Бөтә яңылыҡтар

10 мең "Еңеү асылмаһы"

Волга буйы федераль округында йәшәүселәр 10 меңләп асылма ебәргән. Был коллекцияны һеҙ ҙә үҙ эшегеҙ менән тулыландыра алаһығыҙ. Бының өсөн пфопобеда.рф сайтына инеп, махсус форманы тултырып, «Добавить открытку» тигән яҙыуға баҫыр кәрәк. Һүрәттең фотоһын йә сканын күсереп ҡуйығыҙ.

Ике аҙналап ваҡыт эсендә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған 10 мең һүрәт, коллаж һәм аппликациялар тулыландырҙы. Һәр асылмала ветерандарға рәхмәт һүҙҙәре, ватаның менән ғорурланыу тойғоһо, тыныслыҡты һаҡлау теләге ярылып ята.

Ҡотлау һүҙҙәре, иһә, ПФО-ла йәшәгән төрлө милли телдәрҙә яҙылған. Ә Еңеү -- ул барыбыҙға ла берәү. Тап ошо барыһын да берләштереп тора ла инде. Тап ошо турала виртуаль галереяның авторҙары бәйән итә.

Уҡыусы һәм студенттар өсөн бындай формат – Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы белемде нығытыу менән бер булып тора. Асылмалар арһында тотош хәрби операцияларҙы, полководецтарҙы, геройҙарҙы сағылдырған плакаттарҙы хәтерләткәндәре лә бар. Ҡайһы бер эштәр тыл батырлығына арналған. Бәғзе бер авторҙар шәхси архивтағы фотоларҙы, хаттарҙы ҡулланған. Улар инде үҙ тарихын бәйән итә.

Был коллекцияны һеҙ ҙә үҙ эшегеҙ менән тулыландыра алаһығыҙ. Бының өсөн пфопобеда.рф сайтына инеп, махсус форманы тултырып, «Добавить открытку» тигән яҙыуға баҫыр кәрәк. Һүрәттең фотоһын йә сканын күсереп ҡуйығыҙ.

Читайте нас: