Һаҡмар
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

М.М. Шайморатовтың яҡын туғандары үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты

Һәр ошондай тантаналы саралырҙың сәбәпсеһе булған геройҙар өсөн бар халыҡ ғорурлыҡ хистәре кисерһә, уларҙың туғандарын, ғәҙәттә, юҡһыныу тойғоһо биләп ала. Был сарала ла Шайморатовтың юлын дауам иткән туғандары ҡатнашты.

Һәр ошондай тантаналы саралырҙың сәбәпсеһе булған геройҙар өсөн бар халыҡ ғорурлыҡ хистәре кисерһә, уларҙың туғандарын, ғәҙәттә, юҡһыныу тойғоһо биләп ала. Был сарала ла Шайморатовтың юлын дауам иткән туғандары ҡатнашты.

Миңлеғәле Шайморатовтың ейән туғаны подполковник Марат Ғәҙелшин:

- Хис-тойғоларым ташып, урғылып тора. Быны беҙ 77 йыл дауамында көттөк. Бына, ниһайәт, генерал Шайморатов Рәсәй Геройы исемен алды. Хәрби кеше булараҡ, был минең өсөн икеләтә бәхет. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, минең атайым 2009 йылда 112-се Башҡорт кавалерияһы дивыизияһынң ветерандары советын етәкләне. Ул "Комдив ҡайта" («Комдив возвращается») акцияһының ойоштороу комитетының береһе булды. Тап ул генерал Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен биреү өсөн ҡултамғалар йыйып йөрөй. Уның трышлығы бушҡа китмәүенә шикһеҙ шатмын. Мин тарихта 77 йылдан һуң көтөп алынған наградаһын алған кешене белмәйем. Был, әлбиттә, беҙҙең өсөн оло бәхет.

Марат Әсхәт улы Ғәҙелшин авиация институтын тамамлағандан һуң, офицерҙар династияһын дауам итә. Унан Волга буйы хәрби округында төрлө вазифаларҙа 25 йыл дауамында хеҙмәт итә. Подполковник. Һуңғы хеҙмәт иткән урыны - БДУ-ның хәрби кафедраһы (1998–2008 гг).

Марат Ғәҙелшиндың атаһы Әсхәт Хәбибрахман улы М.М. Шайморатовтың ике туған ҡустыһы. 1935 йылда донъяға килгән. Уның әсәһе Шәмсинур Миңлеғәле Минһаж улының ике туған һеңлеһе.Бала саҡтан офицер булырға хыяллана. Ике туған ағаһы уға һәр саҡ өлгө булып тора. Ачинск хәрби авиация-техник учлищеһын тамамлағас, Волга буйы хәрби округында төрлө вазифаларҙа хеҙмәт итә. Мәскәүҙәге хәрби академияла уҡыуын дауам итә. 27 йыл хеҙмәт итә. Подполковник дәрәжәһендә отставкаға китә. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм күп һанлы миҙалдар менән наградлана. "Гражданкала" үҙенең күп ваҡытын танылған Шайморатов генералдың яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн бүлә. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ветерандары советын етәкләй. Генералдың ҡыҙы Октябрина (2004 йылда үлә) менән аралаша. Генералдың биографияһындағы аҡ таптарҙы асырға тырыша - Төркиәлә һәм Ҡытайҙа хеҙмәт иткән осорон. Республика хөкүмәте делегацияһы менән берлектә генералдың һәләк булған урынын барып күрә. Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен алыу өсөн эш алып бара. Әммә хыялы тормошҡа ашҡан мәлгә тиклем йәшәп өлгөрмәй.

Байрам тантанаһында Миңлеғәле Шайморатовтың ағаһының бүләре лә ҡатнаша. Рөстәм Тәлғәт улы Манашевтың туғанлыҡ ептәренә күҙ һалайыҡ: Шайморатовтың ағаһы Абдулла Фәхрисламов – Рәшит Фәхрисламов – Фидаилә Фәхрисламова (Манашева) – Рөстәм Манашев.

Рөстәм Тәлғәт улы 1985 йылдың 17 авгусында Өфө ҡалаһында донъяға килә. 2007 йылда Өфө Дәүләт нефть техник университетын тамамлай, Шул уҡ ваҡытта УГНТУ ВУС хәрби кафедраһында ла белем ала.

- Был, һис шикһеҙ, Шайморатовтың бар быуындары өсөн оло еңеү булып тора. Туғаны булараҡ, мин үҙ характерымда Миңлеғәле Шайморатовҡа хас рух өсөн тәрбиәләргә тырышам. Ата-бабаларымдың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтерергә ярамай, тип уйлайым, - тине ул.

Читайте нас: