Бөтә яңылыҡтар

Барыһы ла хәтерҙә... Әле лә йөрәкте әрнетә

Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙы хәтерләр өсөн митингҡа район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, хәрби комиссар Хөрмәт Хәмитов, район ветерандар советы рәйесе Көнһылыу Әхмәтова, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәйзулла Әблүзин һ.б. йыйылды.

Митингта район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, хәрби комиссар Хөрмәт Хәмитов, район ветерандар советы рәйесе Көнһылыу Әхмәтова, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәйзулла Әблүзин һ.б. ҡатнашты.
- Халҡым батырлығы менән һүрәтләнгән был осорҙо һәр йыл алыҫайта бара. Йылдар үҙе менән бергә хөрмәтле ветерандарыбыҙҙы, тыл хеҙмәткәрҙәрен алып китә. Бындай саралар беҙҙең иртәнге көнгә ышаныс уята. Һәм беҙгә тыныс тормош алып килгән ҡаһармандарыбыҙҙы йәнә бер иҫләтеп тора, - тине үҙ сығышында Ф.Ғ. Әминев.
Шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғ.М. Әблүзин да үҙ хәтирәләре менән уртаҡлашып үтте. Әйткәндәй, Ғәйзулла Мөхәмәт улына "Берҙәм Рәсәй" фирҡәһе һәм "Еңеү ирекмәндәре" Бөтә Рәсәй йәмғиәте хәрәкәте тарафынан ғәмәлгә ашырылған проект буйынса кәрәҙле телефон бүләк ителде. Ошондай уҡ ҙур экранлы телефондар менән йәнә дүрт ветеран бүләкләнәсәк.
Митингта ҡатнашыусылар 1 минут тынлыҡтиан һуң Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ҡуйылған монументҡа сәскә һалдылар.
Читайте нас: