Бөтә яңылыҡтар

Шүлкәлә тормош гөрләй

Шүлкә ауылы тәбиғәт ҡосағына һыйынып ултырған ауылдарҙың береһе. Һомғол буйлы бейек ҡарағайҙары һалдаттар кеүек теҙелеп баҫҡан. Улар ҡайһы саҡ тауҙан маршҡа баҫып төшөп килгәндәй тойолоп ҡуя. Урманы ла, тауы ла, йылға-шишмәләре лә булған матур һәм сихри урын ул. Был ауылдың үҙенә күрә бай тарихы ла бар. Бәғзе берәүҙәр Шүлкәне Коммунар тип тә белә. Совет осоронда тап ошо исем менән аталған колхоз исеменән алынған ул.

Ямаш утарының үҙәге булған “Коммунар” колхозы Сыңғыҙ, Ташкүпер, Шүлкә һәм Шырмай утарҙарында йәшәгән халыҡты берләштерә. Әммә йылдар үтеү менән ҡайһы бер “перспективаһыҙ” ауылдар рәтенә утарҙар ҙа инә. Ямаштар Шүлкәгә күсеп, колхоз урман хужалығы тип үҙгәртелә. Әле лә шүлкәләр ағас эше менән шөғөлләнә.

Ә “Шүлкә” атамаһы сыуаш теленән алынған, “һул яҡ” тигәнде аңлата. Йылайыр йылғаһының һул яҡ ҡушылдығы булған Шүлкә йылғаһы ауылға исем биргән дә инде.
Йылайыр районына сиктәш булған был ауылда ике магазин, мәсет, фельдшер-акушерлыҡ пункты, шәхси пилорамдар бар. Бынан бер нисә йыл элек ауылдың мәктәбе лә, клубы ла, китапханаһы ла, хатта балалар баҡсаһы ла гөрләп эшләй ине. Хәҙер инде улары, үкенескә күрә, ябылған. Әммә шүлкәләр артыҡ күңелен төшөрмәй, үҙҙәренең күңелен дә, йүнен дә үҙҙәре күреп, матур итеп донъя көтә. Әле Шүлкәлә Кәйекбирҙин, Раев, Сәғәҙәтов, Байтурин, Усманов, Ҡасҡынов, Кейекҡужин, Ҡормашев, Мортазин, Хәсәнов, Йәноҙаҡов, Салауатов, Мырҙаҡаев, Моталлапов, Фәйзуллин, Мерәҫов, Ғәҙелбаев фамилиялы кешеләр йәшәй. Ауыл урамдары халыҡ телендә Мамыҡ, Балғалаҡ, Кәкере һәм Аръяҡ, тип атала. Ә документтарҙа улар З.Аҡназаров, Суйынсы һәм Ямаш урамы тип йөрөтөлә.

Шүлкә ауылы тәбиғәте менән генә түгел, халҡы менән дә матур. Тырыш, берҙәм, киң күңелле булған элекке Баймаҡ урман хужалығының Коммунар участкаһы эшселәре йәшәй бында. Совет осоронда улар һис алдынғылыҡты бирмәй. Күп тапҡыр күсмә байраҡты үҙҙәрендә алып ҡала. Ул ваҡытта хужалыҡ начальнигы Юламан Раев, мастеры Ғаяз Кәйекбирҙин, тракторсылары Нәбиулла Ҡоромашев, Әҙеһәм Ғәҙелбаев, водителдәре Фирғәт һәм Шәһит Хәсәновтар, урмансыһы Зәләлетдин Фәйзуллин, урман ҡырҡыусыһы Яхъя Кейекҡужин, электригы Солтанғәзе Раев, рамсыһы Мөғлифә Сәғәҙәтовалар алдынғы эшселәр булып таныла. Хәҙер инде уларға алмашҡа Зәкир Ҡасҡынов, Венер Ҡасҡынов һәм Булат Йәноҙаҡовтар килде. Әйткәндәй, улар әле лә ошо өлкәлә тырышып эшләп йөрөй.
Шүлкә – ҡарағайҙар иле. Ҡарағай урманының шаулап үҫеүендә урман ҡарауылсылары Рәшит һәм Ришат Байтуриндар, Разаҡ Мерәҫов, Ишбулды Йәноҙаҡов, Илдар һәм Урал Кейекҡужиндарҙың өлөшө ҙур.
Ауылды тотоп торған, халыҡты эш менән тәьмин иткән эшҡыуарҙар ҙа күп Шүлкәлә. Улар – Юлдаш Раев, Дамулла Йәноҙаҡов, Азамат Сәғәҙәтов, Илдар Ҡасҡынов.
Ауыл күрке – мәсет. Шүлкә ауылындағы мәсет үҙе бер айырым донъя. Уның мөһабәт бинаһы ғына ни тора! Тирә яғын уратып алған баҡсаһы айырым иғтибарға лайыҡ. Иртә яҙҙан теплицаһында ҡыяр-помидорҙар ултыртыла. Еләктәре алланып бешә, сәскәләренән күҙҙәр ҡамаша. Быларҙың барыһы ла ауылдың имам-хатибы, аҡһаҡалы Юламан олатай Раевтың тырышлығы менән башҡарыла. Был эштәрҙә уға, әлбиттә, халыҡ та ныҡ ярҙам итә.
Мәсеттә йыш ҡына дини һәм әхлаҡи темаларға төрлө уҡыуҙар ойошторола. Дини байрамдар ҙа гөрләп үтә.
Һаулыҡ һаҡсыһы. Эйе, уны халыҡ тап шулай атап йөрөтә. Күп йылдар дауамында ауылда фельдшер булып эшләүсе Ғәлиә Хәсәнова хәҙер инде хаҡлы ялда. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, әле уға ярҙам һорап йыш килә ауылдаштары. Әле уның урынында фельдшер булып Гөлгенә Мырҙаҡаева эшләй.
Мал да ауырый... Ауылда йәшәгәс, мал-тыуар үрсетмәйенсә лә булмай. Шүлкәләр малды күпләп тота. Кешенең генә түгел, малдың да һаулығы ҡаҡшап киткән саҡтар була. Был йәһәттән ауылдаштарына веттехник Юлай Моталлапов ярҙамға ашыға. Үҙ эшен белеп, яратып башҡара ул.
Эй, мәктәбем... Шүлкәләрҙең күңел әрнешен алып килгәне – ул мәктәптең ябылыуы. Үҙ ваҡытында был мәктәп сифатлы белем, өлгөлө тәрбиә биреүе менән дан тота. Ниндәй генә конкурстарҙа, олимпиадаларҙа, ижади ярыштарҙа ҡатнашмай улар! Яулап ҡайтылған призлы урындарҙың, төрлө кимәлдәге еңеүҙәрҙең иҫәбе-һаны юҡ.
Уҡыусыларға төплө белем биргән уҡытыусылар З.Мөхәмәтйәнова, Р.Моталлапова, А.Йәноҙаҡова, Р.Кейекҡужина, М.Йәноҙаҡова, Г.Ҡасҡынова, Р.Усмановтар, ашнаҡсылары Д.Хәсәнова менән иҙән йыуыусылары Т.Йәноҙаҡова әле хаҡлы ялда.
Шәхси хужалыҡтары иҫәбенә донъяһын нығытыусылар ҙа байтаҡ. Гөлгенә һәм Батыр Мырҙаҡаевтар, Зифа һәм Ринат Йәноҙаҡовтар, Мәймүнә һәм Дамулла Йәноҙаҡовтар, Таңһылыу һәм Ишбулды Йәноҙаҡовтар, Дилбәр һәм Фирғәт Хәсәновтар, Таңсулпан һәм Илдар Кейекҡужиндар, Гөлһыу һәм Илдар Ҡасҡыновтар, Рәшиҙә һәм Юлдаш Раевтар, Рәмзиә һәм Яхъя Кейекҡужиндар, Вилүрә һәм Ғаяз Кәйекбирҙиндарҙың йорт-ихаталарының төҙөклөгө, матурлығы өлгө булып тора.
Бәләкәй генә был ауыл дүрт Герой-әсә биргән. Гөлсирә Моталлапова, Йәмилә Байтурина, Хәбирә Усманова, Зәмһәр Йәноҙаҡовалар унар балаға ғүмер бүләк иткән. Үкенескә күрә, был бөйөк әсәләрҙең Зәмһәр инәй Йәноҙаҡованан башҡалары күптән мәрхүм инде.
Хәбирә һәм Зекерейә Усмановтар яҡты донъяларҙан китһә лә, балалары ата йортон – тыуып үҫкән нигеҙен һыуытмайҙар. Йыл һайын йорттарын йыйыштырып, тирә-яғын таҙалап китәләр. Ошо йортта тәрбиә алып, буй еткергән 10 балаға ла ауылдаштары һоҡланып ҡарайҙар һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерәләр.
Яңғыҙ донъя йөгөн тартҡан, нигеҙен һыуытмаған, балаларын шунда ҡаршылаған Миңнур Кейекҡужина, Зәмһәр Йәноҙаҡова, Гүзәл Мортазина, Нәбиулла Ҡормашев, Солтанғәзе Раев, Мөғлифә Сәғәҙәтова ла һоҡланыуға лайыҡ.
Шүлкәлә матур ғаиләләр көн итә. Улар иҫерткес эсемлектәрҙән баш тартып, айыҡ тормошто пропагандалауға күп көс һала. Балалары ла үҙҙәре кеүек матур тормош көтәләр. Миңзәлә һәм Азамат Сәғәҙәтовтар, Вилүрә һәм Ғаяз Кәйекбирҙиндар, Рәшиҙә һәм Юлдаш Раевтар, Гөлһыу һәм Илдар Ҡасҡыновтар, Айһылыу һәм Хөрмәт Йәноҙаҡовтар, Таңсулпан һәм Илдар Кейекҡужиндар, Дилбәр һәм Фирғәт Хәсәновтар, Сәриә һәм Урал Кейекҡужиндар, Зифа һәм Разаҡ Мерәҫовтар, Таңһылыу һәм Ишбулды Йәноҙаҡовтар, Мәймүнә һәм Дамулла Йәноҙаҡовтар, Гөлгөнә һәм Батыр Мырҙаҡаевтар, Зифа һәм Ринат Йәноҙаҡовтарға ҡарап өлгө алырлыҡ.
Ә шулай ҙа Шүлкә йәшәй. Матур итеп, гөрләп йәшәй. Тырыш, эшһөйәр, берҙәм халҡы йәшәтә уны. Һәр эште “һин”, “мин”, тип тормай, бергәләшеп башҡарып та ҡуялар. “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы алдынан берҙәм көс менән ауылды төҙөкләндереп тә ҡуйҙылар. Бәләкәстәр өсөн уйын майҙансығы ҡалҡып сыҡты. Ял итеү өсөн айырым мөйөштәр булдырылды. Былар, әлбиттә, сығым талап итә. Был йәһәттән шүлкәләргә бағыусылар Юлдаш Раев, Венер Кәйекбирҙин, Рәшит Усманов, Әминә Бикташева, Азамат Сәғәҙәтов ярҙам итте. Ауыл тип янып йөрөүсе имам-хатип Юламан Раев, староста Ғаяз Кәйекбирҙин, депутат Юлай Моталлапов, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Гәүһәр Усманова, ауыл активистары Дамулла Йәноҙаҡов, Урал Кейекҡужин, Таңһылыу Йәноҙаҡова, Зөһрә Хәсәнова, Мөғлифә Сәғәҙәтова, Гөлгенә Мырҙаҡаева, Сәриә Кейекҡужина, Миңнур Кейекҡужина бар сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша.
Читайте нас: