Бөтә яңылыҡтар
Нисек йәшәйһең, ауыл?
19 Ноябрь 2018, 17:46

Этҡолдар йәнә һынатманы

Татлыбайҙар таң ҡалдырҙы Уҙған аҙнала ошондай иҫ киткес күркәм сара Татлыбай ауылында ла үтте. Уны ойоштороуға урындағы фермер хужалығы етәксеһе Радик Ишмуллин менән клуб мөдире Әлфиә Йәнтүрина күп көс һалды. Татлыбайҙар үҙенсәлекле концерты, ялҡынлы сығыштары менән ҡыуандырҙы.

Ғәйәт бай тарихы, арҙаҡлы шәхестәре, үҙенсәлекле традициялары, эшһөйәр халҡы менән дан тотҡан Икенсе Этҡол һәм Байым ауылдары халҡы заман

ауырлыҡтарына һылтанмай тырышып донъя көтә, шәхси хужалыҡтарын үҫтерә, киләсәккә өмөт менән баға. Тыуған ауылын үҫтереү, уның киләсәге өсөн йән атҡан, башҡаларға үрнәк булған ғаиләләр күп бында. Байымдан Лилиә менән Әхиәр Вәлитовтар, Зөһрә менән Илдус Ҡәйепҡоловтар, Мәҡсүдә менән Дамир Йылҡыбаевтар, Дилүзә менән Сәғит Әлмөхәмәтовтар,

Икенсе Этҡолдан Рәйфә менән Мөнир Яҡуповтар, Рузилә менән Айнур Әхмәтшиндар, Гүзәлиә менән Марсель Байтуриндар, Фәниә менән Динар Мәжитовтар, Нәғимә менән Риф Сырлыбаевтар, Айгөл менән Шәфҡәт

Хисаметдиновтар, Гөлсөм менән Леонид Гребневтар, уңған эшҡыуарҙар Ләйсән менән Айбулат Ғүмәровтар, Гөлдәр менән Амур Әминевтар, Гөлсәсәк

менән Рамир Баҡтыбаевтар тыуған төйәгенең ышаныслы терәге булып тора, башҡаларға үрнәк күрһәтә.

Был төбәктә рухлы, халҡыбыҙ киләсәге өсөн йән атҡан кешеләр йәшәй. Милли матбуғатҡа ла этҡолдар менән байымдар һәр саҡ әүҙем яҙыла. Был тәңгәлдә урындағы почта бүлексәһе начальнигы Ф.Таңғатарованың хеҙмәте ҙур. Фәхирә Шәйхетдин ҡыҙы бына ике тиҫтә йылдан ашыу инде элемтә системаһында эшләй, үҙ бурыс-тарына бик яуаплы ҡарауы менән айырылып тора. Халыҡ араһында уның абруйы ҙур. Быйыл да уның тырышлығы менән 2019 йылға ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу дәррәү бара.

А.М. Ишйәров етәкселегендәге Икенсе Этҡол мәктәбе һәм балалар баҡсаһы коллективы матбуғатҡа яҙылыу осоронда һәр саҡ әүҙемлек күрһәтә. Азамат Муса улының бар хеҙмәт юлы мәғариф өлкәһе менән бәйле. Ул оҙаҡ йылдар мәктәптә педагог, директор урынбаҫары булып намыҫлы эшләй, бына икенсе йыл инде коллективты уңышлы етәкләй. Тап уның тырышлығы менән коллективта эшләгән 27 кешенең барыһы ла “Һаҡмар” гәзитенә яҙылды. Афарин, ысын ир-егеттәр шулай була!

Күптән түгел Ф.Таңғатарова Икенсе Этҡолда Матбуғат байрамы ойоштороп, унда халыҡ “Һаҡмар”ға яҙылды, почта, редакция әҙерләгән приздар отоп ҡыуанды. Милли матбуғатты әүҙем пропагандалағаны, “Һаҡмар” гәзитен халыҡ араһында таратыуға тос өлөш индергәне өсөн Азамат Муса улы Ишйәров редакцияның Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Әйткәндәй, ул төбәктә беҙҙең баҫмаға яҙылыусылар һаны 90-ға етте.


Татлыбайҙар таң ҡалдырҙы


Уҙған аҙнала ошондай иҫ киткес күркәм сара Татлыбай ауылында ла үтте. Уны ойоштороуға урындағы фермер хужалығы етәксеһе Радик Ишмуллин менән клуб мөдире Әлфиә Йәнтүрина күп көс һалды. Татлыбайҙар үҙенсәлекле концерты, ялҡынлы сығыштары менән ҡыуандырҙы.

Татлыбай ауылы үҙенең бай тарихы, арҙаҡлы шәхестәре, уңған ғаиләләре һәм эшҡыуарҙары менән билдәле төбәк. Коллектив хужалыҡ тарҡалһа ла, баҙап ҡалманы Татлыбай ауыл биләмәһе халҡы, шәхси хужалығын ныҡлап үҫтерергә тотондо, кемдер крәҫтиән-фермер хужалығы асырға йөрьәт итте. Оҙаҡ йылдар урындағы хужалыҡта бригадир, бүлексә идарасыһы, баш зоотехник булып эшләгән Радик Исҡужа улы Ишмуллин, үҙ эшен асып, бөгөн һыйыр малы, йылҡы үрсетеү, һөт, ҡымыҙ етештереү, иген һәм мал аҙығы культуралары сәсеү менән уңышлы шөғөлләнә, районда иң һөҙөмтәле эшләүсе фермерҙарҙан һанала.

Фәниә менән Биктимер Ибағишевтар, Фирүзә менән Вәлиәхмәт Йосоповтар, Фәүзиә менән Әширәф Рәхмәтуллиндар, Венера менән Шәфҡәт Бәхтигәрәевтар, Зәкиә менән Иҙрис Вәлиуллиндар, Венера менән Шәфҡәт Йәнтүриндар, Таңһылыу менән Мөбәрәк Сибаевтар, Рәйлә менән Рәмил

Хәсәновтар, Бибинур менән Йыһанур Хәсәновтар ғаиләләре лайыҡлы хеҙмәт һәм тормош юлы үтеп, ысын мәғәнәһендә йәштәргә үрнәк, ауылдың ҡото булып тора. Бар ғүмерен тыуған ауылын, йәш быуынды үҫтереүгә арнаған танылған педагог Фәрзәнә Искәндәр ҡыҙы Йәнтүрина халыҡ араһында ҙур абруй һәм хөрмәт ҡаҙанған. Ул дүрт тиҫтә йылға яҡын балаларҙа әсә теленә һөйөү тәрбиәләй, намыҫлы хеҙмәте “РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы”, “Хеҙмәт ветераны” миҙалдары менән баһалана. Тормош иптәше Мөхәмәт Әнүәр улы Ғүмәров та фиҙаҡәр хеҙмәт юлы үтә, “Хеҙмәт даны” ордены менән наградлана. Улар өс бала тәрбиәләп үҫтерә. Әйткәндәй, Фәрзәнә апай ҙа, тормош иптәше лә яңы мәсет төҙөтөүгә тос өлөш индерә. Яңы иман йортоноң асылыуында Иҙрис Вәлиуллин, шулай уҡ ситтә йәшәгән ауылдаштары ла ҙур ярҙам күрһәтә.

Гөлсирә менән Нурғәле Йосоповтар ҙа лайыҡлы һәм маҡтаулы тормош юлы

үткән ғаилә. Гөлсирә Ғүмәр ҡыҙы, Сибай медицина училищеһын тамамлағандан һуң, ауылға фельдшер булып эшкә килә һәм бөгөн дә намыҫ менән үҙ иңенә йөкмәтелгән бурысты үтәй. Ул – БР-ҙың атҡаҙанған медицина хеҙмәткәре.

Оло быуындың фиҙаҡәр хеҙмәт һәм тормош юлын бөгөн йәштәр уңышлы дауам итә. Уларҙан Гөлнур менән Радик Ишмуллиндар, Зөлфирә менән Юлай Яҡшыбаевтар, Ләйсән менән Рәфҡәт Әхмәҙуллиндар, Илсур менән Дилә Хужабиргәновтарҙы айырым билдәләп үтергә кәрәк. Был ғаиләләр яңы йорт һалып, шәхси хужалыҡтарын ныҡлап үҫтерә, үҙҙәре кеүек уңған балалар тәрбиәләй.

Татлыбай ауыл клубында ойошторолған Матбуғат байрамында ауыл халҡын танылған “Әхирәттәр” вокаль ансамбле, Йәнйегет ауыл клубы мөдире Хәмиҙә Ҡоланбаева тәбрикләне, улар моңло йырҙары менән әсир итте. Ә “Байыҡ” республика телевизион конкурсы лауреаты Айһылыу Ҡоланбаеваның бейеүе барыһын да таң ҡалдырҙы. Ул көндө барлығы 33 кеше “Һаҡмар” гәзитенә яҙылды һәм бөтәһе лә матур бүләктәр отоп ҡыуанды. Әйткәндәй, приздар

фондын булдырыуға Р.Ишмуллин тос өлөш индерҙе – ул 2 мең һум аҡса һәм 10 тоҡ иген бүлде. Афарин, Радик Исҡужа улы!

Шулай уҡ “Һаҡмар” гәзите һәм почта бүлексәһе начальнигы Айгөл Язарова әҙерләгән приздар ҙа уйнатылды. Шуныһы ҡыуаныслы, заман беҙгә ниндәй генә һынауҙар ҡуймаһын, халҡыбыҙ әсә телендә сыҡҡан баҫмаларҙы һаҡлауға һәм күтәрмәләүгә тос өлөш индерә, әүҙем пропагандалай. Был еңеүгә этҡолдар менән татлыбайҙар ҙа тос өлөш индерә. Артабан да шулай булһын!
Читайте нас: