Бөтә яңылыҡтар
Нисек йәшәйһең, ауыл?
22 Ноябрь 2019, 17:15

Уңған, илһөйәр төбәктең киләсәге лә өмөтлө

Бай тарихы, күренекле шәхестәре, эшһөйәр һәм илһөйәр халҡы менән билдәле ул Әхмәр ауылы. Данлыҡлы “Ирәндек” совхозының элекке бүлексәһе бөгөн, заман һынауҙарын йыра-йыра, алға ынтыла, рухлы быуын тәрбиәләү, халҡыбыҙҙың бай мәҙәниәтен һәм рухиәтен киләсәк быуынға тапшырыу, йылдар буйы йыйылып килгән проблемаларҙы уртаҡ хәл итеү өсөн бар көсөн һала. Һуңғы осорҙа ауылда ыңғай үҙгәрештәрҙең күҙәтелеүе, халыҡтың тыуған төйәге мәсьәләләрен тормошҡа ашырыуға дәррәү тотоноуы күҙәтелә, был иһә уның яҡты киләсәгенә өмөт уята. Әхмәрҙәр “Айыҡ ауыл-2019” республика конкурсына ла әүҙем ҡушылды.

Әхмәр халҡы былтыр ауылда Шәжәрә байрамын ойоштора һәм шунда улар тыуған төйәген күтәреү, төҙөкләндереү, рухлы быуын тәрбиәләү маҡсатын ҡуя. Ауылдың ҡор рәйесен дә һайлап ҡуя – был абруйлы һәм яуаплы вазифа бар ғүмерен “Ирәндек” совхозын үҫтереүгә арнаған Әхәт Өмөтбаевҡа йөкмәтелә. Бөгөн инде Әхәт Ишмөхәмәт улы Моҡас ауыл биләмәһе башҡорттары ҡоролтайын уңышлы етәкләй, халыҡты изге эштәргә рухландыра.

Шулай итеп, уҙған йылда әхмәрҙәр ең һыҙғанып эшкә тотона һәм байтаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырып та өлгөрә. Моҡас ауыл биләмәһе хакимиәтенең ярҙамы менән ауылдағы зыярат майҙаны киңәйтелә һәм яңынан кәртәләп алына. Бында эштәрҙе ойоштороуға ауыл старостаһы Фәрит Мәтинов күп көс һала. “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы нигеҙендә һәм ауыл халҡының да көсө менән Әхмәр мәктәбенең тәҙрәләре яңыртыла, балалар баҡсаһында яңы уйын майҙансығы барлыҡҡа килә.

Ҡунаҡтар һәм ауыл активистары “Мәргән уҡсы” түңәрәгендә шөғөлләнеүселәр менән

Ауылдың ир-егеттәре тыуған төйәген төҙөкләндереүгә дәррәү тотона, был изге эште Төйәләҫ урамының көслө зат вәкилдәре башлап ебәрә. Әхәт Өмөтбаев, Венер Әбдисов, Артур Өмөтбаев, Радик Хәсәнов, Йәүҙәт Әбдисов буш торған йорттарҙы һүтә, ҡоймаларҙы йүнәтә. Башҡа урамдар халҡы ла был башланғысҡа ҡушыла. Быйыл иһә ир-егеттәр ауылда хоккей майҙансығы эшләү ниәте менән ауыл биләмәһе башлығы Илдар Бүләкәновҡа мөрәжәғәт итә – йәш, алдынғы ҡарашлы етәксе уларҙың ниәтен хуплап ҡаршы ала һәм төҙөлөш өсөн материал алып бирә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Арсен Атанғолов, Дамир Мәтинов, Динар Атанғолов, Хәйҙәр Мостахетдинов яңы хоккей ҡумтаһын эшләп тә ҡуя. Төҙөлөш барышын ауылдың иң оло кешеһе, ауыл хужалығы производствоһы ветераны, абруйлы аҡһаҡал Мәжит Ҡадыров шәхсән контролдә тота, үҙенең аҡыллы кәңәштәре менән ярҙам итә. Әйткәндәй, Мәжит Әғзәм улы майҙансыҡ ҡоймаһын буяуға етерлек аҡса ла бүлә.

Ошо аҙнала әхмәрҙәр хоккей майҙансығын асыу, “Айыҡ ауыл-2019” конкурсы сиктәрендә алып барылған эштәргә баһа биреү өсөн йыйын йыйҙы. Уның эшендә Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ришат Ишембәтов, Моҡас ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илдар Бүләкәнов, Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илшат Ишморатов та ҡатнашты.

Ағинәйҙәр сығыш яһай

Йыйында ҡатнашыусылар тәүҙә Әхмәр мәктәбе мөдире Радик Хәсәнов оҙатыуында мәктәп һәм балалар баҡсаһының эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты. Ҡунаҡтарҙы йәйәнән уҡ атыу буйынса секцияға йөрөүсе мәктәп уҡыусылары ҡаршы алып, үҙҙәренең оҫталыҡтарын күрһәтте. Шуныһы һөйөнөслө, Моҡас ауыл Советы депутаты, рухлы замандашыбыҙ Динислам Өмөтбаевтың тырышлығы менән былтыр бында һәм Төркмән мәктәбендә “Мәргән уҡсы” түңәрәге асыла. “Арҡайым” ЯСЙ-һы уны ойоштороу өсөн аҡса ла бүлә. Бөгөн унда шөғөлләнеүсе балалар төбәк, район кимәлендә ойошторолған ярыштарҙа алдынғылыҡты бирмәй. Былтыр Баймаҡта район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты тарафынан ойошторолған “Мәргән уҡсы” ярышында Илназ һәм Динар Өмөтбаевтар иң мәргәндәре булып танылғайны. Күптән түгел Үрге Яйыҡбайҙа ойошторолған район бәйгеһендә лә һынатманы әхмәрҙәр – мәктәп уҡыусылары Физалиә Әбдисова – 1-се, Йәнгүзәл Хәсәнова 3-сө урындарҙы яуланы. Ә 8 йәшлек Зөбәржәт Хәсәнова “Иң йәш уҡсы” номинацияһында еңеп сыҡты.

Спорт залында милли көрәш менән шөғөлләнеүсе балаларҙың сығышы күңелдә һоҡланыу һәм ғорурланыу тойғолары уятты. Мәғлүм булыуынса, Әхмәр ауылы элек-электән көрәшселәр төбәге булараҡ билдәле. Әхмәрҙәр билдәле көрәшсе Фәнис Иҙрисов, республика һәм Бөтә Рәсәй ярыштары еңеүсеһе Тимур Өмөтбаев, йәштәрҙән Инзил, Иҙел Әбдрәхимовтар менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Балаларҙан Илнар Әбдрәхимов, Айтуған Әбдисов лайыҡлы көрәшселәр булып үҫеп килә. Әйткәндәй, ҡунаҡтар балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Гөлфиә Насырованың сығышына хайран ҡалды – был ҡыҙ киләсәктә танылған гимнаст булмаҫ тимә?!

Мәктәптә урынлашҡан балалар баҡсаһына ун биш бала йөрөй, кескәйҙәр өсөн бында бөтөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Тәрбиәсе Таңсулпан Мәтинова һәм уның ярҙамсыһы Рәмзиә Кәримова тәрбиәүи процесты тейешле кимәлдә ойоштороуға күп көс һала. Балалар баҡсаһы өсөн йыһаздарҙы ла әхмәрҙәр үҙҙәре эшләгән – бында Азамат Мәтинов һәм Венер Әбдисовҡа маҡтау һүҙҙәре генә әйтергә ҡала.

Ауыл халҡының тырышлығы менән асылған “Йәсмин” балалар уйын майҙансығы кескәйҙәрҙең иң яратҡан урынына әүерелгән. Уйын ҡорамалдарын ауыл Советы алып биргән.

Артабан ауыл халҡы, балалар ҡатнашлығында “Нурлан” исемле хоккей майҙансығын асыу тантанаһы булды. Уны асыу хоҡуғы Р.Ишембәтовҡа, И.Бүләкәновҡа һәм М.Ҡадыровҡа бирелде. Әхмәрҙең уңған ҡатын-ҡыҙҙары тәмле былау, аш-һыу, самауыр сәйе менән һыйланы.

Һуңынан ауыл клубында “Айыҡ ауыл-2019” конкурсы сиктәрендә башҡарылған эштәр, ауылды төҙөкләндереү, балаларҙы илһөйәр итеп тәрбиәләү, урындағы проблемаларҙы хәл итеүгә ҡоролған йыйын ойошторолдо. Унда үҙҙәренең фекерҙәре, уй-тәҡдимдәре менән ауыл Советы депутаты Динислам Өмөтбаев, ҡоролтай рәйесе Әхәт Өмөтбаев, йәштәр ҡоролтайы рәйесе Зәлиә Бүләкәнова, мәғариф ветераны Ғәйникамал Мәҡсүтова сығыш яһаны. “Беҙҙең ауылыбыҙ арҙаҡлы шәхестәре, уңған һәм егәрле халҡы, өмөтлө йәштәре менән данлы, – тине клуб мөдире Земфира Кәримова. – Бөгөн әхмәрҙәр тырышып донъя көтә, балалар үҫтерә, шәхси хужалыҡтарын киңәйтә, фермерыбыҙ Илдар Мусин уңышлы эшләй. Ауылда төрлө мәҙәни саралар гөрләп үтеп тора, район кимәлендәге байрамдарҙа һәр саҡ әүҙем ҡатнашабыҙ”.

Һуңғы йылдарҙа Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты эшмәкәрлегенең йәнләнеүе ҙур хуплауға лайыҡ, ул халҡыбыҙ тормошонда ҙур роль уйнай, бында уның рәйесе Ришат Вәкил улы Ишембәтовтың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ, – тип билдәләне үҙенең сығышында абруйлы аҡһаҡал Мәжит Әғзәм улы. – Артабан да беҙ Ҡоролтайҙан һөҙөмтәле эштәр көтөп ҡалабыҙ”.

Район башҡорттарының ҡор рәйесе Р.В. Ишембәтов Ҡоролтай атҡарған эштәр, “Айыҡ ауыл” конкурсының барышы менән таныштырҙы, Әхмәр ауылы халҡы алып барған эштәргә юғары баһа бирҙе.

Йыйында ҡатнашыусыларҙы яҡташтары Илшат Ишморатов ихлас тәбрикләп, үҙенең аһәңле ҡурай моңдары һәм йырҙары менән ҡыуандырҙы. Ауыл ағинәйҙәре иһә үҙҙәренең милли колоритлы йырҙары, бейеүҙәре менән һөйөндөрҙө. Был тәңгәлдә һәр байрам һайын ауылдаштарына йыр-моң өләшкән Тәслимә Мәтинова, Флүзә Күзибаева, Әлфиә Айытбаева, Рәйсә Маннанова, Ғәйникамал Мәҡсүтова, Гөлшат Мәтинова, Суфия Насырова, Таңсулпан Мәтинова, Земфира Кәримоваларға айырым маҡтау һүҙҙәре әйтмәү мөмкин түгел.

Әхмәр ауылы халҡы башҡарылғандар менән генә туҡталып ҡалырға уйламай, улар тыуған төйәген үҫтереү уйы менән янып йәшәй. Урындағы ФАП-ты, урамдарҙы төҙөкләндерергә, төрлө проекттарҙа ҡатнашырға ниәттәре. Уларҙың был изге уй-фекерҙәре бойомға ашһын!

Азамат Мөхәмәтшин.

Фотоларҙа:
Ҡунаҡтар һәм ауыл активистары
Мәргән уҡсы” түңәрәгендә шөғөлләнеүселәр менән Ағинәйҙәр сығыш яһай
Йәсмин” балалар уйын майҙансығы

Читайте нас: