабылыр ҙа. Сөнки, үҙе әйтеүенсә, тап спорт уға үҙен һәр саҡ яҡшы формала һәм кәйефтә тоторға ярҙам итә.
Тормош иптәше Зәһүрә Нурғәле ҡыҙы менән иртәнге сәй табыны артында ағымдағы көнгә булған уй-ниәттәрҙе барлап, фекер алышҡандан һуң, Айҙар Шәрифйән улы эш урынына йүнәлә. Гаражда ойошторолған оператив кәңәшмәлә бөгөнгө көндөң актуаль мәсьәләләре уртаға һалып тикшерелә, аныҡ маҡсаттар ҡуйыла. Билдәле, әле ауыл хеҙмәтсәне өсөн иң ҡыҙыу осор, шунлыҡтан үҫтерелгән ашлыҡты йыйып алыу, ураҡсылар звеноһының өҙлөкһөҙ эшләүен тәьмин итеү, килтерелгән ашлыҡты ырҙын табағында ҡабул итеү һәм таҙартып келәттәргә һалыу мөһим. Мәлендә кәрәкле запчасть табырға ла, техниканы яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин итергә лә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта коллектив ағзаларының тыуып торған социаль мәсьәләләрен ваҡытында хәл итеү ҙә зарур, шунһыҙ эш бармаясаҡ. Сөнки хужалығына күрә коллектив та бәләкәй түгел – барлығы 12 кеше. Уларҙы ваҡытында эш хаҡы, бесәне-һаламы, оно һәм игене менән дә тәьмин итергә кәрәк. Бынан ошо бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәрҙе барлап, проблемаларҙы хәл иткәс кенә, фермер хужалығы коллективы ең һыҙғанып эшкә тотона...
Айҙар Мырҙаҡаевтың бар ғүмер һәм тормош юлы тыуған ауылы менән бәйле. Яраттағы 8 йыллыҡ мәктәпте гел “5”-ле билдәләренә тамамлағас, ул Сибайҙағы Баймаҡ ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә. Мәктәптәге кеүек был уҡыу йортонда ла ул иң әүҙем студенттарҙың береһе була, үҙен көслө спортсы итеп таныта. Уны уңышлы тамамлағас, Ватан алдындағы хәрби бурысын үтәргә юллана. Армияла рота старшинаһы булып хеҙмәт итә. Хеҙмәт юлын Карл Маркс исемендәге колхозда хеҙмәт буйынса иҡтисадсы булып башлай. Ойоштороу һәләте булған егет бер нисә йылдан бригадир итеп тәғәйенләнә. 2004 йылда А.Мырҙаҡаевҡа хужалыҡ рәйесе вазифаһы йөкмәтелә. Әммә бар илдә барған реформалар һәм үҙгәртеп ҡороуҙар Яратты ла урап үтмәй – колхоз тарҡалыуға дусар була. 2005 йылда инде Айҙар Шәрифйән улы үҙенең крәҫтиән-фермер хужалығын булдыра. Банкротлыҡҡа дусар булған колхоздың мөлкәтен, малын һатып ала.
Әлбиттә, бының өсөн фермерға ҙур күләмдә кредит юлларға тура килә. Күп ауырлыҡтар, ныҡышмалы хеҙмәт менән уныһын да ҡаплауға өлгәшә. Малсылыҡ һәм үҫемлекселек тармаҡтары буйынса махсуслашҡан хужалыҡ бына байтаҡ йылдар инде ауыл халҡын эш менән тәьмин итә, Ярат ауыл биләмәһенең социаль тормошонда әүҙем ҡатнаша. Ауыл Советы депутаты булараҡ, Айҙар Мырҙаҡаев ауылда ойошторолған барлыҡ сараларҙы үткәреүгә үҙенең тос өлөшөн индерә, даими рәүештә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә. Тиҙҙән файҙаланыуға тапшырыласаҡ фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөүгә лә ҙур ярҙам күрһәткән – 100 мең һум аҡса бүлгән. Әле хужалыҡта эштәрҙең иң ҡыҙыу мәле – ураҡ кампанияһы, киләһе миҙгелгә әҙерлек бара. Предприятие 600 гектарҙа иген һәм техник культуралар үҫтерә, шуның 270 гектарын бойҙай, 200 гектарын арпа, 100 гектарын етен һәм 70 гектарын һоло тәшкил итә. Уңыш та йылына күрә насарҙан түгел – гектар ҡеүәте уртаса 8 центнер. Комбайнсылар Мансур Ғәҙелшин һәм Рамаҙан Исхаҡов, ырҙын табағына ашлыҡ ташыусы механизатор Рим Сәйғәфәров, бригадир Мирғәле Иҫәндәүләтовтарҙың фиҙаҡәр хеҙмәте менән әле иген культураларын йыйып алыу аҙағына яҡынлаша. Килтерелгән ашлыҡты ҡабул итеү һәм уны таҙартып келәттәргә һалыу ырҙын табағы мөдире Миңлеәхәт Йомағужин, эшселәр Миңнур Ҡарамырҙина һәм Рәйлә Айытоваға ышанып тапшырылған.
Ураҡ эштәре менән бер рәттән, баҫыуҙарҙағы һаламды рулондарға төрөү һәм дискатор менән ер эшкәртеү ҙә әүҙем дауам итә. Шуныһы үҙенсәлекле, фермер сәсеү майҙандарын кәртәләп алыу буйынса һуңғы йылдарҙа күп сығым һәм көс түккән. Хәйер, беҙҙең төбәктә шунһыҙ мөмкин дә түгел. Айҙар Шәрифйән улының һәр башланғысын күтәреп алып, һәр яҡлап та уң ҡулы булған тормош иптәше Зәһүрә Нурғәле ҡыҙы лайыҡлы хеҙмәт һәм тормош юлы үткән кеше. Ул да ошо ауылдан. Өфө педагогия училищеһын уңышлы тамамлаған ҡыҙ хеҙмәт юлын Ярат ауылының балалар баҡсаһында тәрбиәсе һәм музыка етәксеһе булып башлай һәм хаҡлы ялға сыҡҡанға ҡәҙәр шунда намыҫлы эшләй. Зәһүрә Мырҙаҡаева утыҙ дүрт йыл хеҙмәтенең 25 йылында балалар баҡсаһын етәкләй. Эштәге ҡаҙаныштары өсөн “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы” исеменә, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Рәхмәт хатына лайыҡ була. Хаҡлы ялға сыҡҡас ҡул ҡаушырып ултырмай Зәһүрә ханым – эшҡыуарлыҡҡа тотона һәм Ярат менән Ғүмәр ауылдарында үҙенең магазиндарын асып ебәрә. Был сауҙа нөктәләре халыҡты аҙыҡ-түлек, көнкүреш тауарҙары, кейемһалым менән тәьмин итә. Магазин өсөн тауарҙы ла үҙе ташый ул, хатта иптәшенә иген, он һатырға ла ярҙам итә. Он тигәндәй, “А.Ш. Мырҙаҡаев” КФХ-һы бынан ун ике йыл элек заманса тирмән һатып алып, үҙе үҫтергән бойҙайҙан ошо продукцияны сығара. Ондо яраттар ғына түгел, башҡа ауылдар, Баймаҡ, Сибай ҡалалары халҡы ла бик теләп һатып ала.
Мырҙаҡаевтарҙың йорт хужалығында ҡот-ырыҫ уйнап тороуында, әлбиттә, хужабикәнең хеҙмәте айырыуса ҙур. Буш ваҡыттарында Зәһүрә Нурғәле ҡыҙы сәскә үҫтерергә, емеш-еләккә йөрөргә ярата. “Урманда һәм һыу буйында йөрөүҙән мин үҙемә кинәнес алам, ял итәм, ғөмүмән, үҙемде тәбиғәт балаһы тип һанайым”, – ти ул. Әйткәндәй, Яратта үткән барлыҡ сараларҙа ла ул әүҙем ҡатнаша, оҫта гармунсы булараҡ та танылыу яулаған Зәһүрә ханым. Хәйер, Айҙар Шәрифйән улын да беҙ билдәле гармунсы булараҡ беләбеҙ. Зәһүрә менән Айҙар Мырҙаҡаевтар үҙҙәре кеүек уңған һәм алдынғы ҡарашлы балалар тәрбиәләп үҫтергән, уларға юғары белем алырға ярҙам иткән. Өлкәндәре Алиса эколог һөнәренә эйә булып, әле тормош иптәше менән Өфөлә йәшәй, заводта эшләй. БДАУ- ны тамамлаған Алина иһә финанс компанияһында белгес, ғаиләле. Улдары Хәлил вахта ысулы менән себер тарафтарында эшләй. Әйткәндәй, Мырҙаҡаевтар ике ейәнсәр һөйөп кинәнә.
Айҙар Шәрифйән улы менән Зәһүрә Нурғәле ҡыҙы бәхеттәрен тап тыуған ерендә тапҡан. Улар ғәзиз төйәгендә төпләнгәндәренә бер ҙә үкенмәй. Алтын-көмөш яуған ерҙән тыуып үҫкән ил яҡшы, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр шул...