Ишмөхәмәттә мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашлығында республика кимәлендә йыйын булып үткәне барыһына ла мәғлүмдер. РФ Думаһы депутаты З.З. Байғусҡаров, республика “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе Г.Г. Янбаева, яҙыусы Сәрүәр Сурина беҙҙең тормош менән танышып ҡайтты. Шулай уҡ Иҫке Сибай, Йәнйегет, Татлыбай, Кәрешкә, Байыш, Яңғаҙы, Семеновск, Аҡморон, Өмөтбай ағинәйҙәре лә килде Ишмөхәмәткә. Мин ошо осрашыуҙар барышында күтәрелгән проблемаларға туҡталып, үҙемдең уй-фекеремде яҙырға булдым.
Клубта шығырым тулы халыҡ З.З. Байғусҡаровҡа һорауҙарын бирергә көтә ине. Уның беҙҙә булып киткәненә 5 йылдай ваҡыт үтеп тә киткән. Ишмөхәмәт ауыл биләмәһе башлығы И.М. Ишмөхәмәтовтың ауыл тураһында ҡыҫҡаса сығышынан һуң Зариф Закир улына бик күп һорауҙар бирелде. Хатта уны машинаһына тиклем оҙатып, борсоған мәсьәләләрен еткереүен дауам иттеләр. Депутат бар һорауҙарҙы ла яҙып алды, “Минең Өфөләге ярҙамсыма ла мөрәжәғәт итә алаһығыҙ”,-тине. З.З. Байғусҡаровтың урманда ҡолап ятҡан ағастарҙы утын итеп ала алһығыҙ, тигән һүҙҙәре ҡыуандырҙы. Сөнки был мәсьәлә законда ҡаралһа ла, йығылған ағасты ла алырға ярамай тиеүселәр бар ине.
Ишмөхәмәт ауылы өсөн газ үткәреү, юлды төҙөкләндереү мәсьәләһе киҫкен мәсьәлә булып тора. Бының буйынса мөрәжәғәт яҙып, ҡултамғалар ҡуйып, депутатҡа тотторҙоҡ. Ауылдаштарыма был йәһәттән “Һаҡмар” гәзитенең 92-се һанындағы Д. Хәлитовтың “53 ауылда “зәңгәр яғыулыҡ” юҡ” тигән мәҡәләһенә иғтибар итеүҙәрен һорар инем. “Ҡала һәм ауылдарҙа газ селтәре һуҙыу буйынса генераль план ҡабул ителгән” тиелә унда. Һорау тыуа: ҡасан һәм ҡайҙа? Исемендә “53 ауылда “зәңгәр яғыулыҡ юҡ” тип яҙылып “Ҡалған 63 ауылда газ селтәре һуҙыу схемаһын төҙөү менән Баймаҡ ҡалаһының “Архитектура” МБУ-һы шөғөлләнә”,-тигәнде нисек аңларға? “Урғаҙа-Йәнйегет-Ишмөхәмәт ауылдары араһында 13,5 км һуҙыласаҡ”. Был да аңлашылып етмәй. Сөнки Йәнйегет менән Урғаҙа йәки Йәнйегет менән Ҡарамалы араһы 13,5 км түгел бит. Ауылдаштар беҙгә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе гәзиттән уҡып, фекерҙәрен ваҡытында белдереп барһа, газ мәсьәләһе лә хәл ителер ине.
Юл тураһында ла асыҡлыҡ индереп китергә кәрәктер. Райондан отчет менән килгән етәкселәргә һәр саҡ ошо мәсьәләне күтәрәбеҙ. Беҙҙең ауылда йәшәгән бер ҡатын әйтмешләй: “Мин килен булып төшкәндә “газ”, “юл” тип әйтә инегеҙ, хәҙер 36 йыл ваҡыт үтте, һаман шул проблемалар ҡала”. Ҡайһы юлды һорайбыҙ? Урғаҙа-Ишмөхәмәт, Урғаҙа-Баймаҡ, Сибай-Ишмөхәмәтме? Асфальт кәрәкме әллә шоссейкаларҙы ремонтлаумы? Минеңсә, Яңғаҙыны ла ҡушып һалһаҡ, 100 км тирәһе асфальт юлдың булыуын төштә генә күрәсәкбеҙ. Сибайҙа Ишмөхәмәттән арыуыҡ ҡына балалар, йәштәр уҡый, ҡайһы берәүҙәр ҡалала эшләй, хужабикәләр, эшҡыуарҙар һыйырҙарының ағын һатып ҡайта. Ҡайһы саҡта юлдың насарлығына һылтанып автобустың килмәгән осраҡтары ла була. Шуға күрә беҙгә Сибай-Ишмөхәмәт араһында, дөрөҫөрәге Йәнйегет-Ишмөхәмәт араһында (Йәнйегеткә тиклем асфальт бар) асфальт юл булдырыу мәсьәләһен ҡәтғиләштерер кәрәк. Районға һайланған депутатыбыҙға таянып. Ә Урғаҙа-Баймаҡ трассаһына (автобус маршрутын) Семеновск эргәһендәге карьерҙар йәғни тыуған еребеҙҙең байлығын ситкә алып китеүселәр - асфальт юл һалып бирһен. Уларҙың “МАН”-дары ашырғансы руда тейәп, автобус юлын боҙоп, туҡтауһыҙ йөрөп тора. Был тәңгәлдә тағы ла “Һаҡмар” гәзитенең 93-сө һанының 4-се битендә ваҡ хәрефтәр менән баҫылған “Генеральный план сельского поселения Семеновский сельсовет” тигән иғланға иғтибар бирергә өндәйем. Унда йәмәғәт фекерҙәрен тыңлау 21.01.2020 тиклем тип яҙылған. Тимәк, беҙ ҙә юлдарыбыҙға ҡағылышлы мәсьәләне күтәрә алабыҙ.
Ә инде шоссе юлдарын ремонтлау, уларҙың соҡор-саҡырҙарын бөтөрөү өҫтөндә әлеге лә баяғы “Һаҡмар”ҙа яҙылған һәмәндәрҙән үрнәк алмаһаҡ булмаҫ (“Һәмәндәр юл ремонтлай”, Райхана Булатова, №93, 2019).
Яңғаҙы ауылы проблемаларын нисек хәл итергә? Яңғаҙы ауылы депутаты Фәрзәнә Ильясованы ошо һорау борсой. Яңғаҙылар йәйгеһен үҙ көстәре һәм ситтә йәшәгән ауылдаштары ярҙамы менән тырышып, емерелеп бөтөп барған клубты тергеҙеп, гөрләтеп уны асыу тантанаһын да үткәреп ебәргәйне. Был хаҡта гәзит биттәрендә матур итеп яҙып сыҡтыҡ. Әммә клубта йылылыҡ юҡ. Илнур Мансур етәкселегендә Яңғаҙы халҡы менән бергә оператив йыйылыштар үткәрелеп, клубты йылытыу мәсьәләһе күтәрелә. Тик әлегә хәл ителмәй. Өҫтәүенә клубты эшләтеүсе мәҙәниәт хеҙмәткәре лә кәрәк. Тик “штатта ҡаралмаған, сөнки ауылда 100 кеше йәшәмәй” тиҙәр. Яңғаҙыларға кем ярҙам итер?
Ишмөхәмәттә мәртәбәле ҡунаҡтар менән осрашыуға әйләнеп ҡайтҡанда - был көндө ҡәйнәләр һәм килендәр араһындағы мөнәсәбәттәр хаҡында “түңәрәк өҫтәл” артында һөләшеү үтте. Унан ауыл һәүәҫкәр әртистәре “Баланы һатып алыу” йолаһын бик матур итеп күрһәтте. Тамашасыларға Иҫке Сибайҙан “Яҙгөл”, Байыштан ”Иҫтәлек”, Ишмөхәмәттең “Миләш” ансамблдәренең сығыштары бик оҡшаны.
Ишмөхәмәттә һуңғы осор саралар күп ойошторола. “Айыҡ ауыл” акцияһында ҡатнашып бик фәһемле кисәләр үтте, эштәр эшләнде. Халыҡ күҙгә күренеп әүҙемләшә бара. Ғәзиз Янышев, Сынбулат Йәрмуллин, Ғәлинур Ишмөхәмәтов, Хәлим Сәфәрғәлин кеүек ир-егеттәребеҙҙең, Гөлсинә Әхмәтова, Гөлдәр Латыпова, Гүзәл Зәйнетдинова кеүек йәш ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың лидерлыҡ сифаттары асылды. Яңыраҡ эшләй башлаған Илнур Ишмөхәмәтовтың идеялар байлығы, ойоштора белеү һәләте лә халыҡта киләсәккә өмөт уята.
Хазина Исҡужина.