Үткән йыл йомғаҡтары буйынса Йылайыр ауыл биләмәһе башлығы Фәйзи Рәхмәтуллин “2019 йылдың иң яҡшы ауыл биләмәһе башлығы” номинацияһында еңеү яуланы. Ошо уҡ ауыл биләмәһенең Урғаҙа ауылынан Василий Назаров “Иң яҡшы староста” булып танылды.
Йылайыр ауыл биләмәһенең бындай юғары баһаға лайыҡ булыуы тикмәгә түгел. Былтыр апрель айында унда башлыҡ итеп тәғәйенләнгән Фәйзи Салауат улы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә артта һөйрәлгән биләмәне алдынғылар рәтенә сығарыуға өлгәште. Ауыл хужалығы производствоһында һәм урындағы үҙидара органдарында бай тәжрибә туплаған етәксе булараҡ, Фәйзи Рәхмәтуллин ул төбәктәге ауылдарҙың йылдар буйы йыйылып килгән проблемаларын яҡындан өйрәнеү һәм уларҙы ыңғай хәл итеү, халыҡ менән власть араһында яҡшы бәйләнеш булдырыу, мәсьәләләрҙе тормошҡа ашырыуға район хакимиәтен һәм республика Хөкүмәтен йәлеп итеү өсөн күп көс һалды. Ныҡышмалы хеҙмәт үҙенең һөҙөмтәһен бирмәй ҡалманы – аҙ ваҡыт эсендә бында ғәйәт ҙур эштәр бойомға ашырылды.
Иң беренсе сиратта ауылдарҙы төҙөкләндереү, уларҙың социаль инфраструктураһын яҡшыртыу маҡсат итеп ҡуйылды. Урғаҙа, Күлтабан, Сосновка, Покровка, Урал ауылдарында барлығы 178 урам фонарҙары ҡуйылды, юлдарҙы ремонтлау буйынса ҙур эштәр атҡарылды. Ауыл биләмәһе үҙәгендә ятаҡханала, мәктәптә һәм балалар баҡсаһында, Рәсәй почтаһы бинаһында пандустар эшләнде; ҡыйлыҡтар тәртипкә килтерелде.
Урғаҙа ауылындағы плотина үткән яҙ йырылып, ҙур хәүеф тыуҙырғайны. Был мөһим мәсьәлә, сөнки йәй айҙарында ул халыҡты һыу менән тәьмин итә. Был проблемаға ла нөктә ҡуйылды – район хакимиәте, БР Дәүләт Йыйылшы – Ҡуоролтай депутаты Р.Б. Аблаев һәм “Цезарь” ЯСЙ-һы тырышлығы менән унда ремонт эштәре башҡарылды.
Дала зонаһында урынлашҡан төбәктә янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү бик еңелдән түгел. Етмәһә, унда ҡасандыр эшләп торған янғын һүндереү депоһы ла күптән юҡҡа сыҡҡан. Был мәсьәләне лә ыңғай хәл итеүгә иреште яңы башлыҡ – унырң тырышлығы, республика етәкселегенең ярҙамы менән Урғаҙала янғын һүндереү посы асылды. Бының өсөн бина ремонтланды, яңы ҡаппҡа ҡуйылды, йылытыу системаһы үткәрелде. ЗИЛ-130 янғын һүндереү машинаһы алынды, эшкә 3 кеше йәлеп ителде, дежурлыҡ ойошторолдо.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһын модернизациялау бында күптән инде хәл итеүҙе көтә ине. Сөнки матди-техник базаның ярлы булыуы, проблемаларҙың йылдар буйы йыйылып килеүе арҡаһында киҫкен хәл килеп тыуғайны. Яңы башлыҡ бында ла юлын тапты – кәрәкле инстанцияларға мөрәжәғәт итеп, яңы ассенизатор машинаһы һәм “Беларусь” тракторы базаһында экскаватор алыуға иреште.
Йылайыр ауыл биләмәһендә “Ҡый” реформаһын урында тормошҡа ашырыу өсөн 33 евроконтейнер һатып алынды, 5 контейнер майҙансығы төҙөлдө. Урғаҙала Баймаҡ ҡалаһының күп функциялы үҙәк белгестәре хәҙер күсмә ҡабул итеү ҙә ойоштора – бының өсөн ауыл биләмәһе хакимиәте бинаһында йыһазландырылған махсус кабинет асылды.
Һуңғы осорҙа Йылайыр ауыл биләмәһендә мәҙәниәт тормошо ла күҙгә күренеп яңы һулыш алды, милли колоритлы тамашалар үткәреү киң ҡолас алды. “Йылайыр” совхозының 90 йыллыҡ юбилейы, Халыҡ-ара ололар, Бөйөк Еңеү, Әсә көндәренә арналған саралар гөрләп үтте. Башҡортостандың һәм М.Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейҙары сиктәрендә бихисап кисәләр һәм саралар ойошторолдо. Сосновка ауылының “Таңсулпан” ансамбле район таҡмаҡсылар бәйгеһендә 2-се урынды яуланы. Урғаҙа ауылының “Ялан” ансамбле иһә республика таҡмаҡсылар ярышында 3-сө урынға лайыҡ булды. Ә бына Яңы йыл ҡаласыҡтары йомғаҡтары буйынса Йылайыр ауыл биләмәһе районда 3-сө урынға сыҡты.
Бөгөн төбәктә ҙур абруй яулаған “Сәләмәт ауыл” конкурсында былтыр Сосновка ауылы тәүләп ҡатнашырға йөрьәт итте. Бөгөн ошо бәйге сиктәрендә ауыл халҡы ғәйәт ҙур эштәр алып бара, сәләмәт тормошто әүҙем пропагандалай, төҙөкләндереү, төрлө саралар ойоштороуға күп көс һала.
Шуныһы һөйөнөслө, һуңғы осорҙа ауыл биләмәһендә йәшәүсе халыҡ битарафлыҡтан арына бара, урындағы проблемаларҙы хәл итеүгә ауыл Советына ярҙам итә. Балалар майҙансыҡтары төҙөү буйынса өмәләр ойоштороу, Яңы йыл ҡаласыҡтары эшләү балалар өсөн төрлө байрамдар үткәреү быға асыҡ миҫал. Бында депутаттар корппусынын да әүҙем эшмәкәрлеген билдәләргә кәрәк.
Әлбиттә, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә барлыҡ проблемаларҙы хәл итеү мөмкин түгел, улар етерлек әле. Ошо хаҡта Йылайыр ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәйзи Рәхмәтуллин бына нимә ти:
-Беҙҙең ауыл биләмәһендә хәл итәһе проблемалар етерлек. Ауыл амбулаторияһына бөгөндән капиталь ремонт талап ителә: стеналарҙа һәм бинанын нигеҙендә ярыҡтар барлыҡҡа килгән, тәҙрәләр иҫкергән, ҡыйыҡтан һыу аға. Бында белгестәр ҙә етешмәй, педиатр, терапевт, теш врачы юҡ. Октябрь һәм Покровка ауылдарына фельдшерҙар кәрәк.
Эшһеҙлек арҡаһында халыҡ күпләп ситкә китә. Шунлыҡтан буш торған фатирҙар күбәйҙе. Мәҫәлән, 40 фатирлы биш ҡатлы йорттоң 15-дә генә кешеләр йәшәй. Тәбиғи, буш торған фатирҙар ҙур хәүеф тыуҙыра, янғындар ҙа сыға. Буш торған фатир хужалары капиталь ремонт өсөн түләмәй.
Шул уҡ ваҡытта “Урғаҙа” торлаҡ-коммуналь хужалығының финанс хәле еңелдән түгел, уның кредитор бурысы 7,4 млн һумға етте. Халыҡтың бурысы иһә 3 млн һум. Ҡайһы бер бурыстарҙы ҡаплау өсөн ауыл биләмәһе бюджетынан – 200, район хакимиәтенән 280 мең һум аҡса бүленде.
Күп фатирлы йорттарҙан бысраҡ һыуҙарҙы (канализация) һурҙырыу системаһының юҡлығы етди проблема булып тора. Шул уҡ ваҡытта эсәр һыу мәсьәләһен дә хәл итергә кәрәк. Әйтергә кәрәк, был йүнәлештә маҡсатлы эш алып барыла: БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Салауат Рәхмәтуллиндың, район хакимиәтенең ярҙамы менән Урғаҙа ауылы “таҙа һыу” республика программаһына индерелде һәм былтыр проект эштәренә 17 млн һум аҡса бүленде. Яңы һыу үткәргесте төҙөү 2021 йылда башланасаҡ.
Ғөмүмән, ауыл биләмәһенең социаль инфраструктураһын үҫтереү бөгөн иң өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора һәм беҙ артабана да эште ошо юҫыҡта дауам итәсәкбеҙ. Беҙгә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙған район хакимиәте башлығы Фәнис Әминевҡа, депутаттар Рөстәм Аблаев һәм Салауат Рәхмәтуллинға ҙур рәхмәтемде белдерәм.
Йылайыр ауыл биләмәһенең киләсәге ошонда йәшәүсе һәр кемебеҙгә, һәр беребеҙҙең ҡарашына бәйле. Тик күмәк көс, уртаҡ маҡсат менән генә беҙ урындағы проблемаларҙы хәл итә аласаҡбыҙ. Сөнки данлыҡлы төбәк яҙмыш ҡарамағына ташланырға тейеш түгел, бының өсөн һәр кемебеҙ яуаплы.
Азамат Мөхәмәтшин.