Бөтә яңылыҡтар
Нисек йәшәйһең, ауыл?
9 Декабрь 2019, 13:30

Йомаштар, ең һыҙғанығыҙ!

Йомашта 289 өй булып шуларҙа 1044 кеше йәшәй. Социаль яҡтан хәүефле булып һаналған ике ғаилә иҫәптә тора. Әле күптән түгел бер әсәнең 7 балаһы тартып алынған. Тағы ла 4 балалы әсәгә документтар әҙерләнә. Тағы ла шуныһы: ике әсә лә ауылда түгел, балаларын яҙмыш ҡосағына ташлап, ситкә сығып киткән. Уларҙы шунан һуң нисек әсәй тип атамаҡ кәрәк! Йомаштар тураһында тулыраҡ мәҡәләне беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Һуңғы көндәрҙә Йомаш ауылында бер-бер артлы ҡыуаныслы яңылыҡтар булып ҡына тора. Күптән түгел “Тыуған урам” республика программаһына ярашлы үҙәк урамға асфальт япмаһы түшәлгәйне. Ошо көндәрҙә иһә бөтә урамдарҙы ла яҡтыртыу проблемаһы хәл ителде. Алда тағы ла береһенән-береһе мөһимерәк саралар көтөлә.

Ауылда мәҙәниәт йортоноң авария хәлендә булыуы борсолоу тыуҙыра ине. 1964 йылда төҙөлгән объект бөгөн тейешле талаптарға ла яуап бирмәй. Авария хәлендә булғанлыҡтан, уны ябырға мәжбүр булғандар. Барлыҡ мәҙәни саралар йә мәктәптә, йә урындағы хакимиәт бинаһында ойошторола. Әлеге ваҡытта мәҙәниәт усағының яңыһын төҙөү мәсьәләһе хәл ителә. Бөгөн документ эштәре тәртипкә килтерелә. Йомаштар өсөн тағы ла бер һөйөнөслө яңылыҡ – киләһе йылда ауыл араһындағы күпер яңынан төҙөләсәк. Иҫкеһе ҙур хәүеф янағанлыҡтан, ябылған.

Бөгөн йомаштар “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында ҡатнашыу мәсьәләһен өйрәнә. Тәү сиратта ниндәй эште атҡарып сығыу проблемаһы ҡарала. Тәҡдимдәр күп. Ләкин быйыл уның иң мөһиме һайлап алынасаҡ. Халыҡ берҙәм булған осраҡта ғына был программала ҡатнашыу мөмкин икәнлеге яҡшы аңлашыла. Ауыл биләмәһе хакимиәте, депутаттар, “Ағинәйҙәр” һәм “Атайсал” клубтары, ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр ҡоро ағзаларының берләшеүе талап ителә. Программала еңеп сыҡҡан осраҡта, йомаштарҙың тағы ла бер хыялы тормошҡа ашасаҡ.

Проблемалар ҙа юҡ түгел. Бында ла башҡа ауылдарға хас бөтә бәләнең осо эскелеккә барып тоташа. “Йомашта 15 кеше көмөшкә, техник спирт, араҡы һата. Ситтә йәшәгән балалары, туғандары ла килтереп бирәләр. Шулай уҡ үҙҙәре лә барып алып, эшмәкәрлеген киң йәйелдергән “эшҡыуарҙар” бар. Анализлап ҡарағанда, араҡы һатыусыларҙың күбеһе үҙҙәре лә, балалары ла эсмәй. Ә башҡаларҙың ғүмерен, һаулығын уйлап та бирмәйҙәр. Исемлек хоҡуҡ һаҡлау органдарына тапшырылған. Уларға ҡарата етди саралар күреләсәк. Бөгөн булмаһа, яҡын арала улар суд алдына баҫасаҡ”, - тип борсолдо Йомаш ауыл биләмәһе башлығы Әлиә Никитенко. Был тәңгәлдәге проблемаларҙы хәл итеү өсөн ауыл халҡына үҙенә күтәрелеп сығырға кәрәк.

Йомашта 289 өй булып шуларҙа 1044 кеше йәшәй. Социаль яҡтан хәүефле булып һаналған ике ғаилә иҫәптә тора. Әле күптән түгел бер әсәнең 7 балаһы тартып алынған. Тағы ла 4 балалы әсәгә документтар әҙерләнә. Тағы ла шуныһы: ике әсә лә ауылда түгел, балаларын яҙмыш ҡосағына ташлап, ситкә сығып киткән. Уларҙы шунан һуң нисек әсәй тип атамаҡ кәрәк!

Йомашта боҙ ҡуҙғалды. Ләкин ауылдың киләсәген хәл итеү халыҡтың үҙенә ҡайтып ҡала. Үрҙә һанап кителгәндәр район хакимиәте, республика Хөкүмәте ярҙамында башҡарылған йәки башҡарыласаҡ саралар. Ләкин йомаштарҙың үҙҙәренә лә әүҙемлек талап ителә. Уларға Ишбирҙе, Билал, Ишмөхәмәт, Ниғәмәт ауыл биләмәләре халҡының эштәрен миҫал итеп килтерергә мөмкин.

Лилиә ТАКАЕВА.

Читайте нас: