Китаптың исем туйы үтте

Бөгөн үҙәк район китапханаһында "Живая память поколений" исемле китаптың исем туйы булды. Унда ошо китапҡа ингән геройҙар, Бөйөк Еңеүгә тос өлөш индергән ҡаһармандарыбыҙҙың балалары, һуғыш йылы балалары, баҫманы әҙерләүгә тос өлөш индергән авторҙар ҡатнашты.Был китап Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнала, ул " Деловой мир Башкортостана" мәғлүмәт-реклама гәзитенең баш мөхәррире Резеда Бикҡолованың проекты буйынса нәшер ителгән.

Добавить в предпочтительные источники Google

Тантанала китапты сығарыуға үҙ өлөшөн индергән Ирек Бикмәтов сығыш яһап, беҙ үҙебеҙҙең тарихыбыҙҙы, шәхестәребеҙҙе яҡшы белергә, илебеҙ йылъяҙмаһында тәрән эҙ ҡалдырған яҡташтарыбыҙҙың исемдәрен мәңгеләштерергә бурыслыбыҙ, тип билдәләне.
Хеҙмәт ветерандары Рауил Йәнсурин, Рим Йәнбирҙин, Шаһиҙә Дәүләтбаева, журналист Әнүзә Салихова ошондай йөкмәткеле китап сығарыуға үҙ өлөшөн индергәндәре өсөн авторҙарға рәхмәт белдерҙе.
Шуныһы һөйөнөслө, "Живая память поколений" китабын сығарыу эше быйыл да дауам итәсәк.