Был йыр буштан ғына һайлап алынмаған. Авторы – композитор Давид Тухманов һәм шағир Владимир Харитонов – халыҡтың үлмәҫ ҡаһарманлығын, яҡындарын юғалтыу ғазабын, бөйөк батырлығы өсөн рәхмәтле булыуын, яу ҡырында ятып ҡалған миллионлаған яҡташтарыбыҙҙы хәтергә алыу - быларҙың барыһын да бер йырға һыйҙырған. Бөйөк байрамдың гимнына әүерелгән был йыр тәү тапҡыр тап 45 йылдан һуң яңғыраны.
"Беҙҙең Еңеү көнөбөҙ" йыр марафоны Мордовия республикаһында февраль айында башланып китте. Барыһына ла билдәле булған "День Победы" йырын иң яҡшы ижади коллективтар Саранскиҙа һәм муниципаль райондарҙа, Мордовия Республикаһының халыҡ һәм атҡаҙанған артистары, йәштәр, ирекмәндәр, патриотик берекмәләрҙең ағзалары -- барыһы ла башҡарҙы. Бөгөн улар эстафетаны үҙҙәренең күршеләренә, Волга буйы федераль округы төбәктәренә тапшыралар.
Ярослава Завалихина, Мордовия Республикаһының "Еңеү ирекмәндәре" Бөтә Рәсәй йәмғиәте хәрәкәтенең төбәктәге етәксеһе былай тине:
«Мы начинаем народную патриотическую акцию, исполнив любимую всеми песню «День Победы» на русском, мокшанском и эрзянском языках. Мордовия на фронт отправила более 246 тысяч своих сынов и дочерей. Каждый второй не вернулся домой. Пойте песни Победы, рассказывайте о Великой Победе. Национальным республикам предлагаем исполнить куплеты легендарной песни на своих родных языках, так как это сделали мы. Победа в Великой Отечественной войне – одна на всех».
Ижади коллективтарҙың сығышы февраль-март айҙарында булды. Үҙизоляция режимы индерелмәҫ элек был яҙмалар төшөрөлдө. Бөгөн өйҙә ултырған сағыбыҙҙа был йыр яҙмалары бигерәк тә күңелгә үтеп инә.
Республикаларҙың һәм өлкәләрҙең ижади коллективтары башҡарған йырҙар урындағы телеканалдар аша 25 апрелдән алып 8 майға тиклем дауам итәсәк. Акцияға көн һайын яңы төбәк ҡушыласаҡ. Бөйөк Еңеү көнөндә - 9 майҙа легендар йыр барлыҡ музыкаль коллективтарҙың башҡарыуында яңғыраясаҡ. Шулай уҡ был йырҙарҙы #песнипобедыПФО#нашденьпобеды хештегы аша, ютюбта табырға була. Радиостанцияларҙа ла яратҡан йырҙарыбыҙ яңғырар.