Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы легендарь 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренең биографияһын баҫтыра башланы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 2019 йылдың авгусында "Шайморатовсылар" халыҡ проекты старт алды. Проект сиктәрендә бибилиографик мәғлүмәттәрҙе тергеҙеү буйынса еңел булмаған эш башланды ла инде. Был эш шулай уҡ бер нисә йүнәлештә алып барыла: халыҡтан һорашып яҙып алына, хәрби комиссариаттан, шулай уҡ архивтан мәғлүмәттәр туплана. Проект ойоштороусылары һуғыш йылдарындағы хәрбиҙәр тураһындағы меңләгән документтар өйрәнелеп, скан аша үткәрелгән.
Башҡортостан Республикаһы хәрби комиссариаты меңдән ашыу исемлек тапшырҙы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, БР милли архивының бүлек начальнигы Азат Ярмуллин һәм аппарат белгесе Эльдар Яхин Мәскәү өлкәһенең Подольск ҡалаһындағы РФ Оборона министрлығының Үҙәк архивында эшләне. Был илдәге архивтар араһындағы иң ҙур учреждение. Бында 20 миллиондан ашыу архив эштәре, 60 миллионлап хәрби-медицина документтары, улар араһында 11 миллионлап архив эше Бөйөк Ватан һуғышы осорона тап килә. Үҙәк архивта ҡоролтай эксперттары яу ҡырында ятып ҡалған һалдаттарҙың, генералдарҙың һәм офицерҙарҙың, Совет Армияһының орден-миҙалдар менән бүләкләнгән хәрбиҙәрҙең шәхси мәғлүмәтенә рөхсәт алды. Әлеге мәлдә барлыҡ материалдар системалаштырылған.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, БР Милли архивының бүлек начальнигы Азат Ярмуллин:"Бөгөн киңә йәмәғәт иғтибарына мәғлүмәттәр базаһынан тәүге йөҙ исем тәҡдим ителәсәк. Дөйөмләштерелгән исемлектә бөгөнгө көндә 3812 исем бар. Исемлектең сифатына килгәндә - ул төрлөсә. Ҡайһы бер яугирҙәр тураһында мәғлүмәт тулы кимәлдә (тыуған йылы, хәрби дәрәжәһе, хеҙмәткә алынған хәрби комиссариаты, биләгән вазифаһы, тыуған һәм ерләнгән урыны, наградалары, миҙалдары, ғаиләһе тураһында мәғлүмәт), бәғзеләре тураһында -- өлөшләтә генә мәғлүмәт тупланған."
Мәғлүмәттәр базаһы хәрби һәм шәхси архивтан алыған мәғлүмәттәр менән тулылана бара. Башкавдивизияның тәүге составы тураһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының "Бәйләнештә", "Фейсбук" сайтындағы аккаунтында 2020 йылдың 8 майында танышырға була.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова: "Һуңғы йылдарҙа Шайморатов генералдың исемен мәңгеләштереү өсөн бик күп эштәр эшләнелде. Рәсәй Геройы йондоҙы иртәгә Өфөгә килеп етә. Һәйкәл ҡуйыу планлаштырыла. Беҙҙең дивизиябыҙ образы беҙҙең барыбыҙҙы ла берләштерелә."
Эльвира Айытҡолова әйтеүенсә, был исемлекте баҫтырып, яугирҙәрҙең туғандары, балалары тулыраҡ мәғлүмәт биреүҙәре ихтимал. Исемлек көн һайын алфавит тәртибендә баҫыласаҡ. Йыйылған мәғлүмәттәр ярҙамында "Шаймуратовцы – воины легендарной 112-й Башкирской кавалерийской дивизии" библиографик белешмә баҫыласаҡ.