Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Йөрәк йылъяҙмаһы

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы Яндекс компанияһы, "Үлемһеҙ полк" ООД Рәсәй ветерандар союзы менән берлектә "Мәктәп уҡыусылары өсөн мәҙәниәт" ведомтво-ара проекты сиктәрендә "Йөрәктәр йылъяҙмаһы" бөтә рәсәй акцияһын уҙғарырға ҡарар итте. Акцияла ҡатнашыусы уҡыусылар Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын ҡотлап, йә иһә ата-бабаларының рухын ҡеүәтләп, һуғыш тураһында шиғыр һөйләп видеоға яҙҙырырға тейеш. Әҙер яҙмаларҙы [email protected] адресына ебәрергә тейеш булалар. Шулай уҡ социаль селтәрҙәргә #летописьсердец, #культурныймарафон хештегы менән урынлаштырырға ла мөмкин. Акцияла ҡатнашыусы мәҙәниәт ирекмәндәре видеороликтарҙы үҙҙәре үк Яндексҡа ебәрәсәктәр.

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы Яндекс компанияһы, "Үлемһеҙ полк" ООД Рәсәй ветерандар союзы менән берлектә "Мәктәп уҡыусылары өсөн мәҙәниәт" ведомтво-ара проекты сиктәрендә "Йөрәктәр йылъяҙмаһы" бөтә рәсәй акцияһын уҙғарырға ҡарар итте.

Акцияла ҡатнашыусы уҡыусылар Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын ҡотлап, йә иһә ата-бабаларының рухын ҡеүәтләп, һуғыш тураһында шиғыр һөйләп видеоға яҙҙырырға тейеш. Әҙер яҙмаларҙы [email protected] адресына ебәрергә тейеш булалар. Шулай уҡ социаль селтәрҙәргә #летописьсердец, #культурныймарафон хештегы менән урынлаштырырға ла мөмкин. Акцияла ҡатнашыусы мәҙәниәт ирекмәндәре видеороликтарҙы үҙҙәре үк Яндексҡа ебәрәсәктәр.

Акция шарттары:

Акцияла мәктәп уҡыусыларының барыһы ла (11-се класҡа тиклем) ҡатнаша ала.

Форматы: видеоролик яҙмаһы.

Ҡағиҙәләре:

Бөйөк Ватан һуғышы тематикаһына шиғыр һайлап, видео яҙҙырыу мотлаҡ.
Үҙегеҙ менән таныштырғыҙ: исемегеҙ, фамилияғыҙ, класығыҙ, мәктәбегеҙ, шиғыр исеме һәм авторы, был шиғырҙы кемгә арнайһығыҙ.

Әҙерләнер алдынан Рәсәй халыҡ артисы Евгений Мироновтың оҫталыҡ дәресен roskultproekt.ru сайтында ҡарап алығыҙ.
Видеороликта Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан туғанығыҙҙың портретын урынлашытырырға тәҡдим итәбеҙ. Ул сағында һеҙҙең видеоғыҙ "Үлемһеҙ полк" сайтында ла (moypolk.ru) урынлашыуы ихтимал.

Роликтың оҙонлоғо 15 секундтан алып 5 минутҡа тиклем булырға тейеш. Минималь видеола 1280 720 пиксель булыуы мотлаҡ.

Видеоларығыҙҙы (Яндекс.Диск, Google.Диск, Mail.Облако һ.б.) файлына урынлаштырып, һылтанмаһын ойоштороусыларға [email protected] адресы буйынса 8 майға тиклем ебәрегеҙ.

Хат темаһында шиғыр уҡыусының фамилияһы, ҡалаһы, шиғыр исеме, авторын яҙығыҙ.

Теләк буйынса видеороликтарығыҙҙы социаль селтәрҙәрҙә #летописьсердец, #культурныймарафон хештегы менән урынлаштырығыҙ.

Читайте нас: