“Айыҡ ауыл-2020” республика конкурсы иғлан ителә Башҡортостандың муниципаль берәмектәре араһында “Айыҡ ауыл-2020” республика конкурсы иғлан ителә. Конкурс ауылдарҙағы урындағы үҙидара органдарының һәм халыҡтың сәләмәт йәшәү рәүеше традицияларын һаҡлау, демографик күрһәткестәрҙе һәм социаль именлекте яҡшыртыу мәсьәләләрендә эшмәкәрлеген әүҙемләштереү маҡсатында үткәрелә. Бәйгенең маҡсаты - иҫерткес эсемлектәргә ҡаршы көрәште системаһының һөҙөмтәлелеген күтәреү, сәләмәт һәм айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалау, халыҡты ауыл биләмәһенең йәмәғәт тормошона йәлеп итеү, урындағы үҙидараға һәм халыҡҡа проблемаларҙы бергәләп хәл итеү өсөн шарттар тыуҙырыу, номинациялар буйынса иң яҡшы ауыл биләмәләрен асыҡлау, урындағы үҙидараның алдынғы тәжрибәһен асыҡлау һәм башҡаларға таратыу, алкоголдән, тәмәкенән һәм башҡа алама ғәҙәттәрҙән азат булған йәмғиәт төҙөү, республика халыҡтарының шәхси тормошонда, ғаиләһендә һәм йәмәғәт тормошонда айыҡлыҡты тергеҙеү, айыҡ тормош алып барған кешеләр ҡатламын күбәйтеү, айыҡ йәшәү рәүеше, тарихи, мәҙәни һәм дини йолалар нигеҙендә Башҡортостан Республикаһы халҡының физик, рухи-әхлаҡи һаулығын тергеҙеү. Конкурс 2020 йылдың 1 авгусынан 2021 йылдың 25 мартына тиклем ике этапта үткәрелә: -I этап (район этабы) – 2020 йылдың 1 авгусынан 2020 йылдың 19 ноябренә тиклем; -II этап (республика этабы) – 1 декабрҙән 2021 йылдың 25 мартына ҡәҙәр. “Айыҡ ауыл” бәйгеһе түбәндәге категориялар буйынса үтә: -эре ауыл биләмәләре араһында – халҡы 3 мең кешенән ашыу; -ҙур ауыл биләмәләре араһында – 1 меңдән 3 мең кешегә тиклем; -урта ауыл биләмәләре араһында – 0,2 меңдән 1 мең кешегә тиклем; -бәләкәй ауыл биләмәләре араһында – 0,2 мең кешегә ҡәҙәр. “Айыҡ ауыл-2019” конкурсының һөҙөмтәлелеген күҙ уңында тотоп, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров быйылғы бәйгелә еңеүселәрҙе бүләкләү өсөн премия күләмен ун тапҡырға арттырыу тураһында белдерҙе. Шулай итеп, атап үтелгән 4 категорияла еңеүселәр 5, 3, 2 млн һум күләмендә ауылдарҙы төҙөкләндереү программаһына инеү хоҡуғы биргән сертификаттарға лайыҡ буласаҡ. Уларға шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең дипломдары тапшырыла. Әммә шул уҡ ваҡытта әлеге конкурстың талаптары ла артты: бәйгелә төбәктәрҙәге ауылдарҙың кәмендә яртыһы ҡатнашырға һәм үҙ көсөн һынарға тейеш. Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ришат Ишембәтов билдәләүенсә, әле “Айыҡ ауыл-2020” конкурсында ҡатнашыу өсөн ауыл биләмәләренән заявкалар ҡабул итеү башланды. Ул 1 авгусҡа ҡәҙәр дауам итәсәк. Ошо ваҡытҡа ҡәҙәр конкурсанттарҙың пландары ла әҙер булырға тейеш. Август башынан конкурсҡа ярашлы саралар уҙғара башлау маҡсат итеп ҡуйыла. Әйткәндәй, быйыл Баймаҡ районының һәр ауыл биләмәһенән кәмендә ике ауыл бәйгегә сығасаҡ. Былтыр, билдәле булыуынса, “Айыҡ ауыл-2019” конкурсында беҙҙең райондың ауыл биләмәләре әүҙем ҡатнашты, айыҡ һәм сәләмәт тормошто пропагандалау, эскелеккә ҡаршы көрәш буйынса байтаҡ эштәр бойомға ашырылды, ошо юҫыҡта бихисап спорт, мәҙәни саралар гөрләп үтте. Һис шикһеҙ, “Айыҡ ауыл” һәм район Ҡоролтайы иғлан иткән “Сәләмәт ауыл” конкурстары үҙенең тос емештәрен бирҙе һәм әлегеләре лә алдына ҡуйылған маҡсатына ирешер, тигән ышаныс бар.