Ярат ауыл биләмәһендә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына, яҡташтары, 112-се Башҡорт атлы дивизияһы яугирҙәре Исмәғил Байбәков, Вәдүт Ишембәтов, Фәхрислам Үҙәнбаевтарҙың яҡты иҫтәлегенә һәм легендар командир Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған “Батырҙарын халыҡ онотмай” исемле иҫ киткес шәп сара ойошторолдо.
....Иртә менән Яраттағы Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә арналған обелиск янына “Үлемһеҙ полк” портреттарын тотҡан һуғыш йылы балалары, уҡыусылар, кавалеристарҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, ветерандар, ауыл халҡы йыйылды. Ауыл биләмәһе башлығы Илгиз Йәнбирҙиндың тулҡынландырғыс телмәренән һуң, яуҙа башын һалған һәм ҡайтып мәрхүм булған яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә венок һалынды.
Сараның икенсе өлөшөндә Ғүмәр ауылы янындағы Аҡ балсыҡ баҫыуында ат сабыштары, саңғыла уҙыш, пневматик винтовканан атыу буйынса ярыштар ойошторолдо. Арғымаҡтар сабышы 3 йәш төркөмөндә барҙы, санаға егелгән аттарҙа уҙышыу өсөн айырым заезд булдырылды. Һәр заезд айырым кавалерист хөрмәтенә үткәрелде. Бәйгелә райондың ун ауылынан спортсылар ҡатнашты. Байбәковтар, Ишембәтовтар, Үҙәнбаевтар, Айҙар Мырҙаҡаев, Әкрәм Ғәҙелшин, Айгиз Йәрмөхәмәтов, Рәсих Йортбәков, Юнир Заманов, Сажидә Мырҙаҡаева спонсор булып сығыш яһаны. Еңеүселәрҙе кавалеристарҙың балалары, ейәндәре Маҡтау ҡағыҙҙары, кубоктар һәм ҡиммәтле приздар менән бүләкләне.
Әйтергә кәрәк, ауыл биләмәһе хакимиәте сараға ныҡлы әҙерлек алып барҙы: ат сабыштары өсөн майҙансыҡ көрттән таҙартылды, ял итеү урындары булдырылды, башҡа ойоштороу мәсьәләләре хәл ителде. Майҙан уртаһына яугирҙәрҙең портреттары, флагтар ҡуйылды, тематикаға ярашлы биҙәлде. Майҙан гөрләп торҙо – Ярат, Ғүмәр, Йәрмөхәмәт ауылдарының олоһонан алып кесеһенә тиклем ошо байрамдың мөһимлеген аңлап, күңеле аша кисерҙе. Халыҡ “Шайморатов генерал” һәм башҡа йырҙарҙы башҡарҙы, яугирҙәрҙең портреттарын тотоп, фотоға төшөп, ауыл биләмәһе тарихына инде. Өҫтәлдәрҙә самауырҙар боҫрап ултырҙы, барыһы ла милли аш-һыуҙан ауыҙ итте. Бәхетле тормош өсөн ҡан ҡойған яугирҙәр өсөн бөтәһе лә ғорурлыҡ хисе кисерҙе, ә һуғыш йылы балалары әсе һағыш менән атайһыҙ үҫкән кескәй саҡтарын иҫкә төшөрөп, күҙҙәренә йәш алды. Сарала ауыл хакимиәте, мәғариф, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, барлыҡ йәмәғәт ойошмалары әүҙем ҡатнашты, һәр кем үҙенең тос өлөшөн индерҙе.
Ысынлап та, Илгиз Йәнбирҙин етәкләгән Ярат ауыл биләмәһендә төбәктең социаль инфраструктураһын үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә, милли колоритлы саралар даими ойошторола, уларҙа барыһы ла ихлас ҡатнаша. Берҙәм, бер уйлы халыҡ йәшәй ул төбәктә. Әле ошо көндәрҙә генә улар 2020 йылдың икенсе яртыһына “Һаҡмар” гәзитенә дәррәү яҙылып, район башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән “Һаҡмар”ҙы – һәр йортҡа!” конкурсын башлап ебәрҙе. Ауыл биләмәһе, мәктәп, балалар баҡсаһы коллективтары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, депутаттар һ.б. баҫмаға дәррәү яҙылды. Матбуғат байрамында район Советы депутаты Руслан Дәүербәков та ҡатнашты. Афарин, яраттар, ысын дуҫтар шулай була!
Азамат Мөхәмәтшин.