Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Хәтер өсөн башҡорттарға рәхмәт

"Минең бала сағым -- һуғыш" бөтә Рәсәй акцияһы тамамланды. Шуға ла Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт Паталатыһы акцияла әүҙем ҡатнашҡандарға рәхмәт хаттары тапшырырға ҡарар итте. Бындай хат башҡорттарға ла йүнәлтелде.

Һуғыш тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлашҡан видеороликтар конкурсының 25 еңеүсеһе 19 март көнө билдәле булды.

Ирекмәндәр бала сағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тап килгәндәрҙе видеоға төшөрҙөләр Ә был акция Хәтер һәм дан йылы дауамында барҙы.

«Был акцияны иғлан иткәс, бик күптәр ситтә ҡалманы. бының өсөн һоҡланып һәм ғәжәпләнеп бөтә алмайым. Күптәр олатай һәм өләсәйҙәренең, ҡартатай һәм ҡартәсәйҙәренең хәтирәләре ярҙамында ҡыҫҡа метражлы фильмдар төшөрҙөләр", — тине акцияның инициаторы, РФ Йәмәғәт Палатыһы рәйесе Леонид Шафиров.

"Минең бала сағым - һуғыш" акцияһы барышында һуғыш балаларының 1476 видеохәтирәләре баҫылды. Уларҙы проект каналында 186 меңдән ашыу кеше ҡараны. Социаль селтәрҙәр тураһында әйтеп тораһы ла юҡ -- бында ярты миллиондан ашыу! Видеороликтарҙы уҡыусылар, ижади, хеҙмәт һәм профсоюздар коллективтары төшөрҙө. Ойоштороу комитеты һүҙҙәренә ҡарағанда акцияла күберәк бәләкәй ҡалаларҙан һәм ауыл ерлектәренән ҡатнашҡандар. Ирекмәндәр ярҙамында төрлө тарафтарҙа йәшәгән һуғыш балаларының бәләкәй һәм шул уҡ ваҡытта оло ҡаһармандыҡтары тураһында бар донъя белде.

Тура эфирҙа үткәрелгән интеллектуаль олимпиадала ла һуғыш балаларының яҙмышы, һуғыш йылдарында үткән бала саҡҡа арналған ижади эштәргә арналды. Һорауҙарҙың күбеһе акция ирекмәндәре яҙған энциклопедик мәҡәләләрҙән алынды.

Читайте нас: